Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
22 Сентябрь , 14:19

Бәлеш

Шаян хикәйә.  Мәйсәрә ҡулдарын болғай-болғай һөйләп торғанда, төрөнгән таҫтамалы шыуып төшөп китте. Күпме бергә йәшәп тә бисәһен яҡты көндө шәп-шәрә көйө күргәне булмаған Харистың күҙҙәре шар булды. Ул, бер ни тиклем тотлоға төшөп, Мәйсәрәнең кендегенә текләне.  - Туҡтале, Мәйсәрә! Һин яланғасһың бит! Бер кейемһеҙ! Кит, Хоҙай, магазинға шулай барҙыңмы? - тип ҡатынының йылы мунсанан сыҡҡандан һуң бер ни тиклем булһа ла алһыуланып торған тәне буйлап күҙен йүгерткәндән һуң төкөрөгөн йотоп куйҙы. Тағы нимәлер әйтергә теләгәндәй ҡулдарын һуҙҙы. Мәйсәрә, иҙәндәге йылан кеүек һуҙылып төшкән таҫтамалын алды ла, кейенергә тип төпкө яҡҡа инеп китте. Харис уның артынан ҡарап уфтанып ҡына ҡуйҙы.  

Бәлеш

Әле тағы магазин яны иртә таңдан гөж килде. Беҙҙең ауыл асубый ахыры. Ҡулдарында шырпы ҡабы йә үтек хәтле ҙур телефон булыуға ҡарамаҫтан, яңылыҡтарҙы, хәбәрҙәрҙе магазинға барып белергә ярата. Шулай булмай ни, унда бит хәҙер бер төрлө яңылыҡ тыңлап ҡына телефоныңдың төймәһенә баҫып ҡуймайһың, ә ике ҡолағыңды дүрт итеп кем нимә һөйләгәнде тәмләп һеңдереп тыңлайһың. Кемдең һыйыры көтөүҙән ҡайтмай ҡалған да, бер төн уртаһына инде эҙләп йөрөгәндә, тау аҫтындағы юғары өйәнкеләр ышығында, әй, әйтмәм инде, күргәндәрен, ҡайһыһылыр ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына киске аштан ҡайтҡанда, тыҡрыҡ башында үҙ ире була тороп, кем беләлер серләшеп торған хатынды күреүҙәрен, кемдең бөгөн һарығы бәрәсләгән, йә ата казы кемгәлер ташланғанын, барыһын ла ошо һабантуй аэропорты тиклем магазин алды майҙанында ишетергә була. 

Өҫтәүенә, үҙең белгәнде йә күргәнде кемгәлер еткерәһе килеп, ике-өс көн буйына бәпкә сығарырға ултырырға теләгән күркә кеүек ҡыбырсып йөрөүеңде лә, телең ҡысыуын да бында баҫа алаһың. Мәйсәрә лә һөтөн айыртып, ҡаймаҡтарын банкаларға тултырҙы ла, бик оло эш эшләгән кеүек, ашағандан һуң уфылдап оло диванға тәгәрәгән иренә, мин магазин тирәһен әйләнеп ҡайтам әле, тип, артһыҙ тапочкаларын ғына эләктереп магазин алдына сапты. Башҡалар һөйләгәнде тыңлауҙан бигерәк уның үҙ яңылығын еткерәһе килә ине. Һөйләй башлаһа, тиҙ генә теҙеп алып китә ул, "Хәс тә радиолағы кеүекһең!" -- ти ире уға. Оло теле кесеһенә йоҡмай, бар кешене үҙ ауыҙына ҡаратып ҡуя. Һөйләп бөтөргәс тә, тыңлаусыларына һынап ҡарап ала.

Мәйсәрә, халыҡ таралыша күрмәһен тағы, тип ашыға-ашыға елдерҙе генә. Арттан килгән машина тауышын да ишетмәне булһа кәрәк, шәп-шәп атлауын белде. Ауылкешеһе булһа, сигналын ҡысҡыртмаҫ ине. Быныһы ахыры йә ауыл кейәүе, йә ситтән килгән кеше. Бындағылар ауыл халҡының юл уртаһынан йөрөүенә күнегеп бөткән инде. Машина полиция машинаһы сигналы кеүек итеп һыҙғырып ебәрҙе. Мәйсәрә, ҡурҡыуынан бер метр ситкә һикерҙе һәм иртәнсәк көтөүгә ҡыуғанда һыйырҙар төшөрөп ҡалдырған "бәлеш" өҫтөнә килтереп тә басты. Баҫты тип, тапочкалары шыуып барып, әле һыуынып та өлгөрмәгән "бәлеш" өҫтөнә арт яғы менән яйлап ҡына килеп тә ултырҙы. Ах, ауыҙын ҡорт саҡҡыры, тип ҡысҡырып ебәрһә лә , ул инде ауыл халҡы телендә был көндән алып Бәлешкә әйләнгәнен бик яҡшы аңланы. 

Магазин янына барып хәбәр һөйләү түгел, ошо бысраҡ арт яҡ менән нисек итеп кире өйгә ҡайтырға тигән уй кимерһә лә, тиҙ генә урынынан тороп, күлдәк итәгенең арт яғын аяҡ төбенә тиклем күтәреп өйөнә йүгерҙе. Был минуттарҙа магазин янындағы бар халыҡтың иғтибары унда ине.

- Нишләп ята икән, әллә иртә таңдан һалып алғанмы?

- Нисек? ул бит газировка ла эсмәй!

- Һии, кеше ҡарбуз түгел инде, эсен ярып ҡарағаның бармы?

- Һин уның менән бергә тораһыңмы? Ҡайҙан беләһең уның нимә эскәнен?

Был һорауҙар ауыл халҡының береһенән икенсеһән күсә торҙо. Мәйсәрәне күҙәтеп тороусылар араһында уның йәш сағындағы көндәше лә бар ине. Самира, юҡ-бар һүҙҙәргә нөктә ҡуйырға теләгәндәй, тиҙ-тиҙ атлап, Мәйсәрә шыуып йығылған ергә килеп тә етте, бар урамды яңғыратып:

- Бәлеш, атаҡ! - тип ҡысҡырып та ебәрҙе. 

Йыйылған халыҡ шарҡылдап көлөргә, хихылдашырға тотондо. Уларҙың көлгән тауыштары Мәйсәрәнең мунсаға инеп бысраҡ кейемдәрен сисеп ырғытҡанда ла тынмай ине әле. Мунсаны йылытып, йынып, ҙур таҫтамалға уранып килеп сыҡты. Ире диванда хырылдап йоҡлай бирә ине. Асыуының иң юғары стадияға барып еткән мәле. Көндәше алдында шундай хурлыҡҡа төшөүен йөрәге күтәрә алманы. 

- Күҙле бүкән! Ярты көн үтте, ә был йоҡо һимертә! Оятһыҙ! 

Харис, йоҡоло-уяулы көйө, күҙҙәрен селт-селт итеп ҡатынының аҡайған күҙҙәренә ҡараны. 

- Бисәкәй! Һиңә нимә булды? Магазин алдында халыҡ таралышҡан инеме әллә? Ник шашынаһың? - тип Мәйсәрәгә һүҙ ҡушты. 

- Халыҡ? Һиңә халыҡ кәрәкме ни, ә? Һиңә мин етмәйемме әллә? Һиңә, бәлки Самира кәрәктер? Бар кит Самираң янына! Бик ныҡ оҙаҡ шарҡылданы. Ай-һай ҡаты шарҡылдай. 

Мәйсәрә ҡулдарын болғай-болғай һөйләп торғанда, төрөнгән таҫтамалы шыуып төшөп китте. Күпме бергә йәшәп тә бисәһен яҡты көндө шәп-шәрә көйө күргәне булмаған Харистың күҙҙәре шар булды. Ул, бер ни тиклем тотлоға төшөп, Мәйсәрәнең кендегенә текләне. 

- Туҡтале, Мәйсәрә! Һин яланғасһың бит! Бер кейемһеҙ! Кит, Хоҙай, магазинға шулай барҙыңмы? - тип ҡатынының йылы мунсанан сыҡҡандан һуң бер ни тиклем булһа ла алһыуланып торған тәне буйлап күҙен йүгерткәндән һуң төкөрөгөн йотоп куйҙы. Тағы нимәлер әйтергә теләгәндәй ҡулдарын һуҙҙы.


Мәйсәрә, иҙәндәге йылан кеүек һуҙылып төшкән таҫтамалын алды ла, кейенергә тип төпкө яҡҡа инеп китте. Харис уның артынан ҡарап уфтанып ҡына ҡуйҙы.

Мәйсәрә туҙынған саҡта, тып-тын тороу, йә булмаһа ваҡ-төйәк эш табып, ишек алдында ҡаҙынып йөрөргә кәрәген ярты йыл йәшәп өлгөргәс тә аңлағайны ул. Шуға ла тиҙ генә сығып китте.

Бары кис һыйыр көтөүен ҡаршыларға барғас ҡына, Харисҡа ла ҡатынының бөгөнгө мажараһы билдәле булды. Шул көндән ул да Бәлеш Харисҡа әйләнде.  Үпкәләмәне ул был ҡушаматҡа, ни тиһәң дә "бәлеш" һүҙен ишеткәс тә уның күҙ алдына итле-һурпалы бәлеш килеп баҫа. Хатта танауына уның тәмле еҫе килеп ингәндәй була. 

Ә.Абдуллина. 

Автор:Эльмира Киеккужина