Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
3 Май 2022, 21:10

Хәнифә. Хикәйә.

Көндәр үтә торҙо. Миңһылыу арыуыҡ ҡына ауырайһа ла һырылған бишмәт кейгәнгә уның йөклө икәнен берәү ҙә тышта саҡта шәйләмәне. Өйҙә кеше-фәлән инһә шаршау артына йәшенде. Әсәһенең ҡуйынынан да сыҡмаған йәш ҡыҙҙың йөклө булыуы берәүҙең дә башына инеп тә сыҡманы. Әсәһенең һүҙенән сығып өйрәнмәгән ҡыҙ, күпме генә ғәрләнһә лә, илай-илай яҙмышына күнде.

Хәнифә. Хикәйә.
Хәнифә. Хикәйә.

ЗӘКИӘ СӨЛӘЙМӘНОВА

Көндөҙ ҡояш бер ни булмағандай көлөп кенә торһа ла, нурҙары һүренке, иртәле-кисле ҡырау төшә, һыуыҡ, ҡарасай айы үҙенекен итә, төндә селтәр-селтәр булып, үҙ яйы менән, ашыҡмай ғына аҡҡан Ҡышлауар йылғаһының ситтәре боҙ менән ҡапланды. Яр ситенән үк башланған түмәләс тауҙар күптән инде болан һыртын хәтерләтеп көрән төҫкә ингән, тау түбәһендәге ҡайын урманы, һары япраҡтарын дымлы ергә һибеп, ҡарайып ҡалған. Китер ҡоштар, йылы яҡтарға осҡан, бар тәбиғәт тәрән йоҡоға әҙерләнеп, тынып ҡалған көҙгө көндәр.
Икенсе йыл инде һуғыш дауам итә. Эшкә яраҡлы, һауһаҡ ирҙәр күптән яу яланында, ҡайһыларының, яҡындарын оло ҡайғыға һалып ҡара ҡағыҙҙары килгән, шулай ҙа бар ауырлыҡтарға тешен ҡыҫып ил ҡазаһын иңенә йөкмәгән тыл һалдаттары, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ауылда донъя көтә, яҡшыға өмөт итеп, бирешмәй, йәшәргә тырыша. Колхоз баҫыуҙары бушап ҡалған, үҫтерелгән уңыш, йыйып алынып, тейешлеһе хөкүмәткә оҙатылған. Көҙгө эштәрҙе ослап һуңлаңҡырап булһа ла уҡыусы балалар парта артына ултырҙы. Ырҙын табағындағы келәттә бер-нисә ҡатын-ҡыҙҙы ҡалдырып, ҡалған эшсе ҡулдар, ауылдан 20 километр аралыҡта, урманда ағас ҡырҡа. Ҡарлы ямғырҙар, рашҡы башланғансы, улар етерлек ағас ҡырҡып, әрҙәнәгә һалырға, хөкүмәт заданиеһын үтәп, ауылға ҡайтырға өмөтләнә. Түңәрәк кенә урман аҡланында, улар ҡыуыш ҡороп, шунда көн итә. Көнө-төнө янған усаҡтан өҙлөкһөҙ, шыйыҡ төтөн тарала, ашнаҡсының оло ҡаҙанда бешергән өйрәһенең һәм тәмле үлән сәйенең хуш еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Һис бойоға белмәгән йәш ҡыҙҙар, олораҡ апайҙар, үҫмер малайҙар иртәнән-кискә тиклем ҡул бысҡыһы менән ағас быса, ботай, әрҙәнә өйә. Эш ырамлы, ыңғай ғына бара. Ҡәһәрле һуғыш башланған тәүге көнөндә үк, һөйөклө тормош иптәшен, Сынтимерен, яуға оҙатҡан Хәнифә лә, ун ете йәшлек, тал сыбығы кеүек, күҙ өҫтөндә ҡаш булып, буй еткергән, бер бөртөк ҡыҙы Миңһылыу менән ошонда, ята-ҡуна урман эшендә. Көндөҙ бил яҙмай эшләһәләр, кис усаҡ янында мәрәкәләшеп, көлөшөп, таҡмаҡ әйтешеп бейешеп тә алалар, ил-көн хәлдәрен һөйләп, алыҫ тарафтарҙан ут эсенән килгән хаттарҙы уҡып илашып алған саҡтары ла була. Бөгөн улар иртә-таңдан тороп, кистән әҙерләп ҡуйған эш кейемдәрен кейеп, сабаталарын эләктереп, бысҡы-балталарын алып тағы эшкә тотондолар.
Көн һәүетемсә генә үтеп бара, әбейҙәр сыуағы, көҙгә ҡояш та әле меңйәшәр урман артына инеп юғалмаған, дилбегә буйы арауыҡта, ғәйрәтен юғалта биреп, һүренке нурҙарын ашыҡмай, ҡабаланмай ғына урман аҡланына һибә.
Хәнифә, ҡыҙы Миңһылыу менән икәүләшеп ҡул бысҡыһы менән йығылған ағасты бысалар. Әсә кеше бысҡыны тартҡан һайын ҡыҙыҡайына күҙ һалып, эстән күҙ теймәһен балама, бәхетле генә булһын, тип бөтә изге теләктәрен теләй. Уның алһыу йөҙөнә ҡыйылып киткән ҡара ҡаштарына, маңлайына төшкән ҡара сәстәренә һоҡлана. Бер бөртөк йыуаныстары бит ул, Сынтимер менән Хәнифәнең был ҡыҙы. Иркәләнеп кенә үҫһә лә, ҡыҙыҡай эшкә тилбер, арыу-талыуҙы белмәй, ололарҙан һис ҡалышмай, ағасын да быса, балта тотоп ботаҡтарын да оҫта ғына ботарлап ташлай.
Бына улар сираттағы ағасты бысып төшөрҙөләр ҙә, бер-береһенә ҡарап йылмайып ҡуйҙылар. Хәнифә ҡыҙының яғына килеп арҡаһынан һөйөп-яратып алды ла, ҡыуыш яғына һыу эсергә китте. Унда кәшәүәр Нурзия менән бер аҙ хәл-әхүәл белешеп кире килеүенә Минһылыуы күренмәй ине. Миңһылыу әсәһе киткәс, үҙ йомошо менән, ағас араһына барып килергә булып урман яғына ыңғайланы, эргәләге ҡыҙҙар уға көлөшөп, ҡайҙа киттең тип юрамал шаяртып ҡысҡырҙылар ҙа, үҙ эштәре менән булдылар. Хәнифә әйләнеп килгәс ҡыҙының һөйәп киткән бысҡы янында юҡлығын күреп, хафаға ҡалды. Яҡын-тирәлә, урман төпкөлөндә, ҡасып йөрөгән әҙәмдәр тураһында береһенән-береһе ҡурҡыныс хәбәрҙәр әлдән-әле ишетелеп тора ине. Әсә йөрәге ниҙер һиҙенеп, күкрәгенән атылып сыға яҙып тибә башланы, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып, ике сикәһе ут янды, хәле бөтөп ҡуйы булып үҫкән ағас араһына атланы. Хатта, ағас бысҡан ҡыҙҙарҙан ҡыҙы тураһында
һорарға ла башы етмәне. Эләгә –йығыла ҡуйы шырлыҡҡа барып инеүе булды, йөрәге ярылырҙай булып ни эшләгәнен дә белмәҫтән, ҡырағай тауыш менән аҡырып ебәрҙе һәм әле генә көлә-көлә ағас бысҡан һөйөклө берҙән-бер балаһының өҫтөндә битен йөн баҫҡан ят ирҙең, ыһылдап китеп хаслыҡ ҡылғанын күреп, уға ташланды, ләкин ир кеше һеләүһен тиҙлеге менән ырғып тороп, салбарын да кейеп тормай күтәреп, бөрмәһенән бөрә тотоп, ағаслыҡҡа йүгерҙе һәм күҙ асып йомған арала урман эсенә инеп юҡ булды. Хәнифә аҡылынан шашырҙай булып, күргәненә ышана алмай, хәле бөтөп көҙгө һары япраҡҡа ултырҙы. Ике ҡулы менән башын тотто, күҙҙәренән аҡҡан ҡайнар күҙ йәштәре бит алмаларын бешерҙе. Бер аҙ тын алып, япраҡ араһында, ҡурҡыуҙан һәм ауыртыныуҙан иҫен юғалтҡан, бая ғына янып торған алһыу йөҙө, аҡ сепрәк кеүек булып ятҡан ҡыҙына ҡараны, имгәкләп тигәндәй уның янына килде, өҫтөндәге япраҡтарҙы һыпырҙы, итәктәрен йүнәтеп, эргәләге ағасҡа һөйәп ултыртты. Илай-илай сәстәрен рәтләне ҡыҙының, маңлайына Салауат әйтеп өрҙө, ике сикәһенә уңлы-һуллы ипләп кенә һуғып иҫенә килтерҙе. Минһылыу оҙон керпектәрен һирпеп күҙҙәрен асты һәм әсәһен күреп, уның яуырынына башып терәп: «Әсәй, әсәкәйем, ни өсөн»- тип бышылданы, ул иларлыҡ хәлдә түгел ине, булып үткән хәл уны шаңҡытып фекер йөрөтөүҙән мәхрүм ине, был минутта. Ошо килеш әсә менән ҡыҙ күпме ултырғандарҙыр, делянка яғынан, уларҙы юғалтҡан урмансыларҙың ҡысҡырышҡан тауыштарына аяҡтарына тороп баҫтылар, Миңһылыуҙың атларлыҡ та хәле булмаһа ла әсәһенә тотондо һәм улар яй ғына ҡыуыш яғына ыңғайланылар. Хәнифә әле генә булған хәлде, бөтә булмышы менән аңларлыҡ хәлгә килгәйне инде. Ҡыҙының наҙлап ҡына арҡаһына ҡағылып: “ Балам, булыры булған, ни эшләйһең инде, берәүгә лә әйтмә был турала, эсем ауырта, ауырыйым, тип әйт. Мин үҙем аңлатырмын, кешеләргә, ауырыу бар нәмә, аңларҙар, әйҙә ҡыуышта бөгөнгә ятып тор, бөтөрөнмә бигүк”, -тип, үҙенең ҡайғынан эсе янһа ла, ҡыҙын йыуатты. Ҡыуышҡа индереп, ҡорама юрғанға урап һалды, биттәренән һыйпаны, маңлайына, дымҡыл ирендәрен тейҙереп алды. Шунан йәшле күҙҙәрен һөртөп, тағын бер тапҡыр ҡыҙын йәлләп, уға күҙ һалды ла, эшкә сығып китте. Иртәгәһенә Миңһылыу башҡалар -менән бергә балтаһын тотоп эшкә сыҡты. “Хәлең нисек”- тип ҡыҙҙарҙың һорауына, ҙур ҡара күҙҙәрен йәшереп: “һәйбәт”- тип кенә яуапланы.
Ваҡыт үтә торҙо, көндәр һыуыныуға бригада урманда эште бөтөп, ауылға ҡайтты. Хәнифә менән Миңһылыуҙы өйҙә бала-сағаһы, уларға ҡарап торғандай ҡарт-ҡороһо булмау сәбәпле ауылдан алыҫ түгел Ямаш утарына зимовкаға тәғәйенләнеләр. Шулай итеп, үшән үгеҙгә егелгән ригаға тейәлеп, ҡырпаҡ ҡар төшөүгә улар ҡышҡылыҡҡа утарға күсеп килделәр. Зимовкала йыуан бүрәнәләрҙән бурап һалынған икегә бүленгән өйҙөң бәләкәй генә бүлмәһенә урынлаштылар. Өйҙөң ирҙәр тора торған яғында ун алтыһын яңы тултырған Сәғит менән алтмышын үткәргән сулаҡ Һатыбал йәшәй ине. Ирҙәр башмаҡ ҡараһа, Хәнифә менән Миңһылыу кәзә һауҙылар. Әсә менән ҡыҙ бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, һәүетемсә генә йәшәп киттеләр. Урманда булған хәл тураһында Хәнифә лә, Миңһылыу ҙа ләм-мим берәүгә лә әйтмәй, икеһе лә эстән һыҙып, бер-береһенең күңелен һаҡлап, ул турала һүҙ ҡуҙғатманылар. Тән яраһы күптән уңалғайны, күңел яраһын да иҫләмәҫкә тырышҡайнылар ҙа ул, ләкин... Хоҙай Тәғәлә яҙғаны икенсе төрлө булып сыҡты. Көндәлек ферма эшен тамамлап, йылы бүлмәләрендә әсәле-ҡыҙлы, өй эсенә ҡот һәм яҡтылыҡ биреп, ялпылдап янған усаҡ алдында ойоҡбаштар бәйләп ултырғанда Миңһылыу, ҡапыл әсәһенә: ”Уй, әсәй, эсемдә әллә нимә ҡыбырлайсы,”-тип әйтеп һалды. Ҡыҙының үҙгәрә барыуын шәйләгән Хәнифә, шулай ҙа: “юҡтыр-юҡтыр, ҡыҙымдың үҫмер сағы үтте, үҙгәрә инде” тип, үҙен-үҙе йыуатып йөрөй ине. Күпме генә үҙен ышандырырға тырышмаһа ла, күңелендәге шик йөрәген өйкәһә лә ҡыҙы өндәшмәгәс, артыҡ хафаланмағайны ул. Бына бит, инде нишләргә, Хәнифә телдән ҡалып, шаңҡып бер талай ултырҙы ла, илап ебәрҙе: “Эй, балам балаға уҙғанһың бит, инде ҡалайтабыҙ”,-тип әйтеүе булды, ҡыҙыҡайы ултырған еренән ырғып торҙо ла:” Юҡ, юҡ, ююююҡ”- тип ике ҡулы менән битен ҡаплап, сеңләп илай башланы. “Әсәй, ярҙам ит, инде нишләргә миңә, нисек ҡотолорға ундай мәсхәрәнән, кәңәш бир! Кәрәкмәй миңә ундай бала, минең ҡулымдан да тотҡаны, ҡағылғаны ла юҡ егеттәрҙең! Эй, хоҙайым, ни өсөн миңә был ҡайғылар, әсәкәйем!”, - тип һамаҡланы үҙе. Яҡшыға өмөт итеп, үҙен-үҙе йыуатып йөрөгән Хәнифәне был яңылыҡ бөтөнләй аҡылын алғайны, өҙгөләнгән ҡыҙын йәлләүҙән телһеҙ ҡалды, ни әйтергә лә белмәне. Быны үҙенсә аңлаған Миңһылыу:”Үләм, йәшәмәйем!”,-тип ишекте шар асып тышҡа ташланды, өй эсенә аҡ томан булып ғинуар һыуығы тулды. Үҙен ҡулына алып өлгөргән Хәнифә ҡыҙының артынан йүгерҙе, ҡабаланып атлағанда хәле бөтөп, көрткә батҡан Миңһылыу, һөйрәкләп тигәндәй өйгә индерҙе, өшөгән, еүеш ҡулдарын ыуҙы, йомшаҡ ҡына мамыҡ шәлгә төрөп урындыҡҡа һалып, үҙе эргәһенә ҡунаҡланы. Аяҡтарын һуҙып йүнәтелеп ултырҙы ла, ҡыҙының сәстәрен һыйпай-һыйпай арыған тоноҡ тауыш менән һүҙен башланы. Ул тынысланып ҡәтғи бер ҡарарға килгәйне инде. “Балам”, -тине ул,- атайың менән беҙ һөйөшөп ҡауыштыҡ, тормошобоҙҙоң биҙәге булып һин донъяға килдең, һине мин бик ауыр таптым, өҙлөк булып оҙаҡ ҡына түшәктә яттым. Атайың күберәк үҙе һине ҡарап үҫтерҙе, көндөҙ янымда ятһаң, эштә арыуын да онотоп, төн йоҡларын йоҡламай һине баҡты. Бик теләгәйне лә ул тағы ла бәпес, тоҡомон дауам итерлек ир бала теләгәйне, мин аяҡҡа баҫһам да, ҡабат балаға уҙманым. Күпме хоҙайға ялбарһам да Сынтимеремдең өмөтөн аҡлай алманым мин. Көтмәгәндә Аллаһы Тәғәлә беҙгә бала бирә, атайың ут эсендә, үлем былай ҙа күп. Ә бында ярала торған сәскә ярған инде. Хоҙай үҙе беләлер, башыңдан сығар, балам, көфөр уйҙарыңды! Һинең дә, тыуасаҡ баланың да бында ғәйебе юҡ. Кеше һөйләр ҙә туҡтар, ил ауыҙын иләк менән ябып булмай, һинең сафлығың Хоҙайға мәғлүм! Ял ит, уйла, һин бит аҡыллы”,-тине лә күптән һүрелгән мейесте томалап, ҡыҙының янына ятты. Хәнифә төнө буйы керпектә ҡаҡмай уйланып сыҡты, тигеҙ тын алып, мышнап ҡына йоҡлап киткән ҡыҙының арҡаһынан һөйҙө, сәстәрен рәтләне, ул фекер туплап, үҙенә хәл иткәйне инде.
Көндәр үтә торҙо. Миңһылыу арыуыҡ ҡына ауырайһа ла һырылған бишмәт кейгәнгә уның йөклө икәнен берәү ҙә тышта саҡта шәйләмәне. Өйҙә кеше-фәлән инһә шаршау артына йәшенде. Әсәһенең ҡуйынынан да сыҡмаған йәш ҡыҙҙың йөклө булыуы берәүҙең дә башына инеп тә сыҡманы. Әсәһенең һүҙенән сығып өйрәнмәгән ҡыҙ, күпме генә ғәрләнһә лә, илай-илай яҙмышына күнде.
Май уртаһының аяҙ айлы төнөндә яҡты донъяға ауаз һалып ете айлыҡ ҡына булып, ир бала тыуҙы. Хәнифә үҙе кендек инәһе булды. Нисек кенә булһа ла яңы тыуған сабыйҙы үҫтерергә, бағырға кәрәген улар аңлағайны инде. Аҙна-ун көн үтеп китте, Хәнифә менән Миңһылыу бер ни булмағандй кәзәләрен ҡаранылар, һауған һөттәрен ҡыш көнө һөҙөп, туңдырып торһалар, яҙ килеп, көндәр йылынғас ялтыр флягаларға ҡойоп, күрше бүлмәләге сулаҡ Һатыбалды “Ялҡау” ҡушаматлы үшән үгеҙ менән ауылға ташыны, аҙыҡ-түлек, почтаны ла ул алып килә ине. Шулай бер көн фермалағы иртәнге эштәрҙе тамамлап, әсәле-ҡыҙлы сәй эсергә ултырғас, Һатыбалды килеп инде. Уға: ”Әйҙә маҡтап йөрөйһөң, сәйем-сахарым”,- тип Хәнифә өндәшкәйне, тегенеһе бер аҙ икеләнеп торҙо, ҡырма бүреген, бишмәтен һалып урындыҡ ситенә ҡунаҡлауы булды, ҡапыл йәш бала илап ебәрҙе. Һатыбалды ныҡ аптыраны, шикелле, ике күҙе дүрт булды: бер аҙға бер Хәнифәгә, бер Миңһылыуға ҡарап өнһөҙ ҡалды. Хәнифә ырғып торҙо ла, ҡыҙы ҡыбырлағансы, шаршау артынан тауыш биргән баланы алып, һис тартынмайынса, ап-аҡ түшен асып балаға ҡаптырҙы, бала ҡомһоҙланып буш имсәкте һурған арала, Һатыбалдыға: ”Нимә, күҙең аҡайҙы, бала күргәнең юҡмы әллә, әйҙә сәйеңде эс тә үҙ эшеңдә бул”, -тип ҡатыраҡ итеп өндәште. Тегеһе, һыуынған сәйенә өргән кеше булып һемерҙе лә, сығыу яғына ыңғайланы.
Иртәгәһенә “Хәнифә зимовкала ятып бәпәй тапҡан”, - тигән хәбәр бөтә ауылға таралғайны инде. Балаға Биктимер тип исем ҡуштылар. Ай үҫәһен көн үҫеп, Биктимергә алты ай тигәндә,ун һигеҙе яңы тулған Миңһылыу үҙ теләге менән фронтҡа китте һәм һығыштың, иң ҡыҙған мәлендә батырҙарса. һәләк булды. Сынтимерҙә оло яуҙан әйләнеп ҡайта алманы.Берҙән-бер ҡыҙын, ирен юғалтҡан Хәнифә,ейәне Биктимергә бауырын баҫып, бөтә наҙын, әсә һөйөүен ,хәстәрен һалып, лайыҡлы кеше итеп үҫтерҙе .
Хәнифә ҡыҙының намыҫына тап төшөрмәй, сафлығын һаҡлап, урмандағы аяныслы хәлде тышҡа сығарманы, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереп, серҙе үҙе менән әхирәткә алып китте.
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: