Эттән талатыр өсөн бала үҫтермәйбеҙ!
Уҙған аҙна аҙағында Учалы районында 4 йәшлек баланы эттәр талап үлтереүе хаҡындағы яңылыҡ барыбыҙҙы ла шаңҡытты. Ҡот осмалы хәл! Фажиғәле рәүештә ғүмере өҙөлгән баланың үлемендә беҙ, ололар, ғәйепле. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта берәҙәк эттәр, бесәйҙәр күпләп үрсей. Хужаһы булғандар ҙа урамда бәйһеҙ йөрөй. Уларҙың артыҡ үрсеүен туҡтата алабыҙ бит. Был тәңгәлдә ветеринар станцияға ла мөрәжәғәт итеү етә. Эттәрҙе, бесәйҙәрҙе стерилләштерергә мөмкин. Ҡотолорға теләгәндәр күп осраҡта уларҙы йә мәктәптең ҡаҙанлығына, йә фермаға, йә икенсе урамға алып барып ташлап китәләр. Таныш күренешме?
Ярат ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән сағымда берәҙәк эттәргә ҡаршы даими эш алып барыла ине. Бының өсөн полициянан рөхсәт юллап, ҡоралы булған кеше менән килешеү төҙөп, уға йәҙрәләр һатып алып биреп, уларҙы юҡ иттерә торғайныҡ. Бер яҡтан был “дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға” ҡарата мәрхәмәтһеҙлек күрһәтеү булһа ла, халыҡтың именлеге хаҡына сараһыҙҙан шундай аҙымға бара инек. Бөгөн иһә быға ла рөхсәт биреү бөтөрөлдө.
Ауыл биләмәһенең ветеринар врачтары Әхәт Ҡарамурзин, Миңниәхәт Үҙәнбаев ауыл халҡы, уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа үткәреп, эттәрҙән таралған йоғошло ауырыуҙар хаҡында мәғлүмәттәр биреп, профилактик саралар даими уҙғара торғайны. Был тәңгәлдә элекке ауыл Советы рәйестәре Рауил Исмәғилов, Мәүлетдин Мөхәмәтшиндар, ауылдың киләсәгенә һәм халыҡтың яҙмышына битараф булмаған, йәмәғәт ойошмалары менән дә төрлө йүнәлештә эш алып барҙыҡ. Профилактик йүнәлештәге листовкалар әҙерләп, уларҙы халыҡ менән таныштырып, ҡултамғаларын ала инек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был мәсьәләгә иғтибар кәмене. Урамда балаларҙың таныш булмаған эт-бесәйҙәрҙе һыйпап, уларҙы ҡулдарына алып, иркәләүҙәрен күрәбеҙ. Эхинококк таяҡсылары кеше организмына тап шундай бысраҡ ҡулдарҙан, тын юлдары аша үтеп инеүен онотмайыҡ. Тире ауырыуҙары ла күпселек осраҡта тап уларҙан йоға. Балаларыбыҙға аңлатыу эштәре алып барыу – ата-әсәләрҙең бурысы. Уларҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн беҙ яуаплы! Беҙ балаларыбыҙҙы эттән талатып үлтереү өсөн үҫтермәйбеҙ!
Гүзәл Монасипова,
райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе.
Фото интернет селтәренән алынды