Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби бит
1 Апреля 2022, 06:25

Ҡартлыҡ

Ҡасандыр үҙ йортонда улы, килене һәм ейәне менән бер ҡарт йәшәгән. Ҡартлыҡтан бабайҙың күҙҙәре насар күрә, ҡолағы һаңғыраулана, тубыҡтары ҡалтырай башлаған. Өҫтәл артында ашағанда ҡалаҡты ла йүнләп тота алмағас, аҙыҡ өҫтәлгә түгелгән, ҡайһы ваҡыт ауыҙынан да ҡойолған. Улы менән килененең ҡартҡа шул тиклем асыуы килгән, был ҡылыҡтарынан ерәнеп, уны үҙҙәре менән ашатырға ла ултыртмай башлағандар... Тулыраҡ:

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡасандыр үҙ йортонда улы, килене һәм ейәне менән бер ҡарт йәшәгән. Ҡартлыҡтан бабайҙың күҙҙәре насар күрә, ҡолағы һаңғыраулана, тубыҡтары ҡалтырай башлаған. Өҫтәл артында ашағанда ҡалаҡты ла йүнләп тота алмағас, аҙыҡ өҫтәлгә түгелгән, ҡайһы ваҡыт ауыҙынан да ҡойолған. Улы менән килененең ҡартҡа шул тиклем асыуы килгән, был ҡылыҡтарынан ерәнеп, уны үҙҙәре менән ашатырға ла ултыртмай башлағандар.

Мейес артындағы мөйөштә, иҫке һауыттан ашап ултырған бабайҙың, өҫтәл артындағыларға ҡарап, күҙҙәре йәшләнгән. Бер саҡ уның ҡулдары ҡалтырап, ҡулындағы ашлы тәрилкәһе төшөп китә, аш түгелә, тәрилкә уртаға ярыла. Бынан һуң бөтөнләй сығырынан сыҡҡан килен ҡартты бик ҡаты ҡысҡырып әрләй, бабай бер һүҙ өндәшмәй, ауыр һулап ҡына ҡуя. Аҙаҡ улар бабайға ағас һауыт биреп:

- Быны инде бик теләһәң дә вата алмаҫһың,- тиҙәр.

Бер ваҡыт, ирле-ҡатынлы бик мул табын әҙерләнгән өҫтәл артында һыйланып ултырғанда, ҡулына таҡта киҫәге тотҡан улдары килеп инә.

- Ул таҡтаны нишләтәһең, ашарға ултыр!- ти әсәһе.

- Ағас тәрилкә яһайым, ҙур үҫкәс һеҙҙе шунан ашатырмын...

(Л.Толстойҙан)

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева