Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
13 Сентябрь , 19:00

ЯРАТАМЫ? ЯРАТМАЙМЫ?...

– Аһ! Әллә тағы эсеп ҡайтҡан әллә?!- ултырған урынынан ырғып килеп торҙо Сәриә ҡыйыш-мыйыш атлап инеп, диванға ауған ирен күреп. – Эстем шул, - тине ғорур итеп“градуслы” Фәнисе. - Ғүмер буйы яратмаған ҡатын менән йәшәп, эсмәй нимә эшләйем? – Ҡартайған көнөңдә иҫәрләндеңме әллә? Кәләш итеп алғаныңда бер ҙә яратамы юҡмы, тип уйлап торманың, биш бала үҫтергәс иҫеңә килеп тоөштөмө, диауана?!

– Аһ! Әллә тағы эсеп ҡайтҡан әллә?!- ултырған урынынан ырғып килеп торҙо Сәриә ҡыйыш-мыйыш атлап инеп, диванға ауған ирен күреп.

– Эстем шул, - тине ғорур итеп“градуслы” Фәнисе. - Ғүмер буйы яратмаған ҡатын менән йәшәп, эсмәй нимә эшләйем?

– Ҡартайған көнөңдә иҫәрләндеңме әллә? Кәләш итеп алғаныңда бер ҙә яратамы юҡмы, тип уйлап торманың, биш бала үҫтергәс иҫеңә килеп тоөштөмө, диауана?!

– Ана бит – диауана! Яратһаң, улай тип ҡысҡырмаҫ инең. Һин миңә, исмаһам, берҙе матур һүҙ әйттеңме? Алйот та диауана! Яратылыу нимә икәнен дә белмәй үлеп китермен инде. Аҡса өсөн сыҡҡанһың миңә...

– Уй алка-а-аш! Өйләнешкәндә бер ҡалағың булдымы, диуан? - тип ярһый төшөтө Сәриә. Тағы ла һүгеп-һегуп әрләр иткәйне, өй ишеге асылды. Сәриә сит яҡҡа сыҡты.

– Ҡайҙа Фәнисең? - тип аҡырып күршеһе килеп инде. - Ул эскесе минең ирҙе эсергән! Надайыл, әйтәүер! Хәрәм!..

– Тәүҙә һаулыҡ һораш! Кеше йортондаһың, - тип Сәриә уны бүлдерҙе.

– Һаумы! Ҡайҙа Фәнис? Ауыҙын йырам мин ул алкашыңды, - тип төп яҡҡа ынтылғайны, Сәриә юлына төштө.

– Бирәм мин һиңә алкашты! Айтуғаныңды бел! “Һайт” тигәнгә “тайт” тип эсергә әҙер генә тора. Фәнис исмаһам үҙе эшләгән аҡсаһына эсә. Айтуғаның ғына ул ҡайҙа бушлай ҡоялар, шунда йөрөй! Бер һүҙ әйтеп ҡара Фәнискә!- тип төкөрөктәр сәсә-сәсә, күршеһен эткеләп сығарҙы һәм төп яҡҡа инеп:

– Ишеттеңме? - тип Фәнискә һөйләнер иткәйне, уныһы ауыҙ йырып йылмайып ятҡанын күрҙе. - Нимә йылмаяң?

– Былай, - тине Фәнис һәм ҡуйынынан шешәһен сығарып һуҙҙы. - Мә, кәләш. Баш төҙәтергә бер рюмка ҡалдыр ҙа, ҡалғанын йәшер, - тине.

Сәриә шешенә алып бер нисә секунд аптырап торҙо һәм ҡыҙырып китте.

– Алйот, - тип шешәне алып сығып китте. Шунан, баш төҙәҙтергә бер түгел, ике рюмка ҡалдырҙа ла, ҡалғанын сығарып түкте.

Автор:Загида Мусина
Фото интернеттан.
ЯРАТАМЫ? ЯРАТМАЙМЫ?...
Автор:Лилия Такаева