Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Апрель 2021, 09:05

Донор булғың киләме?

Бөгөн донорҙар көнө.

Ғөмүмән, донор булыу нимә ул? Һис шикһеҙ, тәүге сиратта, кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн яһалған фиҙакәр аҙым.
Донъяла һәр минут, һәр секунд һайын ҡатмарлы операциялар яһала, төрлө ауыр хәлдәргә тарыған, насар сирҙәргә юлыҡҡан кешеләргә ҡан талап ителә. Ҡан һәм уның компоненттарын ҡулланыу иһә йыл һайын миллионлаған кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу мөмкинлеген бирә.
Һис шикһеҙ, йылдан-йыл был йүнәлештәге фән үҫешә, донор ҡаны алыу алымдары ла камиллаша.
Рәсәйҙең 18 йәше тулған һәр гражданы донор була ала. Әммә В һәм С гепатитынан ауырыған, наркология, туберкулез һәм тире-венерология диспансерҙарында иҫәптә торған кешеләр ҡан тапшырыуҙан мәхрүм. Ҡан бирергә килгәндә паспорт булыуы мотлаҡ.
Республика ҡан биреү станцияһы Өфө ҡалаһының Батыр урамында, 41/1-се йортта урынлашҡан.
Унан тыш, донорҙарға ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән түбәндәге һылтанмалар буйынса Ҡан хеҙмәтенең социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә танышырға мөмкин:
https://vk.com/yadonorufa
https://www.instagram.com/ya_donor_ufa/
https://ok.ru/group/54529910636730/
Фото: https://gorodglazov.com/2018/10/01/pochti-500-litrov-krovi-sdali-za-mesyats-zhiteli-udmurtii/
Читайте нас в