Һаҡмар
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Июнь 2021, 12:10
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә техник яңырыу
#нацпроект
Бүздәк үҙәк район дауаханаһы утыҙ миллион һумлыҡ заманса диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шул уҡ ваҡытта урындағы поликлиникала капиталь ремонт та ойошторолған.
Күкрәк биҙе яман шешен иҫкәртеү, иртә стадияла асыҡлау маҡсатында илле йәшкә еткән гүзәл заттарға йыл һайын маммография тикшеренеүен үтергә кәрәк. Бүздәк районында йәшәүселәр быға тиклем диагностика тикшереүенә Өфөгә йөрөһә, хәҙер заманса медицина аппараты урындағы поликлиникала бар. Әлфиә Латипова тәүгеләрҙән булып яңы маммограф ярҙамында сәләмәтлеген тикшертә.
Бүздәк районында июндә генә яңы маммограф ярҙамында 135 ҡатын-ҡыҙҙың һигеҙенең сәләмәтлегендә тайпылыштар булыуы теркәлгән. Патология билдәләнгән пациенттар онкология үҙәгенә йүнәлтелгән.
«Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса поликлиникала капиталь ремонт та ойошторолған. Матди-техник базаһы нығытыла, сирҙәрҙе диагностикалауҙа заманса алымдар ҡулланыла.
Поликлиникала сират юҡ. Диспансер тикшереү үтеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Пациенттар үҙҙәре үк заманса медицина ҡорамалдарының мөмкинлектәрен юғары баһалай.
Былтыр дауаханаға «Ауыл табибы» программаһы буйынса туғыҙ белгес ҡайтҡан. Кадрҙарға мохтажлыҡ бөгөн дә юғары. Заманса төҫ алған поликлиника йәш көстәрҙе үҙенә ылыҡтырыр тип көтөлә. Медицина учреждениеһы яңы компьютер-ноутбуктар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ быйыл ике тиҙ ярҙам машинаһы ла һатып алына.
Автор:Гөлназ Хәйбуллина
Автор:
Лилия Такаева
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи