Бөтә яңылыҡтар
Дан һәм хәтер йылы
17 Март 2020, 22:00

Уйынсыҡтар менән уйнар саҡтары бәхетле үтһен!

- Бына был ашыҡтарҙың ҙурын – атайы, бәләкәсерәген – әсәйе, иң бәләкәстәрен балалары, тип уйнай торғайныҡ, - ти Гөлдәр Әлибаева ҡулына тотҡан мал һөйәктәрен балаларға күрһәтеп. Был көндө Билал ауылы китапханаһында “Һуғыш йылы һәм замана балаларының уйынсыҡтары” тип аталған кисә-уйын үтте. Уны китапханасы Райхана Булатова бик тә ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.

- Бына был ашыҡтарҙың ҙурын – атайы, бәләкәсерәген – әсәйе, иң бәләкәстәрен балалары, тип уйнай торғайныҡ, - ти Гөлдәр Әлибаева ҡулына тотҡан мал һөйәктәрен балаларға күрһәтеп. Был көндө Билал ауылы китапханаһында “Һуғыш йылы һәм замана балаларының уйынсыҡтары” тип аталған кисә-уйын үтте. Уны китапханасы Райхана Булатова бик тә ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.

Өҫтәлгә теҙеп ҡуйылған боронғо уйынсыҡтар миңә лә таныш. Эйе-эйе, ул заман балаһы булмаһам да, зәзәйем Рәхилә Маликова бына беҙ ошолар менән уйнап үҫтек, тип һөйәктәрҙе күрһәтә торғайны. Ашыҡтарҙы һанға һуҡмаһаҡ та, сынаяҡ ярсыҡтары менән уйнай инек. Хатта өйҙәге яңыларын да алып сығып, ярып, бүлешеп алған ваҡыттар булды. Ә бына байрамда ҡатнашҡан 4-се класс уҡыусыларын, хәҙерге быуын балаларын, киреһенсә, иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны тап шул Гөлдәр инәй Әлибаева күрһәткән ашыҡтар булып сыҡты. Ҡулдарына тотоп, әйләндереп-әйләндереп ҡарап, “яңы уйынсыҡтар” менән таныштылар. Төргәктән урап эшләнгән ҡурсаҡтар, ҡайын ағасынан һыҙырып алынған туҙға эшләгән һүрәттәр, һыйыр баҡтаһынан эшләнгән туптар – быларҙың барыһы ла һуғыш йылы балаларының уйынсыҡтары.

- Талдарҙы киҫеп, бер-береһенә тоташтырып, скакалка итеп һикерә торғайныҡ, - ти Гөлдәр Әлибаева. - Уны хәҙерге балалар ҙа ат итеп уйната. Мин үҙем эшләп алған скакалка менән мәктәпкә барғансы, кире ҡайтҡансы һикерә торғайным.

- Ә беҙ ҡыҙҙар менән ҡурсаҡ тегә инек, иң матуры минеке була торғайны, - тине Фәриҙә Әхмәтова. - Уларҙы ҡулыбыҙға алып: “Һәтес, һәтес, һәтес тә, бигерәк бәләкәс бәпес тә, кәүҙәләре йәтеш тә, ҡуйып ҡуйған кәртешкә”, тип һамаҡлай инек. Бынан тыш “Күк тирәк – аҡ тирәк”, “Һәпәләк”, “Гөргөлдәк” уйындарын яратып уйнаныҡ. Кәртәлә ҡояшҡа ҡыҙынып, рәхәтләнеп ятҡан һыйырҙың өҫтөнән ҡулдарҙы төкөрөкләп йөрөтөп, йөнөн йыйып, туп эшләй торғайныҡ.

Ә бөгөн ниндәй генә уйынсыҡтар юҡ! Теләгәнен һатып ал, аҡсаң ғына етһен. Ләкин шуныһы – араларында сифатһыҙ, бер нисә сәғәткә генә еткән уйынсыҡтар ҙа осрай. “Шунлыҡтан ҡайһы берҙәрен сығарып ташлайым, балаларҙан уйнаттырмайым, - ти уҡытыусы Флүрә Яруллина. - Балалар уйнап үҫергә, хәрәкәтләнергә тейеш. Беҙ үҙебеҙ ҙә бер ҡасан да уйнап туйманыҡ. Кейәүгә сыҡҡас, әхирәтем ҙур ғына ҡурсаҡ бүләк итте, “Дилә” исемле. Шул ҡәҙәр ҡыуандым уға. Тормошҡа ашҡан хыялым ине ул – ҡурсаҡ. Диләне шкаф өҫтөндә ҡәҙерләп кенә, һаҡлап тоттом. Балаларыма ла уйнарға бирмәнем”.

Мәғриф ветерандары Илдүсә Әминева, Зөлфиә Байраҡаевалар ҙа кисәне дауам итеп, сығыштарында заман ағышы менән бергә уйын төрҙәренең дә, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең дә уйынсыҡтарға ҡарашы үҙгәреүе хаҡында белдерҙе.

Уҙған йыл аҙағында Билал ауыл китапханаһы урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә “Хәтер мәңгелек” проектын башлап ебәргән ине. Уның сиктәрендә бик күп осрашыуҙар, кисәләр, байрамдар үтте. Планда булғандары ла бик күп. Ә бөгөнгөһө - һуғыш йылы һәм хәҙерге быуын балаларын берләштәргән уйынсыҡтарға арналды. Бала һәр заманда ла бала булып ҡала. Бары тик уларҙың уйынсыҡтар менән уйнар саҡтары ғына бәхетле үтһен.