Һаҡмар
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Апрель 2021, 12:05
Энергетик эсемлек һатҡандарға - штраф
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын парламенттың 22 апрелдәге пленар ултырышының көн тәртибенә индерҙе.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын парламенттың 22 апрелдәге пленар ултырышының көн тәртибенә индерҙе.
"Закон проектында тонус биргән алкоголһеҙ эсемлектәрҙе һатыу өлкәһендәге талапты боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим ителә, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев. – Ошо өлкәлә сикләүҙәр билдәләгән законды былтыр ҡабул иткәйнек. Ул эшләй башлаһын өсөн яуаплылыҡ сараларын билдәләргә кәрәк. Шуға күрә Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индерәбеҙ".
Бәлиғ булмағандарға ошондай эсемлекте һатҡан, шулай уҡ белем биреү, балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу, медицина ойошмаларында, физкультура-һауыҡтырыу, спорт ҡоролмаларында улар менән сауҙа иткән өсөн граждандарға – өс-дүрт мең һум, вазифалы кешеләргә – 30-40 мең, ойошмаларға 150-200 мең һум штраф һалыу ҡарала. Законды ҡабатлап боҙғандар өсөн штраф күләме арттырыла.
Парламент спикеры әйтеүенсә, закон проекты балаларҙың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелә.
Фото: gsrb.ru/ru/press-center/news/98399/
Сығанаҡ: gsrb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/br-normativ-kho-u-i-akttary/Energetik-esemlek-at-andar-a-shtraf-763694/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи