Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
17 Февраль 2025, 10:10

Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар

Бер көн эсендә 160 банка тушенка һәм 17 кг ҡаҙы әҙерләне. Афарин, темәстәр!

Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар
Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар

Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда «Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабының бүлексәһе эш башланы. Уны асыу инициативаһын Темәс ауыл биләмәһе депутаты Фәнүзә Абдрахман ҡыҙы Йосопова тәҡдим итте. Сөнки гуманитар ярҙамдың өй шарттарында йыйылыуы төрлө проблемалар тыуҙырыуы тураһында уға, депутат булараҡ, күп мөрәжәғәттәр килгән.

Фәнүзә Абдрахман ҡыҙы иремәнлек эшен күптән алып барған , “Һаҡлаусы Фәрештә” шатыбының етәксеһе Гөлназ Хафизоваға, унан район етәкселегенэ мөрәжәғәт итте. Был изге эште асыуға район башлығы Азамат Иҙрисов, уның урынбаҫары Азат Шәрипов, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова булышлыҡ итте. Уларҙың барыһына ла биләмә халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

«Һаҡлаусы Фәрештә” штабының бүлесәһен асыу тантанаһында шулай уҡ Темәс тарихи мәҙәни үҙәге, китапхана, мәктәп уҡыусылары, музыка мәктәбе ҡатнашты. Сарала иң әүҙем ирекмәндәр билдәләнде. Шулай уҡ яраланып, ялға ҡайтҡан яугирҙәр ҙә бүләкләнде. Беренселәрҙән булып яңы бүлексәгә Марат Морат улы Ирназаров гуманитар ярҙам килтерҙе. Ул — махсус хәрби операцияла һәләк булған ил батырының атаһы. Шулай уҡ штаб асылған көндө күптәр гуманитар ярҙам алып килде. Сара бик матур, ойошҡанлы һәм йөкмәткеле үтте. Һәр бер ҡатнашыусы үҙенең киләсәк еңеүгә өлөш индереүен аңланы.

Тантананың абруйлы ҡунаҡтары Азат Шәрипов, район Советы депутаты, «Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының әүҙем ағзаһы, яугир Данис Аслаев, шулай уҡ штаб координаторы Миңлегөл Ҡоланбаева иң изге теләктәрен еткереп, яугирҙәребеҙҙең имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләне.

Һаҡлаусы Фәрештә” штабы асылыу менән ирекмәндәр тағы ла нығыраҡ әүҙемләште. Гүзәл Виситаева һәм Фәнүзә Йосопова яугирҙәргә тушенка әҙерләргә тәҡдим итте. Ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова был изге ниәтте ҡабул итеп алды. Был мөһим эштең бағыусыһы Иҙел Сидыҡов йылҡы һуйып бирҙе. “Арғымаҡ” кафеһы хужабикәһе Нурия Шамил ҡыҙы ирекмәндәргә тушенка әҙерләү өсөн бар шарттар булдырҙы. Альмира Халиҡова, Фирҙәүес Ишматова, Нәзилә Яхина, Розалия Аскерова, Фирүзә Маркова, Миңзифа Низамова, Мәҙинә Сейсембина, Зәйтүнә Нурмөхәмәтова, Римма Ҡасимова, Гүзәл Ямағулова, Дилә Нурғәлина, Альбина Дәүләтбаева, Лариса Артыкаева, Зилә Яҫыбаева, Ишһылыу Вәлишина, Альбина Ғарифуллина, Миңһылыу Ғәзизова, Зилә Сәфәрғәлиева, Венера Ирназарова, Алһыу Ҡасимова, Гөлшат Сөләймәнова, Гөлнара Искәнйәрова, Әлфиә Бикбирҙина бер көн эсендә 160 банка тушенка һәм 17 кг ҡаҙы әҙерләне. Был изге эштә МХО-ла батырҙарса һәләк булған Рәсүл Камил улы Ғәниевтың ҡатыны Луиза ла ҡатнашты.

Темәстә ял көндәрендә Ватан алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы ойошторолдо. Был сара ил һаҡсыларын хәтерләү һәм данлау өсөн үткәрелде. Сараны ойоштороусы һәм бағыусы булып “Һаҡлаусы Фәрештә” штабы ирекмәндәре, һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары, “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге, ауыл китапханаһы сығыш яһаны. Ярышта ауыл халҡы, балалар, шулай уҡ башҡа райондарҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Сараның икенсе өлөшө Темәс ауылы мәсетендә үтте, унда яугирҙәр рухына аят уҡынылар. Шунда уҡ яугирҙәрҙең яҡындары өсөн сәй эсеү ойошторолдо.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә лә Темәс ауыл биләмәһендә көн дә тиерлек матур саралар үтә. Иң мөһиме, еңеү яуланып, яугирҙәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын.

Марат Әүәлбаев, Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире.

 

Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар
Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар
Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар
Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар
Яугирҙәргә ярҙам һәм уларҙың хөрмәтенә ярыштар
Автор: Гузель Салихова
Читайте нас