Һуңлап табылған бәхет
Башы
Айһылыу Юнысбаева
Һуңғы арала үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй,болоҡһоп йөрөгән Сәрбиназ бөгөн таң атыуға ҡояш кеүек балҡып уянды.Күптән инде өләсәһен төшөндә күргәне юҡ .Бөгөн уны шул тиклем матур итеп төшөндә күрҙе.Имеш,һаман да улар үҙҙәренең тауыҡ кетәгендәй бәләкәй генә өйҙәрендә йәшәп яталар. Йәйҙең бер көнө.Урам эсен күгүлән ҡаплаған.Ары- бире йәй көнөнә ярарлыҡ ҡына итеп үҙе таҡтанан әүәләп алған аласығында өләсәһе һөт айыра.Ҡаймағы шул тиклем дә ҡуйы матур булып сеүәтәгә ҡойола.Иң ҡыҙығы:Сәрбиназ шул ҡаймаҡҡа йүнләп ағырға хут бирмәй.Бармағын ҡаймаҡҡа ҡуйып мана ла шуны ялай ҙа ялай.Өләсәһе бер һүҙ әйтһәсе,башына ҡунаҡҡа ғына ябына торған кизе яулығын ябынып алған да күреп, туйып ҡалайым тигәндәй үҙе Сәрбиназдан күҙен алмай. Ә өҫтөндә Майшәкәр инәйҙән бер йомғаҡ майға тектереп алған балитәкле сатин күлмәк.Ней ғәжәптер,сабыр ,һөйкөмлө ,түңәрәк кенә күҙе менән Сәрбиназға оялып ҡына ҡараған төҫлө.Ошо бәхетле минуттан Сәрбиназды ваҡытһыҙ шылтыраған телефоны уятты.Тертләп уянып,ошо татлы минуттың өҙөлөүенә йәне көйгәнгәме,өҫтәлдә ятҡан телефонға теләр-теләмәҫ кенә үрелгәйне ,телефон һүнеп тә ҡуйҙы. Иртә менән кем шылтырата икән ,берәй нәмә булдымы икән тип, йөрәге жеүелдәп ҡараһа, күрше Вәсил ҡатыны икән.Ярай ,бик кәрәкһә, тағы шалтыратыр әле, юғиһә хәҙер кире шылтыратһаң, сәғәт буйы уның тәтелдәүен тыңлар кәрәк, тип теге төш менән һаташыуын дауам итте.Их, кисә һүндереп һалаһы булған икән дә бит телефонды,төшөндә туйғансы ҡарап ҡалыр ине өләсәһенә.Йә,ярай ,ошо татлы минуттар йылға етерлек көс бирә лә баһа.Бына уяныу менән бушты юҡҡа борһаланып йөрөгән күңеле тынысланды, кәйефе күтәрелде.Рәхмәт инде өләсәһенә ,үлеүенә байтаҡ ваҡыт үтһә лә йылына бер-ике булһа ла төшөнә инеп, Сәрбиназды йә нимәнендер ҡурсалай,йә тиҙҙән шатлыҡ булырын иҫкәртә.Өләсәһе әйтмешләй төштө нимәгә юраһаң, шул була ти торғайны,шуға Сәрбиназ төшөн яҡшыға юраны,юрап ҡына ҡалманы,ышанды ,ни тиһәң дә аҡ һөт менән аҡ ҡаймаҡ насарға булмаҫ инде. Төшөн яҡшыға юрап ,өләсәһен күҙ алдына баҫтырып ,ҡәнәғәт кенә йомшаҡ диванда ята бирҙе Сәрбиназ.
Бөгөн ял көнө,ҡабаланаһы юҡ.Ире эштә,көндөҙгө дежурға киткәйне, кисһеҙ ҙә ҡайтмаҫ, улы Мирас менән ҡыҙы Гөлһыуҙы кисә ҡартаталары ялға килеп алдылар.Шуға ла, ашығаһы юҡ.Бына ҡалай һәйбәт булды әле төштөң ялға тура килеүе.Эшкә булһа, Сәрбиназ күптән аяғөҫтө булып,төш онотолоп ,көндәлек мәшәҡәткә сумыр ине .Балаларҙың береһен балалар баҡсаһына ,икенсеһен мәктәпкә әҙерләргә,иртәнге аш-һыу йүнәтеү тигәндәй,һәр хәлдә бөгөнгө кеүек һағышлы ,йылы хәтирәләргә ҡайтыу өсөн ваҡыт табылмай,төш онотолоп та ҡуйыр,бәлки.
Кешеләр әсәйҙәре үлеп, әсә һөйөүенә,әсә йылыһынан мәхрүм булһа,Сәрбиназ әсәһе тере көйө әсә наҙынан мәхрүм булды .Әсәһе Мәстүрә Ғәйшә әбейҙең бер-бөртөк кенә ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙы.Олатаһы Акрам бабай фажиғәле үлеп ҡалғанда, әсәһе Мәстүрә ун йәштәрҙә булғандыр.Мәстүрәгә тиклем Ғәйшә әбейҙең бер улы тыуып үлде,Мәстүрәнән һуң тыуған улы ла 6 ай ғына йәшәне лә ҡапыл ғына ауырып үлеп китте.Балалар ҡайғыһынан арынып,әллә киләсәктә тағы ла әсә булыу бәхетенә өмөт өҙмәй генә йәшәп ятҡанда Ғәйшәгә ҡайғы икенсе яҡтан ишек асты.Иртән имен генә эшкә сығып киткән ирен кискә үле килеш тейәп ҡайттылар.Тракторҙа эшләгән Акрам үҙ тракторының аҫтында ҡалып, аңына ла килмәй шунда уҡ йән биргән.Бөртөк кенә Мәстүрәһен ҡосаҡлап:
-Йә,Хоҙайым,сабырлыҡтар бирһәңсе,әле йәшәй генә торған сағы ине бит.Акрамһыҙ мин нисек йәшәрмен?Ни эшләп ҡәҙерлемде аяманың,аллаҡайым,балам бар бит,атайһыҙ ҡалдырҙың да баһа,-тип һыҡтаны йәш ҡатын.Эй, донъя, һин тигәнсә генә барһа икән дә.Акрамының ҡырҡы үткәс кенә саҡ ипкә-һапҡа килде Ғәйшә.
- Балам,Мәстүрәм бар бит,үҙемә ,Хоҙайым, ғүмер бир инде,минән башҡа уның бер кеме лә юҡ, балам хаҡына үтенеп һорайым,-тип Хоҙайҙан ғүмер һораны.Балаһын кеше итеү теләге уны артабан йәшәргә көс табырға ярҙам итте.Өйҙә иламаны Ғәйшә,төн етһә, кәртәгә сығып иланы,Мәстүрәһенә күрһәтмәне күҙ йәшен.Уйланып ҡайғырып ултырырға ваҡыт ҡалмаһын өсөн, башкөллө эшкә сумды.Ал-ял белмәй фермала быҙауҙар ҡараны.Үлер алдынан Акрамы ҙур итеп өй һалырға хыяллана ине.Юҡ шул,хыялы тормошҡа ашманы,өй бурала килеш ултырып ҡалды.Ахырҙа йыл тирәһе ултырғас ,сереп ҡуйыр тип, бураны Нуғай ауылына һатып ебәрҙе.Күрше Исмәғил:
-Миңә һат әле ,еңгәй , ҡырға ебәрмә бураны, үҙем алам,-тип ҡарағайны ла риза булманы.Күргән һайын бура Акрамын иҫкә төшөрөп тик торор тип уйланы.Йәшәгән өйҙәре ҡайныһынан ҡалған өй. Үтәтмалы,бәләкәй генә өй ныҡ булып сыҡты.Шунда Мәстүрә үҫеп буй еткерҙе,аҙаҡ ҡыҙы Сәрбиназға ла шунда үҫергә насип булды.Ҡара эшкә шәп булды Ғәйшә.Ҡайғы һөйләп,бәғзеләр һымаҡ ауырыу һөйләп, кеше йонсотоп йөрөмәне.Төҫкә- башҡа ул хәтлем үк булмаһа ла сабырлығы,аҡыллы булыуы,эшкә күндәм ,тилберлеге менән абруй ҡаҙанды .Тәүҙәрәк Акрам үлгәс ҡыҙғанып :
-Яңғыҙ ҡыйын булыр, килен, үҙеңә,ҡыҙ ни ҙурайып үҫер ҙә китер,сәпсим яңғыҙ ҡалырың ,урыны тура килһә ,кейәүгә сығырың ул,- тигән ҡайнағаһына:
-Булмай,ҡайнаға, асыуланма,баламды тилмертеп кеше күҙенә ҡаратып ултыртып ҡуяһым юҡ,ни күрһәк тә күрербеҙ,булмай ,тигәс башҡаса һүҙ ҡуйыртып торманы Ғәлләм ҡарт.Үлгән артынан үлеп булмай шул ,башты ташҡа ярып та булмай.Һортыусылар булманы түгел ,булды.Шығай Ғәлимйәне әллә биш килде ҡулын һорап.Ғәйшә нисә килһә лә юҡтан башҡаны әйтмәне.
Бар наҙын,бар йылыһын ҡыҙына бирҙе.Мәстүрә тип йәшәне.Ҡайҙа яҡшы ,ҡайҙа матур Мәстүрәнеке булды.Берәүҙән дә кәм-хур итмәҫкә тырышты әсә Мәстүрәһен.Өҫтәүенә төҫкә-башҡа ла бик матур ине ҡыҙ.Ҡыйылып киткән ҡуйы ҡара ҡаш тиһеңме,шоморт ҡара ҡуйы оҙон толом,килешле генә буй- һын.Көлөп ебәрһә инде сикәһендә уйылған бәләкәй генә соҡор,ҡыҫҡаһы торғаны менән кәртинкә инде.Ҡашыҡҡа һалып йотмалы тейҙәр ундай һылыу ҡыҙҙарҙы. Акрамы төҫкә шулай таҙа,аҡ йөҙлө,ҡуйы ҡара ҡашлы,һыу һөлөгө һымаҡ ине.Кәүҙәгә лә оҙон ғына булды.Ғүмере ҡыҫҡа булды шул.Ғәйшә иҫенә төшкән һайын:
-Акрам ни эшләр ине икән ҡыҙын күрһә, ҡыҙына һоҡланып ҡыуаныр ине микән?- тип уйлап эскенәләре ҡайышып китә лә һуң.
Мәстүрә үҙенең һылыу,матур икәнен бала саҡтан белеп үҫте.Эйе,кем күрһә лә уны:
- Уй ҡалай матур ҡыҙыҡай, сәстәрең бигерәк матур,был тиклем дә ҡыйғас ҡара ҡаш,-тип уны күргән һәр береһе уға һоҡланыуын йәшермәне.Ошо һоҡланыуҙар бала ғына көйө унда мин –минлек тәрбиәләне.Һауалы,тәккәбер ,үҙен генә яратып үҫте Мәстүрә.Шулай булмай ,мәктәптә лә Мәстүрәгә егеттәр тарафынан иғтибар күп булды.Класында ғына түгел мәктәптә ,бәлки,уға һылыулыҡ менән тиңләшкәндәр булдымы икән?Матур ,өҫтәүенә сынъяһау кейенгән Мәстүрәне берәй дәрәжәле генә кешенең ҡыҙы тип тә уйларға була. Холҡо,үҙен тотошо менән дә айырылды Мәстүрә башҡа ҡыҙҙарҙан.Класташ егеттәрен бөтөнләй һанға һуҡманы,ҡыҙҙарға ла бик эйәләшеп барманы.Үҙенән ҙур класта уҡыған ҡыҙҙар,малайҙар менән генә аралашты .Мәстүрәнең уҡыуға бәләкәй кластан барымы булманы,математиканы бөтөнләй үҙ итмәне.Әсәһе Ғәйшә лә ҡыҙының уҡыуҙа аҡһағанын белеп,күпме генә тырыштырып ҡараһа ла ,Мәстүрә алдыра алманы,тырышып та барманы .Урта кластарҙа инде егет-елән күңелен биләне.Ғәйшә ҡыҙына бик эшкә лә йомошаманы,уға ҡыйын булмаһын типме, бөтә нәмәне үҙе эшләргә тырышты.Эштән арып ҡайтҡан сағында ла инде буй еткән Мәстүрә уны диванда һуҙылып ятып ҡаршыланы .Әсәһенең тамаҡ йүнәтеп,ашарға саҡырыуын шулай булырға тейеш ,тип уйланы күрәһең.Арғы остан Маһира әллә нисә Ғәйшәгә:
-Ҡыҙыңды һуймаға аҫырайыңмы,эшкә өйрәт.Бик булмаһа фермаға килһен,һиңә ярҙам итешһен.Анһат,һаман ни инде.Исмаһам,ашарға бешерһен ҡайтыуыңа.Ни эшләп эштән ҡайтҡан әсәһен көтөп ята ул,тамаҡ та йүнәтмәй,бынағайыш -,тип асыуланып ҡараны.Нисә йыл бергә быҙау ҡарап ,ҡатышып йөрөгән Мәрфүға ла:
-Мәстүрәне йомшамайһың бит әй.Хәҙер ошо ваҡытта ауыҙын йырып йомшамағас ,ҡасан йомшамаҡ булаң.Бөтәһенә лә үҙең.Улай булмай ҙа инде,Ғәйшә,ярай ҙа ул, ҡәҙереңде белһә.Ана ,уның йәшендәге ҡыҙҙар, һыйырына тиклем һауа,-тип үпкәләп әйтеп ҡараны. . . Бәләкәйерәк саҡта бәләкәй тип йәлләп эш ҡушманы,үҫә төшкәс ,ҡушһа ла эшләмәне Мәстүрә.Аҙаҡ инде башына төшһә эшләр әле,мин үҙем дә Акрамға кейәүгә сыҡҡас ҡына эшкә өйрәндем бит тип,үҙен йыуатты.
Эйе,бәхете Ғәйшәнең, аҡыллы ҡәйнәгә тура килде.Ун туғыҙы яңы тулған Ғәйшәне ажғырмай,екермәй ,ипле генә итеп өйрәтте эшкә ҡәйнәһе.Атайһыҙ үҫкән Акрам үҙе лә эшкә йәштән өйрәнгән ине.Бесән сабыу,утын әҙерләү кеүек ирҙәр эшенә
-Бер үҙемә күңелһеҙ,әйҙә һин дә минең менән-, тип бисәһен эйәртеп алып йөрөп ,үҙе өйрәткәйне ваҡ –төйәк эшкә.Ғәйшә үҙе лә әсәһе мәрхүмәгә оҡшап күндәм ине шул.Әсәһе ике балаһын ҡалдырып йәшләй генә үлеп китте.Ике бала менән тол ҡалған атаһы күп тә тормай өйгә үгәй әсәй алып ҡайтты.Үгәй әсәй ҡаҡманы ла,үҙенеке итеп йән дә атманы,йыл үтеүгә ҡустыһы тыуғас, бала ҡарау Ғәйшәнең елкәһенә ятты. Шулай Ғәйшә унынсыны бөткәнсе ата йортонда торҙо.Ул унды бөткәнсе тағы ике ҡустыһын ҙурайтты әле.Үҙенең өҫ-башын йүнәтеп, шунан берәй ергә уҡырға барырмын әле тип ,һуңғы экзамендан һуң тура ферма мөдире Азат ағайға эш һорап килде. Завферма Азат Ғәйшәне әйҙүкләп ҡаршыланы,йәй көнө һауынсы,быҙау ҡараусыларға алмаш бик кәрәк.
-Иртәгә үк эшкә сыҡһаң да була,Сәлимә еңгәң туйға көн һорай ине.Урыныңа кеше табып кит тигәйнем,таба алмай ҡаңғыра , бик һәйбәт булды.Әле ул быҙауҙары янында ,барып эш рәтен белешеп ҡайт та әйҙә иртәгәнән эшкә.Көндө иртәгәнән ҡуйырмын.
Бына шулай ваҡытлыса,өҫтөн бөтәйем тип кенә эшкә барған Ғәйшә пенсия йәшен уҙып киткәнсе ошо фермала быҙау ҡараусы булып ҡалды.
Ул эш башлағас та фермаға һыу һөлөгө кеуек,йәш,өҫтәүенә сибәр ,аҡыллы егет Акрам әрме хеҙмәтенән һуң һөт машинаһына шофер булып эшкә килде. Күрше өс саҡрым ятҡан Аҡҡолай ауылы егете ине ул.Буй етмәҫлек булып күренгән егеткә бик иғтибар итмәҫкә тырышты Ғәйшә.Акрам үҙе лә башта Ғәйшәне иғтибарға алманы.Шулай ҙа һуңғараҡ:
-Сәләм, ҡыҙҙарҙың уңғанына!-тип үтеп киткеләне. Һуңғараҡ, ара-тирә,күреп ҡалһа,Ғәйшәнең ботлоҡ биҙрәһен күтәрешеп тә китте.Артыҡ һүҙ әйтеп маҙаһыҙламаны үҙе,шулай ҙа серле генә итеп йылмайып ҡуйғыланы.
Ғәйшә быҙауҙарына,ферма коллективына ла яйлап өйрәнә төштө.Әйтергә түгел, эш ауыр ине,бөтә эш ҡул менән башҡарыла,быҙауҙар йәш бала менән бер ,саҡ ҡына һөт артыҡ эсһәләр эстәре китеп ауырыйҙар.Тәүге көндәрҙә
- Юҡ, бында оҙаҡ эшләп булмаҫ,бер –ике -өс ай эшләп өҫ-башымды ғына бөтәп алайым да,ҡалаға эшкә булһа ла китермен ,- тип үҙен йыуатты.
Өйгә ял итергә ҡайтһа ла тыныслыҡ юҡ,үгәй әсә үгәй әсә инде,ҡайтыуыңды көтөп кенә тора ул-был ҡушып йүгертергә.Шулай йөрөй торғас, Яңы йылға ла күп ҡалманы.Йәшлек ғәләмәте үҙенекен итә,арып ҡайтһа ла үгәй әсәһен һөйләндереп, бер нисә тапҡыр киноға сыҡҡыланы күршеләге Әсмә еңгәһе менән.Әсмәнең ире үлгәненә биш-алты йыл булалыр,ике бала менән йәшләй генә тол ҡалды.Шул эскелек ғәләмәте инде.Эсеп ҡайтып йоҡлап ятҡанда үҙ ҡоҫҡолоғона үҙе сәсәп үлгән.Ярай, Әсмә йәш балаһы ауырып, балниста булып ҡалған,атыу ҡәйнәһе айғыр Яңыл:
- Ҡарамай үлтергәнең,хайырсы,иреңде үлтереп һалып ҡуйғаның,- тип өҫтөндә өйҙәй булыр ине.Ире үлер алдынан ғына колхоздың буш торған өйөн йүнәтеп күскәйнеләр.Ғәйшәләргә ҡаршы ғына.Балаһының береһе быйыл уҡыуға барҙы,икенсеһенә алты йәш тирәһе .Әсмә үҙе кәнсәнең иҙәнен йыуа.Шардауай,төҫкә-башҡа ла арыу ғына Әсмәне Ғәйшәнең үгәй әсәһе Фариза ни эшләптер өнәп етмәй.Уның менән йөрөгәнен күрһә:
-Тиңең бөткәнме ,иҫаҡай,ике балалы бисә менән йөрөмәһәң,йөрө үҙеңдең тиңең менән,һәптән Әсмә лә булғанмы кеше?- тип сағырға ғына тора.Ғәйшәнең тиңдәштәре ни ауылда юҡ тиерлек,Алмагөлдән башҡа.Ул, институтҡа һынау биреп, инә алмай ҡайтҡас, өйөнән дә сыҡмай, икенсе йылға әҙерләнә .Етмәһә, арғы оста.Етеш ғаиләлә,ата-әсәһенән иркәләнеп кенә үҫкән Алмагөл, мәктәптә уҡыған да уҡ,Ғәйшәгә танау өҫтөнән генә ҡараны.Бер класта уҡыһалар ҙа сит ине улар бер-береһенә.Әсмә менән рәхәт,ул Ғәйшәне аңлаған һымаҡ,сере лә һыя уға.Асыҡ-ярыҡ,эсендәге тышында.Уты-һыуы ла бергә булып китә.Әле кисә лә эштән ҡайтҡанда осраны ла:
-Бикәс,Яңы йылға костюм әҙерләйек.Кейенеп сығайыҡ, бер ҡыҙыҡ булһын ибет.Кеше ҡарап ултырғансы,кейенеп кеше араһында йөрөйөк.Гөльямал да кейенә.Быйыл елканың бүләктәре лә арыу ти бит,- тип теңкәһенә тейҙе Ғәйшәнең.
-Белмәйем,әйтә алмайым шул еңгәй.Хәҙер Фариза апай һөйләнә ул,шул ғына ҡалғайны тип.Мин кейенмәһәм ни Гөльямал менән сығырһың ,-тип ҡарағайны ла уй-вайына ҡуймай Әсмә:
-Икәүләп тигәс икәүләп, һинең ваҡытың булмаһа, үҙем тегәм костюмды, һиңә лә, үҙемә лә.Һөйләнһен,Фаризаның һөйләнеүе бөтәме.Уға мәңге ярап булмаҫ.Барыбер икебеҙгә лә әҙерләйем,сығабыҙ елкаға,- тип тороп ҡалды.
-Ярай һуң атыу, тиеүҙән сара ҡалманы уға.Өйҙә уға ирек юҡ шул тегенеп ултырырға,әле бына шул һөйләшеп торғанды күргән Фариза :
-Тағы бер аҙ торһаң ней була, шул быйтандаҡ Әсмәң менән.Ҡуйсәле, был хәтлем дә булырһың икән,күп йөрө әле әйткәнде тыңламай, шуның менән,исемең сыҡҡаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырың.Күҙе- башы уйнап ,ир көҫәп йөрөгән бисә.Күпме әйтәм,тыңламай.Ана мунсаның һыуыҡ һыуын ташы ,умывальник биҙрәһен түк тә ,һыйырҙы һауып ин ,-тип йөҙләгән эшен ҡушып төпкө өйгә инеп китте Фариза.Ғәйшә Фаризаның йөҙ фарманына күнеп бөткән инде ,уға иҫе китмәне,төпкө өйҙә күҙлеген танауына һалып гәзит ҡарап ултырған атаһына хәтере ҡалды,ярай Фаризаға үгәй булһа ла уға бит үҙ балаһы.Ник әйтһә икән, исмаһам ,тамаҡ ашап алһын тип,йә әҙерәк тын алһын тип.Юҡ шул, әсәң үлһә,атаң еҙнә тигәнде белмәй әйтмәгәндәрҙер. Инеп өҫтөн алыштырып, силос еҫе аңҡып торған кейемен соланға элде лә өнһөҙ генә биҙрә алып тышҡа сығып китте Ғәйшә.
Бер көндө көндәгесә йәш быҙауҙар менән айҡашып,арманһыҙ арып саҡ ҡайтып килгән Ғәйшә ҡолаҡ төбөндә бипелдәгән тауышҡа ҡото осоп ситкә һикерҙе.Әллә ниндәй уйға батып ,арттан Акрамдың молоковозын да абайламаған.Машина ҡыҙҙың тапҡырына килеп туҡтаны .Мөләйем генә йылмайған егет :
-Әйҙәгеҙ,ауылда төшөрөп ҡалдырырмын,ара йыраҡ ҡына ,ултырығыҙ машинаға, –тине яғымлы ғына.Ғәйшә ҡойолоп төштө,берҙән эш кейеменән оялды,алыштырырға уйлағайны ла бит,арығас,йә ярар, тип быҙау араһында йөрөгән әрһеҙ кейемен дә сисмәйенсә ҡайтырға сыҡҡайны.Тағы етмәһә, кофтаһының еңе лә һүтек,тегергә ҡулы теймәй йөрөй .Ҡаушауынан ҡыҙ,бурҙаттай ҡыҙарып:
-Юҡ,юҡ йәйәү ҡайтам,-ти башлағайны,егет ныҡыш булып сыҡты.Кабинаһының ишеген асып ,серле генә йылмайып Ғәйшәгә:
-Йә,ярай,инәлтмә,ултыртҡан өсөн аҡса алмайым,ҡурҡмағыҙ, тигәс,ирекһеҙҙән Акрамдың йәнәшәһенә инеп ултырҙы.Үҙе оялғанын бер нисек тә йәшерә алмай йонсоно.
-Ҡурҡма,ҡурҡма,мин кеше ашамайым ,-тигәс кенә әҙерәк тынысланды ла,бер нөктәгә төбәлеп ултыра бирҙе.Ауыл менән ферма араһы арыу ғына ара ,ике –өс саҡрым булыр.Егет ҡыҙҙы ҡурҡытмайым тинеме ,тағы бер күҙ һирпеп ҡараны ла ауылға еткәнсе бер һүҙ ҙә өндәшмәне.Ауылға инмәй ,оло юлдан тура маслауайға йөрөгән Акрам был юлы ҡыҙҙы ауыл эсенә индереп Әсмәләр тапҡырына ҡалдырып китте. Бына шулай башланып китте уларҙың уртаҡ яҙмышы.Ғәйшәнең ҡарар күҙгә бик салынып торған һылыулығы булмаһа ла үҙенә тартып торған ниндәйҙер һөйкөмлөлөгө бар ине. Өҫтөн бөтәрлек кенә аҡса эшләрмен дә берәй ергә уҡырға барырмын, тип йөрөгән ҡыҙ, әллә ни эшләне лә ҡуйҙы. Ни эшләптер гел генә Акрамды күргеһе килеп тик торҙо.Ферма уның өсөн көндән –көн яҡынайҙы,эштең ауырлығы ла тойолмай ,хатта.Ҡыҙыҡ инде ,үҙе Акрамды күрергә йән атып килә фермаға, ә үҙе уның күҙенә салынырға ла ояла.
Һуңғы арала Акрам үҙе лә иртә йөрөй башланы фермаға.Баштараҡ Ғәйшә эшләгән быҙау һарайына уңайһыҙланып ҡына инә торғайны.Аҙаҡ бында үҙ кешегә әйләнә башланы.Ғәйшә менән эшләгән Фатима апай көлөмһөрәп:
-Их,егеттең бына тигәне һиңә ҡороҡ һалырға уйлай түгелме,ҡыҙый.Ике күҙен һинән алмай,бына бәхет ,-тип шаярта башланы.Шулай үҙенән- үҙе ике йәш йөрәк бер-береһенә яҡынайҙы.Үҙе ипле,үҙе мөләйем егет ҡыҙҙы башкөллө ғашиҡ итте үҙенә.Акрам артыҡ мөхәббәт һүҙҙәре һөйләп Ғәйшәнең башын ҡатырманы ,ҡаф тауҙарын да вәғәҙә итмәне. Әммә һөйөү тулы наҙ менән бер ҡарашы Ғәйшәне был донъяла иң бәхетле кеше итте. Ярты йыл тирәһе Ғәйшә менән дуҫлашып йөрөнө лә 8 март байрамына әйттереп тә ҡуйҙы.Сәсеүгә төшкәнсе, биш- алты дуғалы итеп туй үткәрҙеләр.Шулай итеп, ул Аҡҡолай ауылы Ғәйзә әбейҙең килене булып китте.Үҙҙәренең ауылы менән ара өс-дүрт саҡрым тирәһе генә булғанға , эшен дә ташламаны,тап килһә Акрамына ултырып, тап килмәһә йәйәү тигәндәй фермала эшләүен дауам итте. Ғәйзә әбей уны тәү күреүҙән “ҡыҙым”тип өндәште,мәрхүм булғансы ла “ҡыҙым” тип үлеп китте.Яратты ул Ғәйшәне,эшенә киткәндә самауыры менән оҙатты,эшенән ҡайтҡанда ла боҫорап ултырған самауыр,йылы ашы менән ҡаршыланы.Үгәй әсәйҙең әр-битәренән арығанғамы,аҡыллы Ғәйзә әбейҙе Ғәйшә үҙе лә бейемем тип өҙөлөп торҙо. Бер йыл үтеүгә малай тапты Ғәйшә. Акрам атлап түгел,осоп йөрөнө,малайы тыуғас. Мазһар тип исем ҡуштылар. Хас Акрамдың үҙе ине. Алты ай тигәндә ,өс-дүрт көн генә ауырып,өйҙәгеләрҙе ҡара ҡайғыға һалып мәрхүм булды Мазһар. Ир кеше ир кеше инде,тешен ҡыҫып түҙҙе Акрам.Хис –тойғоһон бик тышҡа сығарманы.Ә Ғәйшә бик ауыр кисерҙе был ҡайғыны.
Ғәрифә әбей эстән үҙәге өҙөлһә лә,киленен:
-Йә, ярай, ни хәл итәһең килен,хоҙай ҡушҡан эш ,хоҙайҙан уҙып бер нәмә лә эшләп булмай,-тип йыуатты.-Булыр әле,йәшһегеҙ,үҙеңде һаҡла,артыҡ көйәләнмә-тип үҙе лә ҡушылып илап ебәргеләне.
Ғәйшә арыуыҡ ауырға ҡала алмай йонсоно.Бер нисә тапҡыр,әллә эсең түбәнләнеме икән тип ,Ғәрифә әбей һылап та ҡараны.Акрамына рәхмәт ,мыжыманы, балаң юҡ ,тип йәненә теймәне.Шулай ҙа бала яратҡанлығын әллә ҡайҙан белеп була ине.Ғәлләм ағаһының,Мәрүәр апаһыныңбалалары килһә ,мәш була .Шулар менән шаяра,уйнай.Йәшәүҙәренә биш йыл тигәндә бөтәһен дә ҡыуындырып Ғәйшә Мәстүрәһен тапты.Исемде Ғәрифә әбей үҙе ҡушты.
Шатлыҡ менән ҡайғы бергә йөрөй тигәндәре дөрөҫтөр инде.Мәстүрә атлап ҡына киткәйне, Ғәрифә әбей ауырып китте.Больницаға барғайны,врачтар Өфөгә яҙып ҡайтарҙы.Акрам көн һорап, әсәһен Өфөгә алып китте.Өфө врачтары тикшереп, Ғәрифәлә яман ауырыу таптылар.Акрамдың үҙен генә врач бүлмәһенә саҡырып :
-Эш үткән,һуңлап килгәнһегеҙ ,-тип аңлатты.Акрамды ток һуҡҡандай булды.Башы әйләнеп китте.
-Ағай,операция эшләп булһа ла ярҙам итегеҙ инде ,-тип үтенде ул аҙарынып.
-Булмай,шул ҡустым, йөрәге лә насар,операция өҫтәлендә үлеүе бар.Иң яҡшыһы үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ,мөмкин тиклем ҡәҙер итегеҙ,аҙаҡ үкенерлек булмаһын,уҙа барһа ярты йыл йәшәр ,-тине.-Кәрәкле дарыуҙарҙы яҙып бирербеҙ ,үҙегеҙҙең районда учетҡа алырҙар,дарыуҙар бушлай булыр.Врач бүлмәһенән нисек сыҡҡанын ,ҡайҙа барғанын да аңламаны Акрам.Яп-яҡты коридорҙа үҙен сабыр ғына көтөп ултырған әсәһен тапмай ыҙаланы.Күҙҙәре менән осрашҡас, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды .Әкрен генә әсәһенең янына ултырып ҡосаҡлап алғас та әсә йөрәге һиҙҙе.Эштәр яҡшынан түгел,улының шул тиклем дә ҡобараһы осҡанын күргәне юҡ ине әле.Шуға уны артыҡ һорауҙар биреп яфаламаны:
-Бөгөн ҡайтабыҙмы ,улым?-тип һораны.Әсһенең һорауына саҡ айнып үҙен ҡулға алды Акрам:
-Эйе,әсәй,хәҙер берәй ергә инеп тамаҡ ялғап алабыҙ ҙа ,поезға төшөрбөҙ,-тине.
Ғәйшә улар киткән көндө яман төш күреп барһаланып ,йоҡлай алмай аҙапланды.Урам аша аҡҡан йылға шул тиклем ташҡан,һыуы болғансыҡ,бысраҡ.Бысраҡ һыу уларҙың тупһаһына килеп еткән.Ҡапыл ишек асып сығып килгән Ғәрифә тупһаны аша атлауы булды,бысраҡ һыуға төшөп аҡты ла китте.Тәҙрәнән ҡарап торған Ғәйшә ҡысҡырайым тиһә-тауышы сыҡмай,йүгерәйем тиһә-аяғы атламай,шулай ҡәйнәһенең ағып киткәнен тәҙрәнән ҡарап торҙо ла ҡалды.Баҫлығып,ҡурҡып килеп уянды ла башҡаса күҙенә йоҡо эленмәне.
Киткәндәренә өсөнсө көн тигәндә Акрам әсәһе менән ҡайтып етте.Ҡайтып ингәс тә иренең төҫөнән ҡыуаныслы хәбәр көтмәне. Ҡәйнәһе ,бахыр,йылмайып килеп инеү менән йоҡлап ятҡан Мәстүрәгә йәбеште.Әллә нисек быға тиклем иғтибар ҙа итмәгәнме ҡәйнәһенә,өс көн эсендә ҡәйнәһе һурығып ,бәләкәйсәйеп киткән һымаҡ күренде Ғәйшәгә. Ире Мәстүрәһен иркәләп , ашап-эсте лә эшенә сығып китте.Ғәйшә улар Өфөгә сығырға булғас ,бер аҙнаға көн алғайны.Мунса яҡҡайны,сәй эскәс Ғәрифә ятып торҙо,Ғәйшә Мәстүрәне яҡты-күҙҙә мунса индереп ҡалайым ,тип мунсаһын тәрбиәләргә китте.Мунсаһын тәрбиәләп ҡайтҡас, Мәстүрәнең мыжыуына ҡарамай,мунсаға алып китте.
Акрам бөтәһен дә бисәһенә мунсала һөйләп бирҙе,Ғәйшә өнһөҙ ҡалды.Шул саҡ иренең күҙендә йәштәр ағыуын күрҙе.Атаһы йәшләй үлеп ,әсә ҡулында үҫкән ир баланы нисек йыуатырға ла белмәне бисәһе.
Ярты йыл тиһә лә врач һигеҙ ай йәшәне ,Ғәрифә әбей.Мәстүрәгә ике йәш тулған көндө баҡыйлыҡҡа күсте. Һуңғы ике айында Ғәйшә эшкә сыҡманы,матур итеп тәрбиәләргә тырышты ҡәйнәһен.Янынан китмәне,аҡтан-аҡ кейемдәр кейҙерҙе,йылы һүҙен ҡыҙғанманы.Акрамы ла эшкә көндән –көн шиңгән әсәһенең арҡаһынан ҡағып ,маңлайынан үбеп сығып китер булды.Теле яңы асыла башлаған, үҙенсә тәтелдәп маташҡан Мәстүрә генә ҡәртәсәһенең гел генә ятаҡлап тороуына ризалашмай ,унда-бында тартҡылап маташты.
Донъялыҡта нисек сабыр,тыныс булған Ғәрифә,әхирәткә лә шым,тыныс ҡына күсте.Ғәйшә түгелеп иланы,ҡара йәшенән етем ҡалып, бер наҙ күрмәй,инде ҡәйнәһен әсә урынына күреп йәшәйем тигәндә, тағы ярты етем ҡалды.
Ҡәйнәһенең ҡырҡын уҙғарғас та эшкә сыға алманы Ғәйшә.Бәләкәс,ҡураныс ҡына Ғәрифә әбей өйҙәң ҡото булған икән.Өй бушап ,төҫһөҙләнеп ҡалған кеүек булды.Нимәгә тотонһа, шул иҫкә төшөрҙө ҡәйнәһен.Урҙалағы ҡәҙерле кейем-һалымын өсөндә,етеһендә,ҡырҡында яҡын күргән кешеләренә таратты.Түшелдереген,сәсүрмесен,үҙе алып биргән һары йылы кофтаһын,Акрамдың алып биргән быймаһын үҙенә алып ҡалды. Ҡалғанын бикәме менән Ғәлләм ҡайнағыһының бисәһе Ғәрифә әбейҙең төҫө итеп алдылар . Бер килке ҡәйнәһенең үлеменә ышана алмай ҡаңғырҙы .Бына –бына тыштан инеүгә сәй әҙерләп, көтөп торор һымаҡ ,ялтыр самауырын тотҡан һайын Ғәйшәнең йөрәге сәнсте.Ғәйшә үҙе лә һурығып ,ябығып китте.Акрам эше менән үҙен алдарға тырышты, мөмкин тиклем бисәһенә иғтибарлы булды.Әлдә ярай йыуаныстары -тәтелдәп һөйләшеп маташҡан Мәстүрәләре бар.Акрамы эштән ҡайтһа ла Мәстүрә тип үлә. Ғәйшәнең атаһы ҡоҙағыйы үлгәс ,бер-ике тапҡыр хәл белешеп китте. Ғәрифә иҫән саҡта ла һирәк йөрөштөләр бер-бере менән.Ғәйшә ауыл аша эшкә йөрөһә лә ата йортона бик тартылып торманы.Ҡустыларын күргеһе килгән дә лә Акрам менән генә һуғылырға тырышты.Фариза ингәндән зар менән ҡаршылай, сыҡҡансы зар менән оҙатып ҡала .Әле атаһын ,әле бер әсәнән тыуған Ғәйшәнең ҡустыһы Ғәфүрҙе бушты- юҡҡа әрләп алып китә.Шуғалыр,ҡустыһы унды бөткән йыл уҡ көҙөнә һалдатҡа китте лә,шунда торҙо ла ҡалды бер мәрйәгә өйләнеп.Ике балаһы бар ,Орел ҡалаһында хеҙмәт итә.Бик һирәк ҡайта,мәрйә килен ҡайтып күренгәне лә юҡ .Хәҙер бер ике-өс йыл Ғәфүр үҙе лә ҡайтҡаны юҡ .Һуңғы ҡайтҡанында Ғәйшә Акрамы менән һарыҡ һуйып матур итеп ҡунаҡ итеп ҡалғайнылар.Ғәрифә әбей үҙе йүгергеләп йөрөп китеүенә күстәнәстәр әҙерләне алып китеүенә.Ҡаҡланған ҡаҙ,һары эремсек, тарта һалып талҡанына тиклем һалды.Юлына булыр тип мурт ҡына итеп сөсикмәгендә бешерҙе.Бахыр,әллә һуңғы күрешеүен беледеме,хатта ихлас йөрөгәйне. Элегерәк анда-һаяҡ хат яҙып һала торғайны Ғәфүр,әле хат яҙыуҙы ла онотто.Ғәйшә кеүек кешегә йылымыс түгел шул Ғәфүр ,күберәк атаһына оҡшап һалҡын,туң.Теңкәһенә тейеп мыжыған Фаризаны ла өндәшмәй еңә торғайны.Төҫө башы менән дә атаһына оҡшап нәҙек оҙон ,ҡуңыр йөҙлө.
Ваҡыт дауа тигәндәре шул микән,Ғәйшә ҡәйнәһе үлеп өс-дүрт ай үтеүгә тынысланды. Күрше урамда йәшәгән Акрамдың апаһы Мәрүәргә Мәстүрәһен ҡалдырып эшенә барҙы.Акрамы:
-Әллә ҡыш сыҡҡансы өйҙә ултыраңмы?Бала ла бәләкәй.Эш тип үләһең дә тораһың,ял ит өйҙә,- тип ҡараһа ла эшен һағынғайны.
Шул йылды көҙ колхозға ике яны ДТ тракторы алдылар ҙа,береһен Аҡҡолай бригадаһына бүлделәр.Колхоз рәйесе Акрамды саҡырып алып:
-Ҡустым,һинән дә ышаныслы кеше тапманым,әйҙә тракторға ултыр.Мин молоковозға шофер табырмын,-тине.
-Әхәт ағайға бирегеҙ,уның стажы ла бар,мин үҙемдең эшем дә ҡалайым, –тип ҡарағайны ла колхоз рәйесе:
-Өр-яңы трактор туҡтамай эшләргә тейеш,Әхәт ағайың бер көн ҡыйыш тейәһә,аҙна буйына һуҙыла.Шул ҡарауылында ғына йөрөп торһа ла ярар Әхәт.Һин алаһың,- тип, уй-вайына ҡуймай тракторҙы барып алырға ҡушты.
-Армияға тиклем тракторҙа эшләнең,һинән дә ҡулай кеше юҡ,һүҙемде йыҡма инде,ҡустым,-тип торғас, ризалашты.Холҡо менән йомшаҡ,кешегә ҡаршы тороп өйрәнмәгән шул ,шуға колхоз рәйесенең дә һүҙен кире ҡаға алманы.Акрам ике көндән тракторҙы барып алды ла молоковозын үрге ос Ғәли малайы Таһирға тапшырҙы.
Тракторҙа эшләгәне булһа ла ҡапыл-ғара өр –яңы тимер-атҡа өйрәнә алмай аҙапланды бер талай.Шулай ҙа туңға һөрөүҙәр башланғансы тракторҙың бик күп серҙәренә төшөнөп өлгөрҙө.Эшләһәң эш ҡарышмай ,тигәндәй икенсе йылына уҡ ер һөрөү буйынса колхозда беренселекте алды.Колхоз рәйесе йыйылышта ҡулын ҡыҫып, премия тапшырҙы .Өс йыл рәттән район алдынғылар рәтендә йөрөнө.Ярыш алдынғыһы ,тип әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары,премиялар алды.Бер йылы колхоз хатта тана менән бүләкләне.
Ғәйшәнең исеме лә гел алдынғылар сафында йөрөнө.Ферма мөдире Азат ағаһы уның эшенән ҡәнәғәт булды.Эшкә әүрәп йөрөһә лә Ғәйшәнең бала табыу теләге уйынан сыҡманы. Әллә,иренә бер баһадир ул табып бирһә ,ҡана ла һуң. Әсмә еңгәһе уны ике тапҡыр Илсеғолдағы Артыҡ әбейгә эсен һылата алып барҙы.Моғайын шул ярҙам иткәндер,Мәстүрә уҡырға бара торған йылы Ғәйшә тағы ауырға ҡалды.
Баштараҡ үҙе лә ышанмай йөрөнө. Бер көн эштән ҡайтышлай Әсмә еңгәһенә һуғылды.Ғәйшәнән бигерәк Әсмә үрле-ҡырлы һикерҙе,әйтерһең үҙе ауырға ҡалған.
-Бикәскәйем ,имен-аман ғына табырға яҙһын,бер үк ауыр нәмә күтәрмә,һаҡла үҙеңде ,кемде тапһаң да тап,алтағзаһы һау булһын.Бына ҡалай һәйбәт булған.Акрам кейәүем һикереп төшөр инде ,-тип үҙе белгән ваҡ-төйәген өйрәтеп,Акрамға әйтергә ҡушып ҡайтарып ебәрҙе.Эй,шатланды ла һуң был яңылыҡҡа Акрам.Бисәһен наҙлап ҡосағына алды,тәү күргәндәй һөйөп күҙҙәренә баҡты.
-Бисәкәй,үҙеңде һаҡла,бер аҙыраҡ эшләрһең дә ялға китерһең.Бөтмәҫ колхоз эше.Мин тапҡан да етер,-тип ҡырҡа һуҡты.Дүрт айҙан улы тыуҙы.Тыуҙы ла өс сәғәт кенә йәшәп баҡый донъяға күсте.Врач менән медсестра инеп:
- Улығыҙ ҡарында саҡта уҡ бер бөйөрө үҫешеп етмәгән,шуға күрә йөрәгенә лә зыян килгән ,-тип аңлата башлағас та Ғәйшә түҙемлеген юйып ҡысҡырып ебәрҙе:
- Һуҙмағыҙ ,дөрөҫөн әйтегеҙ,әллә үлдеме?-тип врачҡа текәлде.Врачҡа башын түбән эйеүҙән башҡа сара ҡалманы.Башҡаһын йүнләп хәтерләмәй ҙә.Медсестра укол ҡаҙаны. Иҫенә килгәндә бүлмәләш ҡатын баш осонда ултыра ине.Сабыр,аҡыллы Ғәйшә үҙен- үҙе тыя алмай һөйләнеп-һөйләнеп иланы:
Эй,Хоҙайым,ниндәй гонаһтарым өсөн,ниндәй гонаһтарым өсөн,нисә ай буйына йөрәк аҫтымда йөрөтөп тапҡан баламды ҡулыма тотоп та ҡараманым бит.Балаҡайым,балаҡайым,тартып алырға булғас,ниңә бирҙең һуң,Хоҙайым?-тип үкһене ул.
Акрам килгәс:
- Акрам мин бит малай булыуын теләнем, ни эшләп балабыҙға ғүмер ҙә һораманым икән?Шул тиклем ҙур өмөттәр бағлап ,өс сәғәт ғүмер өсөн генә таптыммы ни,исмаһам, ҡулыма ла ала алманым бит,һине мәхрүм иттем,ғәфү ит мине,Акрам,-тип күкрәгенә башын һалып иланы.Акрам еүешләнгән күҙҙәрен бисәһенән йәшереп ситкә ҡараны.Бисәһен ҡосағына ҡыҫып:
-Йә,Ғәйшә,илама әле,тәҡдире шулай булғандыр,илама,илау менән терелмәҫ,өмөттө өҙмәйек,һаулыҡ булһын,-тип йыуатҡан булды.
Ни эшләһен башты ташҡа ороп булмай,Акрам улын алып ҡайтып Булат тип исем ҡуштырып ҡәртәсәһенең янына ҡуйҙы.
Малайының үлеменән һуң бөтөрөнөп,ябығып китте Ғәйшә.Ир кеше ир кеше инде ,эстән ниҙәр кисергәндер,әммә Акрам тышҡа сығарманы,эстән бөтөрҙө.Ғәйшәне Әсмә еңгәһе тәрбиәләне,йыуатты.
-Ярай,йәшең уҙмаған, насибы булһа табырһың,бик үк бөтөрөнмә ,бикәс,тип ураған һайын килде,хәлен белде.Малай насип булманы шул Акрам менән Ғәйшәгә,бер йыл тирәһе йөрөгәс,тағы ауырға ҡалды,әммә өс –дүрт айлыҡ сағында ҡорһағы төшөп,арыуыҡ ҡына больницала ятып сыҡты.
Әлдә арала күңел йыуатырлыҡ Мәстүрәләре бар.Бар ҡайғыларын шуға баҫып йыуаныс таптылар.Уҡыуға оҙатып,ҡаршы алып ваҡыт үтә торҙо.Икеһе лә эштә лә ал-ял белмәй баш баҫып эшләнеләр. Шулай барына ҡәнәғәт булып,юғына сабыр итеп өй яңыртырға хыялланып ҡына йөрөгәндә Акрам фажиғәле үлеп ҡуйҙы.Өй ҡайғыһы ла китте.Ғәйшә үҙе лә саҡ арынырға көс тапты был ҙур ҡайғынан.Бала ҡайғыларынан саҡ арынып, яңы күҙен асып килгән ҡатын, шаңҡыны был ҡайғынан.Ҡатты ла ҡалды.Хатта илай ҙа алманы.Акрамдың ҡырҡын үткәргәс,хатта постелдә ятып ауырыны.Бикәме,уның балаларының хәстәре менән,саҡ аяҡҡа баҫып нығынып китте.
Кире фермаға барҙы.Башкөллө эшкә сумды.Көндөҙ эш менән ,ҡайтҡас Мәстүрәһе менән ваҡыты үтә.Төндәрен үткәреүе ауыр булды,йә йоҡлай алмай,йоҡлап китһә Акрам менән һаташты.Бер -ике йыл шулай туҡтауһыҙ төшөнә инде ире.Уйҙарынан уйылған саҡтарында донъянан ваз кискән саҡтары ла әҙ булманы.Тик Мәстүрә өсөн йәшәү кәрәклеге уны артабан йәшәргә әйҙәне.
Анда –һаяҡ бесән ваҡытында ҡатындарға ял бирергә Ғәйшә фермаға эшкә сыҡты,эшһеҙ ҙә булмай, аҡсаһы ла кәрәк. Сәрбиназға пособияһын юллағайнылар,ваҡ-төйәклек булһа ла ярап ҡалыр.
Мәшәҡәтле булһа ла ошо тормошона риза ине Ғәйшә.Ярай әле ,Мәстүрәһе балаһын янына ҡайтып тапты.Ошо баланы хәҙер сәғәт күрмәһә, һағына.Бөтә хәсрәтен оноттора.Хәҙер инде өс айын тултырып ҡәҙимге алдарға өйрәнде.
Эх ,был тормош тигәнең,ни эшләп бер алдын,бер артын күрһәтә икән?Яралар ҙа уңала төшкәйне лә баһа.Ғәйшә ошолай ғына барған тормошона ҡәнәғәт ине,шул тиклем риза ине тормошона.Юҡ шул,ни хәлдәр итәһең,һин тигәнсә генә бармай шул тормош.
Райүҙәктән Сәрбиназдың пособияһын алырға тип иртүк сығып киткән Мәстүрә кисен дә ҡайтманы.Автобусҡа һуңланымы,төшкә ҡайтып етермен тигәйне лә ,әллә һуңлап кискә ҡалдымы икән тип, аптырай төштө Ғәйшә.Августың арыу ғына оҙон көнө үтеп, эңер төштө.Һауып ҡалдырған һөтө лә бөттө,аптырағас ,һыйыр һөтөнә һыу ҡушып эсереп йоҡларға һалды баланы.Бер талай ҡаңғырҙы Ғәйшә,өйөнә бер инде,бер сыҡты,тауыш –тын ишетелмәй.Ҡайҙа йөрөр икән,һуң балаһы бар бит,түше нисек шешмәй икән?Ҡараңғы булһа ла Ҡафыя әбейҙәргә инеп һөт алып сыҡты.Бала уянһа, нимә имеҙер?Әллә Ғәйшәне йәлләне,әллә Мәстүрәнең ҡайтмаҫын белдеме- бала төндә уянманы.Таңға ҡарай ни уйларға белмәй ҡайғынан ҡан ҡоҫоп ятҡан Ғәйшәнең бер аҙға күҙе эленеп ҡалған.Сәрбиназдың тауышына тертләп уянып һикереп торҙо.Таң атып килә. Мәстүрәнең урынын ҡараны,ҡайтмаған.Кистән шешәгә әҙерләп ҡуйған һөтөн йылытып эсерҙе Сәрбиназға,аҫтын алыштырҙы,сәңгелдәккә һалып әҙерәк бәүеткәйне,бала йоҡлап китте. Төш үтеп, кис етте,Мәстүрә зым-зыя ғәйеп булды.Нимә уйларға ла белмәй алйыны Ғәйшә.
Сәрбиназды өйөнә ут елпетеп яҡты күҙҙә йыуындырып,майлап алды. Һыйыр һөтөн мөһәтһенмәй генә имә,шуға Ғәйшә әҙ генә манный ҡушып ҡайнатты һөтөн.Туҡлыҡлыраҡ булыр.
-Эй, гөнаһһыҙ сабый балаҡайым,тыуыуын тыуғас ,донъяларға ,бәхеткенәң булһын инде.Бер хәл дә итә алмайым шул.Йә инде ошо хәтлем генә йән эйәһен ташлап юғалған әсәйеңде,белмәйем,нимә тип әйтергә?
Әлдә тыныс,бахыр балаҡайым,аҫтын ҡоротоп тамағына бирһәң, ҡәҙимге тауыштар сығарып бармаҡ имеп ,арығансы тирә -яҡты байҡап ятҡан була.
Мәстүрә үҙе шул хәтлем илаҡ булды, бейеме менән алмаҡ-һалмаҡ ҡулда алып йөрөнөләр йәше тулғансы.
-Бөгөн дә ҡайтмаһа,иртәгә силсәүит Рәйескә барырмын инде,ҡалайтһа ҡалайтыр ,бәлки, табып алып ҡайтышыр,-тип Мәстүрәнең төндә булһа ла ҡайтыуына өмөтөн өҙмәй, бала йоҡлап китеү менән үҙенә лә урын һалды.Белгән генә доғаларын уҡыны,инде утты һүндереп ятам тигәндә,ҡапҡа шығырлап асылды.
Фото интернеттан алынды.