Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Сентябрь , 20:00

СӘБӘП (хикәйә)

"...Йәһәт кенә алды телефонын ҡыҙы. Хәл-әхүәл һорашҡан булып торһа ла, ҡыҙы бар кисереш уйҙарын уҡыны ла ҡуйҙы. Әсәһенең ҡайҙа, кем менән йәшәүен дә йәшермәй әйтеп бирҙе. Бына һиңә мә! Әсәһе һүҙенән сыҡмай тигән ҡыҙғынаһы уның яҡлы икән дә! "Әсәй менән ярашығыҙ инде атай тиҙерәк", - тип ҡуйҙы һүҙе аҙағында. Ҡолағы төбөндә бер туҡтауһыҙ "зерә бөтөрөнмә, атай, үҙеңде һаҡла, әсәйгә мин дә әйтеп ҡарармын, тик минең һиңә адрес биргәнде өндәшмә, йәме!" - тигәне яңғыраны. Йомшаҡ бит ул Зариф. Кәйелеп кенә парк эскәмйәһенә сүгәләп бер аҙ башын баҫып ебеп алды. Ҡыҙғынаһын ҡыҫып ҡосаҡлап яратҡыһы килде.Ҡыҙы ауыҙынан ишеткән адресҡа барҙы. Тапты Нәғимәне. Ныҡ үҙгәргән ысынлап та ҡатыны. Гел яулыҡ аҫтында йөрөгән сәс ҡырҡылған, ҡыҫҡа итәкле күлдәктә. Шаңҡып торҙо Зариф үҙ ҡатынын танымай. Нәғимә бер ни булмағандай (әйтерһең дә, Зариф уның бер танышы ғына!) ишек тупһаһынан да үткәрмәй башҡаса уның менән йәшәргә теләмәүен еткерҙе. Айрылышыуға ғариза биреүен дә әйтте, донъяны аҙағыраҡ бүлешербеҙ тип тә ебәрҙе. Ауыҙ асып торманы Зариф та, әйтерен әйтеп ҡалды. Тик Нәғимәнең кемгә алмашҡанын ғына күрә алмауына үкенде. Өйҙә юҡ ине Сабир. Ауыр атлап ҡайтыуға сыҡты. Буш ҡайтманы. Сумкаһын лыҡа тултырмаһа ла арыуыҡ араҡы һатып алды. Бөгөн эсмәһә ни, тиҙҙән һабантуй етә. Кәрәге тейер. Тыйыусы юҡ хәҙер. Юл буйына уйламаған уйы ҡалманы. Автобус тәҙрәһенән йүгерешкән күренештәр гүйә уның ғүмере кеүек бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торҙо. Киң аҡландарҙай саҡтары, ҡырлы ҡаялы мәлдәре, уйһыуҙарҙай уйлы йылдары..."

Зариф ҡатыны артынан ҡаты ябылған ишек ҡаҡ маңлайына һуғылғандай, бергилке өҫтәл артында шаңҡып ултыра бирҙе. Алдындағы ярым эселгән сәйе һыуынып тоҙлоҡланды. Тамаҡ ҡайғыһы түгел хәҙер ирҙә. Күпме ғүмер бергә донъя йөгөн һөйрәшкән сая, үҙһүҙле Нәғимәһе ҡырт баҫып сығып китте бөгөн. Бер ҡасан ҡәнәғәтһеҙлек белдермәгән ишенең ошолай ҡапыл ғына үрәпсеп сығып китеүенә аптырап ултырҙы ла ҡалды Зариф.Ҡатын ышығында ғына йәшәп өйрәнгәнгәме, ул таяуын юғалтҡан ҡарттай тойҙо үҙен, албарғып ҡалды хатта. Өндәшмәй генә ултырһа ла, бәлки, Нәғимәһе былай уҡ ҡабынмаҫ ине лә. Бары тик бер һүҙ етте микән ни ҡатынының бар ярһыуын ҡуҙғатырға?
Бер һүҙ...
Урынынан ҡалҡынып ҡына шул һүҙҙәрен кире алам тип, йә "китмә, Нәғимә!" тип әйтергә лә башы етмәне. Ҡысҡырманы шул ҡатыны артынан Зариф. Аҙаҡ ҡына үкенде. Тик һуң...
Яндырай Нәғимә әллә ҡасан уҡ елтерәтеп сығып та киткәндер әле урамдан. Ауылдан булмаһа әле! Биш мөйөшөңә бер үҙең тексәйеп ултырсәле ошолай. Бар ғүмерең, бар тырышлығың бушҡа ғына булдымы ни Зариф? Кем өсөн тир түктең, тырыштың? Утыҙ йылға яҡын утты-һыуҙы кисеп барлыҡ юҡлыҡтарға ла ҡарамай бергә ҡалған ҡатындың шулай бер ауыҙ һүҙгә үрәпсеп сығып китеүе сәйер ҙә.
Китте, Нәғимә китте. Шул тиклем ғәрләнерлек, ҡәһәтләнерлек ни ҡылды икән һуң Зариф ошо ғүмере эсендә?
Һин дә мин яратышып өйләнештеләр, өс баланы ир еткерҙеләр, улдарҙы өйләндереп өй ҙә өйөштөләр, инде кинйәкәү ҡыҙҙы уҡытып ҡына алғанда тип йөрөгәндә, мә һиңә, туҙынып ташлап сыҡ та китсәле! Ошоғаса тауыш күтәрешеп һүҙ ташлашҡандары ла, ҡаршы ҡысҡырышҡандары ла булманы буғай. Зариф — табыусы, Нәғимә тәрбиәләүсе булып йәшәнеләр. Бөгөн килеп олатай - өләсәй бәхетенә кинәнер мәлдә Нәғимәһе тотто ла ниндәйҙер әйтелмәгән мөхәббәт һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Зарифты һалҡынлыҡта ғәйепләне, иғтибарһыҙлығын әйтте шикелле. Шулайҙыр бәлким?! Тик нишләп тап бөгөн? Ғәҙәти иртә, кисәге, өлөкөгөнгө кеүек үк...
Уйла, уйла әле Зариф барыһын да яңынан...

Ғәҙәти иртә ине шул. Һәр ваҡыттағыса . Көндәгесә Зариф иртә торҙо йоҡонан, мал-тыуарҙы ҡарап, ҡырға ҡыуып ингәс, йыуынып сәйгә ултырҙы. Нәғимәнең сәйҙе кистән ҡалған сәй шамаһы өҫтөнә һалғанын күреп, һүҙ өндәшеүе булды, китте тегеһе тоҡанып! Әйтерһең дә юрамал! Сәбәп эҙләгән, йәнәһе!
Телен тыймауына ныҡ үкенде Зариф. Башын баҫып ҡаршы һүҙ ҙә ҡыҫтырмай әрләнеп тик ултырҙы. Тымыр, туҡтар әле ярһыуынан тип уйланы. Зарифтың өндәшмәй еңеүе бер бөгөн генә түгел, гел шулайта ул. Ғәйепһеҙ көйө ғәйепле булып балаларса баш баҫа. Тик был юлы Нәғимәне иренең өндәшмәүе оторо шаштырҙы. Бер-ике балғалаҡ сәй өсөн Зарифтың һүҙ ҡыҫтырыуы Нәғимәнең ишекте ҡаты ябып сығып китеүе менән тамамланды. Урынында шып ултырып ҡалды Зариф. Ниңәлер соланға сыҡҡас аяҡ тауыштары кире ишеккә килер ҙә "Эй ҡуй әле, юҡ-бар өсөн талашып, сәй ҙә булғанмы нәмә? " - тиер һымаҡ ине. Тик улай булманы. Бушҡа түгел кеүек, һай бушҡа түгелдер былай туҙыныуы Нәғимәнең. Ай- һай, Зариф белмәгән сер бар һымаҡ бында ...

Һуңғы осорҙа артыҡ аралашыуға ла ынтылмаҫ, йомоҡ булып киткәйне шул Нәғимә. Зариф көнө-төнө тиерлек баҫыу эштәренән бушамай, бер үҙе өйҙә ялҡып та китәлер инде. Майлы бысраҡ кейемдәрен йыуып, ашарына бешереп көтә. Уныһына һүҙ юҡ. Әҙерәк һуҡмыштап ҡайтҡылаған саҡтары ла булғылай Зарифтың, бәлким шуға ла көйәлер инде. Ярһыуын берәйһенә инеп илап, йә серләшеп баҫыр ҙа ҡайтып та килер әле. Оялмай үҫкән балалар алдында сығып китмәҫ инде...
Зариф ынтылып ҡына стена сәғәтенә күҙ һалды. Туғыҙ ҙа булып килә. Баяғы тоҙлоҡланған һыуыҡ сәйен бер тынала күтәреп һемереп, кәрәсин-бензин һеңгән кәстүмен эләктереп эшкә ашыҡты. Һуңларға ярамай, удар биш көнлөк бара баҫыу эштәрендә. Һөрөү-сәсеүҙә ал бирмәһә, һабантуйҙа ла бүләкле булаһың. Ҡатын шаулай тип бот күтәреп ятып булмаҫ инде!

Ишеккә йоҙаҡ элеп, асҡысын ишек алдындағы үрҙә торған сөйгә элде. Нәғимәһе ҡайтһа эҙләп этләнмәһен. Ҡайтмай ҡуйһа әгәр, ысынлап та? Эй, ҡуйсәле юҡ-бар уйлап! Ҡайтмай ҡайҙа барһын?! Ҡәйнә үлгәненә биш былтыр, батынырлыҡ туғандары ла юҡ. Ағалары үҙҙәре кеше тупһаһында. Шунда барып баш һалып ятмаҫ инде, хан һарайылай донъяһы була тороп!
Зариф үҙен эстән йыуата-йыуата ауыр кирза итеген саҡ һөйрәп эшкә ашыҡты. Күңеленә көйөк булып яғылған Нәғимәнең һәр әр һүҙе иҫенә килде...
Ауыр үкереп барған трактор торбаһынан сыҡҡан төтөн кабинаға уҡ үтеп инеп, танауҙы яра яҙа, ҡырын ҡабып барған тәмәкеһе әле бер әле икенсе ирен ситенә шылып төтөнөн танауынан сығара. Яҙғы һауаға зар кабина эсе, әсе -сөсө еҫтәр менән тулған. Әллә ошо төтөндән Зарифтың күҙҙәре йәшләнде. Ҡырт ҡына тормозға баҫып тышҡа һикерҙе. Яҙғы иртәнең һулап туйғыһыҙ һауаһы танау япраҡтарын ҡытыҡланы. Яңы бөрө тиртә башлаған ағастар янына килеп арҡаһын терәп баҫыу өҫтөндәге йәнлелеккә күҙ төбәне Зариф. Баяғы ауыҙҙа ебегән ярым тартылған тәмәке лә ергә иҙелеп тапалды.
Ошоғаса ете ятып бер төшөнә инмәне Нәғимәнең шулай ҡалҡынып сығыры. Башҡаларҙың ҡатындары ҡырҡ тейәнеп ҡырҡ кире килгәнен мәрәкә күреп телгә алып һөйләп йөрөһә лә, үҙ башына ла ошо хәсрәт төшөр тип уйламаны шул. Йәшлектә үрәпсемәгәс, инде олоғая төшкәс ауыҙ асыр тип уйламағайны ла. Ә бәлким, Нәғимәһе күптән ҡайтҡандыр ҙа әле өйҙәренә! Бөтмәҫ ваҡ-төйәк эштәре менән мәшғүлдер. Ә ул бында юҡҡа эс бошороп ултыралыр!
Үҙ уйҙарына үҙе ҡыуанып Зариф еңел генә атларға тырышып кабинаға ынтылды. Баҫыу уртаһында һерәйешеп ултырған ҡайындарҙы өйрөлөп һөргәндә лә, уйҙары һаман Нәғимәһе тирәһендә уралды.

Иртәнге һалҡын елгә күҙҙәре йәшләнеп йүгерә-атлай барҙы Нәғимә туҡталҡа яғына. Юлына осраған ауылдаштарына ла әллә ни иғтибар итмәне, һаулыҡ һорауҙарына ла яуаплауҙы артыҡ һананы. Нимәгә ул? Нәғимә барыбер был яҡтарға башҡа ҡайтмаясаҡ. Ошоға тиклем ниндәй рәхәтлек күреп йәшәне әле? Сәләркегә буялып, ҡараһына ҡайтҡан Зарифты тәрбиәләп кеше итеп тә ни ҡәҙер күрҙе әле үҙе? Бер йылы һүҙ, йылы ҡараш күрмәне, түлке баш баҫып эшлә лә эшлә. Бар донъя мәшәҡәттәрен ытырғанмай башҡара торғас арауыҡ ғүмере үткән дә киткән. Ирҙең баш-баштаҡлыҡтарын да сабыр күтәрелгән, әйтерһең дә, тап шулай тейеш булған. Иллене ашаҡлап барғанда ярты ғүмеремде йәшәнем тип булмаҫ, ҡайҙан инде йөҙгә үк етеү, һис юғы ҡалған сирек(бәлким әҙерәктер ҙә?) ғүмерҙе үҙем өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк! Һөйөү төҫө, яратыу наҙы тоймай аҙмы ғүмерем зая үтте былай ҙа йоҡо ир менән.

Нәғимә кеҫәһенән телефонын сығарып таныш номерҙы эҙләне. Битенә үк килеп төшкән сәс остоғон береткаһы эсенә һыпырып тығып, артына йылп боролоп ҡарап ҡуйҙы. Зариф ҡысҡырып ҡыуа төшөр ине һымаҡ. Ҡайҙан инде ул мәшәүгә ул уй төшөү? Ултыралыр әле һаман шаңҡып иҫке китеп. Йылы һүҙ түгел, ҡаршылашып та ауыҙ асырға эшкинмәй. Нисек бер трактор йөрөтә белә инде лә, мал-тыуар ҡарап, утын-бесән эшләй. Йоҡо! Ултырғаны менән бер түмәр! Башын баҫып ашай ҙа йоҡлай, йоҡлай ҙа тағын ашарға даулай.

Нәғимә яттан Зарифтың бар кирелектәрен барлап, эстән янып-көйөп һөйләнеп барҙы. Алда буласаҡ татлы осрашыуҙы уйлап тәне буйлап үткән "ток" ты һиҙемләп, йөҙөнә йылмайыу йүгертеп баянан бирле усында барған телефонды "терелтте".
- Алло? Сабир? Һине был? Сәләм!
- Иртән иртүк һандуғастай тауыштары менән ни тип ҡыуандырыр мине Наденькам? Ә? Һайра! Тыңлайым! Привет, привет!
- Сабир, мин юлға сыҡтым...һиңә...
-Да неужели? Ну, наконец- то! Ай, молодчина!
-Эйе. Саҡ ысҡындым былай ҙа. Юлдамын. Киләңме ҡаршы, Сабир?
-Конечно! Какой там вопрос!
-Көт кенә! Остом!

Телефондың теге осонда һөйләшеүҙе тамам итеп ҡыҫҡа гудоктар ғына ишетелде. Нәғимә алда буласаҡ осрашыуға бар йөрәге менән елкенде. Ошоғаса кисермәгән тойғо уны был аҙымға әйҙәне лә инде. Танышыуҙарына ла байтаҡ булып китте Сабир менән. Осраҡлы ғына юлдар киҫешеүе бына нигә алып барып еткерҙе.

Ут ҡарашлы Сабир, Нәғимә күҙлегенән Зариф янында ҡаялай һымаҡ. Дәү ышыҡ, ышаныслыраҡ та. Үҙ һүҙе, үҙ фекере менән иҫте китәрә. Ә иркәләй ярата белеүе бөтөнләй баш етмәҫлек. Нисә тапҡыр йәшертен осраштылар инде, һәр ҡайһыһынан ҡанатланып көс алып ҡыуанды Нәғимә. Бала-сағаһы белеп ҡалыуҙан ғына бер аҙ шөрләһә лә, тора бирә был тойғо ла юғалды. Үҙ доньялары менән мәж килгән улдарының ни унда ни эштәре? Ҡыҙы ла аңлы йәштә инде. Аяғына бына-бына баҫырға тора. Үҙем өсөн, үҙ бәхетем өсөн үҙем юл ярмаһам, ятырмын ошо йәһәннәмдә мәңге...
Татлы уйҙарҙы бүлеп телефон зыңғырланы

Ҡыҙыҡ ҡына булды Нәғимәнең Сабир менән танышыуы ла. Гөлсөм ҡыҙын уҡыуға алып барып урынлаштырып ҡайтып килә ине. Киске автобусҡа һуңланы ла ҡуйҙы. Вокзал артындағы частный таксилар торған ергә атланы. Өйҙәге эштәренең баштан ашып көткәнен белеп шулай ҡабаланды. Әмәлгә ҡалғандай ауылдары янынан уҙыусы бер таксист үҙенә алырға ризалыҡ бирҙе. Нәғимә юл хакы ҡиммәт булһа ла бөгөн үк ҡайтып етеренә ышанып ҡыуанды. Еңел машинаның бәүелеп кенә трасса буйлап барыуына ойоп киткән. Ҡулындағы сумкаһы эсенән паспорты төшөп ҡалған булған ошо такси машинаһында. Ярай әле паспорт тышлығында телефон номеры торған, бер көн үтеүгә ят әҙәм паспортын һөйөнсөләп тә ҡуйҙы. Шуғаса белмәгән дә документы юғалтыуын. Юл буйына сығып алырға килешеп ҡуйҙылар. Нәғимә сыҡты. Сабир бер үҙе ине. Мыҡты кәүҙәле сибәр ир янында үҙен сәйер тойҙо. Берсә янды, берсә өшөнө һымаҡ. Шаян телдәр ир ҡулындағы документтты балаға тапшырғандай киҫәтеүле һүҙҙәр менән ҡулына тотторҙо. Нәғимә нишләптер шул саҡ Сабир янында балалай иркәләнгеһе килде. Ҡуйынына һарылып, йылыныу уйҙары уянды. Нисек тә булһа осраҡлы танышын оҙағыраҡ тотҡарларға теләп йылмайып ул был һүҙ табып маташты. Телдәр үткен ир ҙә аралашыуға зар һымаҡ яуабын таба торҙо. Рәхмәттәрен әйтеп хушлашты Нәғимә. Аяҡтары ҡайтыуға табан атлаһа ла, уйҙары менән һаман Сабир янында ине ул. Төнө буйы хыялында осрашыуҙар "уҙғарҙы".

Булмышы менән аҙ һүҙле Зарифҡа ҡарата һалҡынлыҡ кисерҙе Нәғимә. Ошоғаса ла бер яҙылып аралашамаҫ ике һыңар тамам йыраҡлаштылар. Нишләптер Сабир менән тағы ла осрашыр, һөйләшер һымаҡ тойолдо. Ҡалаға һөт-ҡаймаҡ һата барғанда ла вокзал артын юрамал ғына "тентеп" сыҡты. Күҙенә эленмәне. Эсе бошто Нәғимәнең. Уйынсыҡҡа ымһынған балалай әҙ генә илаулап та алды. Үҙ-үҙен яттан һүгеп, хыянатсы тип атаны. Шулай була инде, хәләл үҙ иреңде үҙһенмәй башҡаларға күҙ атып күңел һалғас. Яраған эш түгел дә, тик тыйылған татлы тойғо үҙенә нығыраҡ тартты ла тартты Нәғимәне. Ятһа-торһа күҙ алдынан Сабир китмәне, ҡап-ҡара мыйығы аҫтынан йылмайыулы ҡарашы онотолманы. Ни ғиллә, һуңлап ҡабынған һөйөү тигән нәмәме әллә был? Юҡтыр! Иллене артылып барғанда үҫмер балалай яратам тип ауыҙ асыуы ла оят! Ә шулай ҙаьтарта бит үҙенә теге мыйыҡ, эх, тарта!

Бер көн шулай телефонында Сабирҙың номеры ҡалғанлығын иҫләп саҡ һикереп ебәрмәне. Йәһәр кенә аулаҡҡа сығып, таныш һандарға саҡырыу һалды. Гудок бара, тимәк...
Теге оста алғандарын көтмәй, йәһәтләп һүндереп ҡуйҙы. Күкрәген ярып килгән йөрәге дөпөлдәүен тыя алмай аҙапланды. Һәм ... ҡапыл телефонды теге таныш номер "йырлатып" ебәрҙе. Тыныс тауышта булырға тырышһа ла теле көрмәлеп Нәғимә һүҙҙәрҙе бутаны, йә тотлоғоп ыҙаланы. Яңылыш шылтыраттым тип хәйләләшһә лә, оҙағыраҡ һөйләшкеһе килеп һүҙ артынан һүҙ бәйләне. Арыуыҡ шәхсән үҙе хаҡында һөйләп ташланы Сабир ошо аралашыуҙа. Ҡатыны ҡыуып сығарғанын, съемный квартирала торғанын, ҡала араһында таксист булып хеҙмәт итеүен дә йәшермәне. Ике ҡыҙы барлығын, алимент түләүен дә белде. Хәсрәтле итеп һөйләшкән ир хушлашыр саҡта сарсап ҡатын наҙына һыуһауын да йәшермәй әйтеп һалды. Әллә ниндәй тойғолар кисерҙе Нәғимә шул саҡ. Эҫеле-һыуыҡлы тәнен ошо Сабир ҡосағына ташлағыһы килде. Ауыҙ асып бер ни өндәшә алмай ауыр уфтанып ҡуйған булды. Бөттө шуның менән аралашыуҙары был юлы.
Нәғимә тағы ла нисек кенә Сабир менән юлдарҙы киҫештерергә тип баш ватты. Көн дә ҡала ҡыҙырып булмай, ҡиммәтле кинәнес. Шулай ҙа яйын тапты — ҡыҙына күстәнәстәр төйнәп Сабир аша биреп ебәрергә булды ҡалаға. Шылтыратты. Йәһәт кенә алды Сабир был юлы. Үтенесенә ҡуш ҡуллап риза булды ир. Бешеренеп-төшөрөнөп трассанан үтер мәлде самалап килешеп, юлға сыҡты Нәғимә. Машина тулы кешеләрен көттөрөп арыуыҡ ҡара-ҡаршы һөйләшеп торҙолар. Рәхәт ине Нәғимәгә Сабир янында. Китмә тиеп муйынына һарылғыһы, иркәләнеп наҙланғыһы килде. Белгертмәҫкә тырышһа ла ҡулдан-ҡулға сумканы күсергәндә устары Сабирҙың усына ҡағылып бергә йомолдо. Сабир, мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫтан, асыҡ багажникка ышыҡланып Нәғимәнең ҡолағына ниҙер шыбырланы. Ҡайнар тыныуынан янғандай тайпылған ҡатын, Сабирҙың ни тигәнен үҙ йөрәгенең ҡаты дөпөлдәүенән айырып ишетмәне лә ...

Көн дә тиерлек телефон араларҙы оторо яҡынайтты. Ошоғаса кисермәгән кисерештәр ашҡындырҙы Нәғимәне. Бер көн килеп бөтөнләй шашты — Сабир менән осрашыуға сыҡты. Был мәлдә Зариф уңыш йыйыуҙы тамамлап туңға һөрөүгә төшкән ине. Төнгө сменалағы ир бер ни белмәй ҙә ҡалды...
Сабир ҙа битараф түгел ине, иллә мәгәр Нәғимәгә шулай тойолдо. Ҡайһы мәлдә теләй шул мәлдә килергә, әгәр теләге уянһа, ҡосағы һәр саҡ асыҡлығын белдереп ир адресын яҙып усына йомдорҙо. Бер нисә тапҡыр шулай йәшертен "уйынға" сығып ураны йылдам ҡатын. Зарифҡа ни ҡайтыуына йылы аш, ҡайнар мунса, йомшаҡ түшәк булһа шул еткән. Арыуынан башын да ҡалҡыта алмай ҡаты йоҡоға тала. Усындағы Сабир тотторған ҡағыҙ остоғон кире кеҫә төбөнә йәшереп Нәғимә оҙон трассанан таныш ҡара машинаның ҡалҡып килеп сығыуын көттө...

Зариф арып-талып ҡараңғы төшәс кенә ҡайтып инде. Нәғимә ҡайтҡандыр тип өмөтләнһә лә, бушҡа булды. Бикле йоҙаҡ, бауылдашып баҡырышҡан ас быҙауҙар, елене ташҡан һыйырҙар ҡаршы алды уны. Һалҡын өй ҡотһоҙлоғонан бигерәк күңел бушлығы үҙәгенә үтте. Ни тиклем бар эште урын-еренә еткереп башҡармаһын, барыбер ниҙер яңылыш эшләнгән һымаҡ тынғы бирмәне. Эйе, бөгөнгө эшенән генә түгел, бар ғүмерендәге яңылышты эҙләп бер булды. Баш баҫып эш ҡалдырмай эшләне ул һәр саҡ, мал-аҡса булһын тип тырышты, улдарын уйһыҙ ғына ҡулы ағас эшен белгәс өйлө итте, ҡайһы ерендә "күҙ" ебәрҙе икән һуң ғүмер бәйләмендә? Семәрләп ҡайып, күҙ нурҙарын, елкә-бил көсөн аямай йыйған донъяһы шулай бер көн, бер нисә минут эсендә юҡҡа сығырмы ни?
Тамағына аш бармаҫын белһә лә, сәй ҡайнатты. Өй эсенә шаулаған ҡомған тауышы йән-йәм биргәндәй булды. Эсе бошоуын белгертмәҫкә тырышып телефон аша өлкән улына шылтыратып хәл белеште. Һин дә мин һөйләшкән улының һүҙҙәренән бер аҙ ҡабынып, бәлким Нәғимә бер нисә көн торор ҙа ҡайтыр тип фаразланы. Себерҙә төпләнгән икенсе улы ла ихлас аралашты. Ҡыуанды Зариф малайҙары өсөн. Өй араһында эсеп-туҙып та йөрөмәнеләр улдары башҡа тиҫтерҙәре кеүек. Юғары белем тип тә ынтылманылар, техник белем алып, әрмегә барып ҡайтҡас та өйләнешеп донъяға бәйләнделәр. Зариф менән бергә балта тотоп бура бурарға ла, техника йөрөтөргә лә тиҙ өйрәнделәр. Эш хаҡы насар булғас ҡына ҡырға тартылды балаҡайҙары. Былай булһа һис бошонмаҫ та ине Зариф. Нисек тә көңгөр-ҡаңғыр килерҙәр ине әле. Эх, Нәғимә... ниндәй уйҙар менән сығып киттең икән? Телефонынан номерын эҙләп табып оҙаҡ ҡына ошо һандарға текләп ултырҙы. Шылтыратырға әммә һис тә баҙнат итмәне. Һыпыра һуғып әрләр, йә ҡот осҡос хәбәр әйтер ине һымаҡ. Ҡыҙының хәлен белешеүҙән дә ялтанды. Әсәһенең һүҙенән сыҡмай бит аныһы.
Һыуына башлаған сәйен һемереп телевизор ҡабыҙҙы. Нишләптер экранда барған күренештәргә инеп китә алмай, һаман үҙ хәсртенә бирелде. Бар тормошон тетеп һалып хата эҙләне, таба алманы ғына...
Көн артынан көн үтте. Нәғимәнән һис тауыш тын юҡ. Күрше-тирәһенән ҡасып тиерлек йөрөнө Зариф. Ҡустыһы ғына белде бар хәлдең ысынын. Бер көн иртән иртүк Нәғимәгә шылтыратып та ҡараны, тик бушҡа, номер недоступен ине. Уның ҡайҙалығын белә алмай бер булып аңҡы-тиңке эш - өй йүнәлешендә йөрөгәнендә арғы урамдан бер ир ауыҙынан яҙа-йоҙа хәбәр ишетте. Нәғимә ҡалала икән. Элекке Нәғимә тимәҫһең, сәс толомдарын ҡырҡып буятҡан, һис биҙәнеү теймәгән бит йөҙөн буяуға мансыған тиҙәр. Ныҡ күрәһе килде Зарифтың. Бригадирҙан бер генә көн ял һорап, баяғы аръяҡ урам ире өйрәтеүендәге ергә Нәғимәне эҙләп ҡалаға сыҡты. Кәбәндән энә эҙләгәндәй аптырашта ҡалды — бына мин тип ҡатыны үҙе килеп сыҡмаҫ бит. Килеүен килгәс тип, ярҙам һорап, ҡыҙына шылтыратып ҡараны.

Йәһәт кенә алды телефонын ҡыҙы. Хәл-әхүәл һорашҡан булып торһа ла, ҡыҙы бар кисереш уйҙарын уҡыны ла ҡуйҙы. Әсәһенең ҡайҙа, кем менән йәшәүен дә йәшермәй әйтеп бирҙе. Бына һиңә мә! Әсәһе һүҙенән сыҡмай тигән ҡыҙғынаһы уның яҡлы икән дә! "Әсәй менән ярашығыҙ инде атай тиҙерәк", - тип ҡуйҙы һүҙе аҙағында. Ҡолағы төбөндә бер туҡтауһыҙ "зерә бөтөрөнмә, атай, үҙеңде һаҡла, әсәйгә мин дә әйтеп ҡарармын, тик минең һиңә адрес биргәнде өндәшмә, йәме!" - тигәне яңғыраны. Йомшаҡ бит ул Зариф. Кәйелеп кенә парк эскәмйәһенә сүгәләп бер аҙ башын баҫып ебеп алды. Ҡыҙғынаһын ҡыҫып ҡосаҡлап яратҡыһы килде.

Ҡыҙы ауыҙынан ишеткән адресҡа барҙы. Тапты Нәғимәне. Ныҡ үҙгәргән ысынлап та ҡатыны. Гел яулыҡ аҫтында йөрөгән сәс ҡырҡылған, ҡыҫҡа итәкле күлдәктә. Шаңҡып торҙо Зариф үҙ ҡатынын танымай. Нәғимә бер ни булмағандай (әйтерһең дә, Зариф уның бер танышы ғына!) ишек тупһаһынан да үткәрмәй башҡаса уның менән йәшәргә теләмәүен еткерҙе. Айрылышыуға ғариза биреүен дә әйтте, донъяны аҙағыраҡ бүлешербеҙ тип тә ебәрҙе. Ауыҙ асып торманы Зариф та, әйтерен әйтеп ҡалды. Тик Нәғимәнең кемгә алмашҡанын ғына күрә алмауына үкенде. Өйҙә юҡ ине Сабир. Ауыр атлап ҡайтыуға сыҡты. Буш ҡайтманы. Сумкаһын лыҡа тултырмаһа ла арыуыҡ араҡы һатып алды. Бөгөн эсмәһә ни, тиҙҙән һабантуй етә. Кәрәге тейер. Тыйыусы юҡ хәҙер. Юл буйына уйламаған уйы ҡалманы. Автобус тәҙрәһенән йүгерешкән күренештәр гүйә уның ғүмере кеүек бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торҙо. Киң аҡландарҙай саҡтары, ҡырлы ҡаялы мәлдәре, уйһыуҙарҙай уйлы йылдары...

Ә Нәғимә? Нәғимә ни ҡалаға тиҙ эйәләште. Курорт һымаҡ ине уға был тормош. Таңдан һыйыр һауаһы түгел, һөт йәнең теләгәнсә бар магазинда. Һыу ташыйһы, мунса яғаһы түгел, барыһы әҙер. Мейес ҡоромона буялыуҙар ҙа артта тип ҡыуанды. Ни теләһә шуны өҙөп алып бирергә әҙер Сабир менән бергә булыуға сикһеҙ бәхетле тойҙо үҙен. Аңғармаҫтан баҙар тирәһендә тап булған ауылдаштарының утлы ҡарашына ла әллә ни иғтибар итмәҫкә өйрәнде. Эре баҫып үтә лә китә. Күрһендәр, һөйләһендәр әйҙә! "Элекке һәпрәһенә ҡатҡан халатлы-яулыҡлы Нәғимәне ана ни хәтлем "биҙәп "алған бер ир. Эй, ул Зариф үҙе эшкинмәгән икән " - тиерҙәр.

Зариф ошо көндәрҙән һуң яйлап теге шешәләрҙе бушатыуға күсте. Иҫермәне лә, эшенә лә барҙы. Ҡустыһының тыйыуы ла, туғандарының әйтеүе лә тәьҫир итмәне. Һабантуйҙа баҫыу батыры итеп күтәреүҙәре лә күңелен күтәрмәне. Нимәгә ул уға? Тормоштары буръяҡлы булғас. Ҡулы барып өй тирәһендә бер эш менән булыша алманы. Ауған ере ауып, ҡолаған ере ҡолап тора бирҙе. Ирекле тормошҡа малдары кинәнде: быҙауҙары менән ҡуша һыйырҙары ла, ҡайтһа ҡайтты, ҡайтмаһа ҡырҙа ла ҡалғыланы. Иҫе китмәне Зарифтың донъя малына. Әҙләп эсеү ҡыуалатып эсеүгә лә әйләнде. Һурылып бит-йөҙө ябығып китте. Премия аҡсаһы бөтөүгә расчет алды, эшкә сыҡмауҙар ҙа булғыланы. Бригадир таһыл эшсеһен юғалтыуҙан эсе бошоп айнытҡысҡа ла алып барҙы үҙен. Тик бушҡа. Зариф аҙна-ун көн айныҡ торһа, үҙен яңғыҙ тойҙо. Эсергә әшнәләр ҙә күп, күңелле лә. Аҡса бөтә башлауға быҙауҙарын тейәтеп байыны. Ара-тирә улдарының шылтыратып тыйыуҙары ла туҡтата алманы. Ҡыҙы: "Каникулда өйгә ҡайтмаҫҡа ҡушты әсәй", -тип шылтыратты. Илай ине ҡыҙғынаһы , Зариф та был яҡта шым түгелде. Мал һатҡан аҡсанан өлөш сығарып ҡыҙына, улдарына һалды. Аралашыуҙы тыйған әсәләре һүҙенә ҡарамай ҡайтыуҙарын һораны. Ҡыҙы эшкә төшкән икән йәйгелеккә, сентябрҙә ҡайтырмын тип ҡыуандырҙы. Өлкән улы ла көҙгә ҡайтабыҙ тип ышандырҙы. Икенсе улы ла шул мәлгәрәк самалармын мин дә тип һалды. Зариф ашҡынып сентябрҙе көтә башланы. Нишләптер Нәғимә лә балалар мн ҡуша ҡайтып инер ине һымаҡ. "Түҙ, түҙ әлегә Зариф..." Ҡырлы стаканды төп күтәрә һуғып ҡуйҙы...
"Нәғимәң ташлап китһә ней, һин дә өйлән дә ҡуй, яңғыҙ ҡатындар быуа быумалы бит",- тип ҡуйҙы дыуамалыраҡ ауылдаштары. Юҡ, Зариф улай тиҙ генә өйләнә алмаҫ шул. Кәләш алыу - кейем һайлау түгел бит. Оҡшамай тип кенә сисеп һелтәп булмай аҙаҡ. Күңел тигән нәмә бар һәр кемдә лә. Өмөт итеп күҙ күңел терәрлек йүнле ҡатын да юҡ һымаҡ. Йә эсәләр, йә ҡырҙа эштәләр, балаларын ата-әпсәләре көткәндәре байтаҡ.
Эскелек касафатымы икән, күкрәгенең сәнсеп һыҙлатыуы бимазалай башланы. Әллә һаман ғына уйлы йөрөүҙәнме, ҡан баҫымы ла "һикергеләй ". Маңлай соңҡаһынан тотоп, күҙ алдында күкле йәшелле йондоҙҙар күренә башлауын да ниҙән икәнлеген аңлап алды. Үҙ-үҙен тәрбиәләп, эскене ҡырғараҡ ташлап ҡуйҙы шуға Зариф. Ҡыҙыу бесән өҫтө етте. Ҡырҡҡа ярыла яҙып мал-тыуарына тамаҡ әҙерләне һәр артынан шыуғаны. Зариф та ҡалышманы. Тик яңғыҙ һәнәк — яңғыҙ эш күңелен төшөрҙө. Эштән арып ҡайтыуына бикле йоҙаҡ асып инеүе лә мең яза.
Ысынлап та айырылышыуға ғариза һалған булған икән Нәғимә. Суд алды һөйләшеүенә саҡыртып ҡағыҙ килеп төштө. Барҙы Зариф. Нәғимә килмәне. Ярашығыҙ тип ваҡыт биреп ҡайтарырҙарын белдеме, әллә Зарифтың ныҡлығын ғына һынап ҡарауымы? Аңламаны. Эш араһында ғына булһа ла өй эстәрен һыпырып таҙалап сыҡты , кәртә -ҡураның китек ерҙәрен ҡустыһы менән һипләп ҡуйҙылар. "Нишләп зерә бөтөрөнөргә әле, Нәғимә иш тапҡанды Зариф тапмаҫлыҡмы әллә? Гөрләтеп йәшәп китер әле берәйһе менән. Сентябрь тыуһа балалар ҡайтырҙар, аңғартыр үҙҙәренә шунда.Ҡаршы килмәҫтәр, ярҙамдан ташламаҫ Зариф уларҙы барыбер. Әйҙә ҡатһын Нәғимә ҡаланың ҡаҡ урамында. Ҡайыра асып ҡапҡаны килеп инә алмаҫ унда. Һин үҙгәрһәң ни, мин дә үҙгәрәм..."

Нәғимәнең татлы тормошона әллә күҙҙәр тейҙе инде.Сабир нишләптер йомоҡ, аралашыуға һаранланды, кистәрен һуңлап ҡайтыуы етмәгән, екеренергә лә күп һорамай башланы. Зарифты теткеләгән кеүек Сабирға батына алмай Нәғимә. Нишләптер һүҙһеҙ йыға һуғыр кеүек үҙе. Элек Зариф әрләшкәндә шым ҡалһа, хәҙер Нәғимә тын ҡала һүҙен уртлап. Ошондай аңлайышһыҙ тормош арыуыҡ дауам итте. Эстән һыҙып ҡына Нәғимә лә уйға бирелде. Ҡырт баҫып ҡайтырға әллә?
Бер көн кис Сабир әҙерәк һуҡмыш ҡайтты. Таксист кеше өсөн эсеү бөтөнләй ярамай ҙа, ни булды икән, тип ҡорһаланды Нәғимә. Бар сер асылды ошо бер шешә араҡы шауҡымында. Сабир ҙа ҡатынынан законно айырылмағанлығын белә ине Нәғимә. Нишләптер һәр саҡ өлгөрөрбөҙ тип шылдыра барҙы ир был мисәт эшен. Нәғимә йәһәтләне, тегеһе ҡыймылдап та ҡараманы. Ара-тирә шул үҙ ҡатыны менән осрашып та йөрөгән икән бергә йәшәрҙәренән алда. Уныһы балаға уҙған, абортҡа барам тип ынтылған мәлдә, Сабирҙың Нәғимә менән йәшәй башлағанын белеп, кире уйлаған. Шул хәбәрҙән шаңҡып йөрөүе икән Сабирҙың. Малай була тип әйткәндәр икән узи ла уныһына, шул ҡыуанысты "йыуып" та алған. Иң әсе хәбәрен аҙаҡҡа ҡалдырған: ҡатынына кире ҡайтырға йыйыныуын да әйтте. Ҡойолдо ла төштө Нәғимә. Ҡайтмайым тип ҡаты япҡан ишекте нисек асыр? Ә Зариф? Инеүен индерер ҙә, яйы сыҡҡан һайын "сәнсеп" ыҙалатмаҫмы? Ни тиһәң дә ир бит ул!
Ауылдаштар, килендәш еңгәләр күҙенә нисек ҡарар? Үҙҙәре атай булған улдарынан оят, уф... Нишләп кенә алдын-артын уйламаны икән үҙе? Булғанды бөтөрөүе анһат, ә юҡты бар итеүе генә ауыр икән ысынлап та. Эх...
Төнө буйы түшәгендә ҡырҡ әйләнеп тулап сыҡты Нәғимә. Иҫерек ирҙең наҙлап маташыуы ла яраманы, оторо сикәнеү, ытырғаныу тойҙо үҙенә. Малайы тыуыуға бәхете башынан ашҡан Сабир өсөн Нәғимә бар ни ҙә юҡ ни. Ҡайтһа ҡайта, ҡайтмаһа ҡайҙалығын да белгертмәй ҡаса башланы. Квартира өсөн, тамаҡ кәрәк-яраҡҡа ла аҡса ҡыҫылды. Сабир бер ҡараһаң ҡатынын ҡайҙалыр больницаға алып бара, йә уның өсөн ниҙер йүнләп бәйләнештән юғала. Ғәрләнде лә, көнләште лә Нәғимә. Шул ҡатын урынында үҙе ауырлы булып иркәләнеп ир йүгерткеһе килде.
Бер көн килеп Сабир бар кейем-һалымын алып ҡайтып та китте ҡатынына. Япа-яңғыҙ шаулы ҡалала тороп ҡалды Нәғимә. Нишләргә? Эш эҙләп арыу ғына тупһаларҙы тапаны. Йүнле эш хаҡына өмөтө өҙөлөп йыйыштырыусы булып урынлашты бер офисҡа. Яңылыштан ғына ауылдаштары күреп ҡалмаһын тип ҡаса-боҫа йөрөнө, һүҙе ни әле! Ҡайтып тороп һөйләрҙәр ауыл тултырып шунан!
Бүлмәһенә түләһә ашарына етмәй, тамаҡҡа тыҡһа урамға сығып баҫасағына эсе бошто Нәғимәнең. Больницаларға төнгө ултыраҡ булып ялланып яманы йыртыҡтарын. Арыны ла, йонсоно ла Нәғимә. Ҡыҙына аҡсалата ярҙам итә алмауына эсе бошто. Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана, кейем-һалымын яңыртырлыҡ та хәле юҡ.
Баҙарға емеш еләк алып килеп һатҡан таныштары аша Зарифтың хәлен һорашты. Кемеһелер тиҙҙән өйләнә ти ул тип йөрәгенә ут төрттө. Әйләнеп сығып килгән ярһыуын тыя алмай ыҙаланы. "Йәһәтләп кенә ғаризаны кире алырға кәрәк, өйләнеп кенә ҡараһын! "
Эш урындарынан расчет яһап тиҙләтеп юлға сыҡты Нәғимә...

Күкрәгенең хәлен алып ҡыҫыуына аптыранып тороп ултырҙы Зариф. Тын алыуы ауырлашҡан һымаҡ булғас, телефон аша ҡустыһына шылтыратты. Хәл ысынлап та шулай хөртмө, ауыл фельдшеры ла тирләп-бешеп килеп етте. Беләгенә укол ҡаҙау ҙа ярҙам бирмәне, ҡыҫыу көсәйҙе генә. Тиҙ ярҙам машинаһын көтөү зерә оҙаҡ тойолдо. Йыл оҙоно килгән һымаҡ булды. Һыҙланыуы баҫылған арала күҙенә эленгән йоҡо аралаш мәрхүмә әсәһен күреп бөттө. Ап- аҡ кейемдә етәгенә алған әсәһе ҡайҙалыр һөйрәй ине. Танауына бәрелгән ҡырҡыу еҫтән уянып иҫенә килеп, әсәһе етәгенән ҡалды бер нисә рәт Зариф...

Китеүе еңел булһа ла ҡайтыуы ауыр булды Нәғимә өсөн. Аяғын саҡ һөйрәп ауыл урамынан атлай, осрағандарға мөләйем йөҙ күрһәтеп һаулыҡ һорашҡан була. Әллә сәсе ҡырҡыҡҡа танымайҙар, аптырашып ҡарап үтә ҡайһылары һаулығын да алмай. И -и- их, ҡасандыр Нәғимә лә шулай...

Таныш урам, таныш ҡапҡа. Һаҡ ҡына бикте ҡалҡытып урамға үтте . Өй йоҙаҡта. Асҡыс эҙләп ҡараны, тапманы. Нигеҙ буйындағы ташҡа ултырып өй урам тирәһен күҙ уңынан үткәрҙе. Ҡунаҡ саҡырырға йыйынғандай тәртип хөкөм һөрә һәр ерҙә. Таҙа өй тупһалары кисә генә йыуылған ахрыһы, саң әҫәре юҡ. Баҡсалағы күҙ яуын алыр сәскәләрҙе лә Зариф ултыртты микән? Эшкинмәгән тип әрләй торғайны, ҡулынан килә икән былай... Шул саҡ телефоны шылтыраны .Ҡыҙы икән. Илап быуҙыҡҡан ҡыҙы ауыҙынан Зарифтың әле генә больницала үлеп ҡалыуын ишетеп саҡ ҡолап китмәне Нәғимә. Нисек?!..
… Был Зарифтың осрашыуҙар көтөп әҙерләнгән, өмөтләнеп көткән сентябрь айының тәүге көнө ине...

Миңзәлә Сирғәлина.

Фото интернеттан.

СӘБӘП (хикәйә)
Автор:Лилия Такаева