Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
12 Май 2022, 22:00

Ғүмер буйы...

Ғүмер буйы оноторға тырышып та   Оноталмайса иҫтә ҡалған күҙҙәр була...     Бер башҡайың аҡ ҡараны айыра алмай,   Яңғыҙҡайың йән аҫыраған көндәр була ... Тулыраҡ сайтта  

Ғүмер буйы оноторға тырышып та 

 Оноталмайса иҫтә ҡалған күҙҙәр була... 

 

 Бер башҡайың аҡ ҡараны айыра алмай, 

 Яңғыҙҡайың йән аҫыраған көндәр була ... 

 

Үтеп- һүтеп, сорнап -бәйләп уйлап сыҡҡан. 

 Таңы һаман атмай торған төндәр була... 

 

Аңлатырға һүҙҙәр табып булмайынса, 

 Һине сорнап, әрнеп янған һағыш була... 

 

Күргәндаргә сабыр булып, күрмәгәнгә 

Күрһәтмәһен Аллаһ тигән яҙмыш була. 

 

 Үҙ башыңа төшмәйенсә белмәй торған, 

 Аңлай алмай торған эске әрнеү була... 

 

Үҙең күптән ғәфү итеп, ә йөрәгең , 

 Ҡабул итә алмай торған рәнйеү була... 

 

Тойғо, хәсрәт барыһын да, түкмәй- сәсмәй, 

Кешекәйем күңеленә һалып ҡуя. 

 

Йәшәй йәшәй, ғүмер үтеп, бер йөк булып, 

Күңелдәге шул һандығың шыплап тула. 

 

(Ынйы Әхмәтова)

 

фото интернеттан алынды.

Ғүмер буйы...
Ғүмер буйы...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: