Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дан һәм хәтер йылы
3 Апрель 2020, 14:57

Конкурс тамамланды

Рәсәй Мәғариф министрлығында ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән иғлан ителгән “Хәтер һәм дан йылы”н үткәреүгә арналған “Күпме ваҡыт үтһә лә” бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Мәғариф министрлығында ил Президенты Владимир Путиндың Указы менән иғлан ителгән “Хәтер һәм дан йылы”н үткәреүгә арналған “Күпме ваҡыт үтһә лә” бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды.
Уҡыусылар араһындағы иншалар конкурсы ике этапта уҙғарылды: 2019 йылдың 9 декабренән 2020 йылдың 31 ғинуарына тиклем – төбәктәрҙә һәм быйыл 1–28 февралдә – федераль кимәлдә. Бәйгелә дөйөм белем биреү учреждениеларынан һәм Рәсәйҙең сит илдәрҙәге консуллыҡтары ҡарамағындағы мәғариф ойошмаларынан 130 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Федераль этап барышында 87 финалсы һәм 10 еңеүсе билдәләнде. Финалсылар араһында Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназияның IХ класс уҡыусыһы Арина Данилова ла бар.
Финалға сыҡҡандарҙы һәм еңеүселәрҙе Мәскәүҙә үткәреләсәк тантанала бүләкләйҙәр. Еңеүселәрҙе 9 майҙа Ҡыҙыл майҙанға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парадҡа ла саҡырмаҡсылар.
https://vk.com/wall-104965500_41181