Бөтә яңылыҡтар
Дан һәм хәтер йылы
4 Апрель 2020, 13:30

Нәбиуллиндарҙан ветерандарға бүләк

Шундай эшҡыуарҙар күберәк булһын ине! Улар менән ғорурланабыҙ!

Күптән түгел Баймаҡ районының Бетерә ауылының уңған эшҡыуарҙары Илсур менән Тимур Нәбиуллиндарҙың Бетерә һәм Темәс ауылдары халҡына 1500-ҙән ашыу күп тапҡыр ҡулланыла торған маскалар бүләк итеүҙәре хаҡында яҙғайныҡ инде. Ошо көндәрҙә улар районыбыҙҙың барлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырған. "Бөгөн айырыуса өлкән йәштәгеләр һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж, беҙ уларға ярҙам итергә бурыслы", - ти Илсур Нәбиуллин.
Эйе, шундай ваҡытта үҙҙәрен генә түгел, ололарҙы ла хәстәрләгән эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ.