Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
6 Сентябрь , 19:00

Ҡартымды юғалтҡас (хикәйә)

" Ейәнем үҙен ныҡ яратҡанымды һүҙһеҙ ҙә тоя, ахырыһы. Шуға ла күргән белгәнен, оҡшаған-оҡшамағанын түкмәй-сәсмәй һөйләп ала торған ғәҙәте бар. Һәр ваҡыт түгел, әлбиттә. Бер көндө һис уйламағанда шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр ыскындырмаһынмы: – Әсәйем эшкә китһә лә, ҡайтһа ла, һәр ваҡыт таксиҙа елдерә. – Ҡала ситендә йәшәгәс. Уның ни ғәйебе? – Атайым Себергә юлланыуы була, әсәйем Әҡсән ағайҙың иномаркаһында үҙенекендәй күреп ултырып йөрөй. – Улар элек-электән яҡшы таныштар ҙа... – Эй, өләсәй, бер ҡатлы бала һымаҡ, кем нимә әйтә – шуға ышанаһың. Быны аңлауы еңел һәм ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс... Элегерәк Сафураның әсәһенән ишеткәнем бар ине. «Киленең йәш сағында башта Әҡсәндең, һуңынан Азаттың башын әйләндерҙе», тигәнен ҡолағыма элмәгәйнем..."

Хоҙайға рәхмәт, ҡартым менән йәшәгән нигеҙем ҡотло булды: балаларым ауырыманы, мал-тыуарыбыҙ ишле, хатта ҡаҙҙарыбыҙ ҙа теүәл баҫты бәпкәләрен. Баҡсабыҙ ишелеп уңды, тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Әллә үҙебеҙ йәшәүҙән йәм-тәм табып, ихлас йәшәнек, әллә бәхетле нигеҙебеҙҙе Аллаһа Тәғәлә үҙ итеп, үҙе насип әйләне беҙгә. Хикмәт бында ғына түгелдер, ә ғүмер буйы бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәүебеҙҙәлер, тип уйлайым. Вафатынан бер нисә көн элек, мәрхүмкәйем: «Әсәһе, яҡыныраҡ кил әле эргәмә, әйтер һүҙем бар», – тип саҡырып алды.

– Ҡыуманым түгел, ҡыуҙым мин был донъяның артынан. Фанилыҡтың да үпкәһе юҡтыр тормошома ҡарата. Әжәлдән ҡурҡмайым. Иң ҙур байлығым – һеҙ. Балаларыбыҙ һәйбәт. Улар алдында йөҙөбөҙ яҡты. Бер кемгә лә ҡыҙыллыҡ та, ауырлыҡ та килтермәнек яҡшылыҡтан башҡа. Рәхмәт һүҙҙәрем шул булыр, – тигән һымаҡ ятҡан яҫтығын һыйпай-һыйпай, ауыр һулап ҡуйҙы ла, тынып ҡалды. Мин өйҙәге һиллекте боҙоп:

– Үҙең донъяны аҡыллы итеп көтә белгәс... Ҡаҡманың, һуҡманың, эсмәнең, балаларҙы үҙеңә ылыҡтыра белдең. Ни һөйләһәң дә, ни эшләһәң дә килеште үҙеңә.

– Мин тормоштоң дилбегәһен ҡайырып тотҡанда, һин ипле һәм итәғәтле хужабикә була белдең. Ошо бәләкәй генә ҡулдарың менән иң изге хистәреңде ҡушып бешергән аштарыңды кемдәр генә ауыҙ итмәне. Бөхтә, өҫтөнә туҙан ҡундырмай оҫта итеп ойошторған зауыҡлы йәшәйешебеҙҙе, көткән донъябыҙҙы күреп хайран булғандар әҙ булманы бит. Шуға ла, тупһабыҙ рәхмәтле, – тип тарамыш ҡулдарымды һөйөргә иткәйне, әммә ҡулдары тыңламаны зиһенгенәһен. Әжәл яҡынайыуын һиҙепмелер, сыҡмаған йәнендә энә осондай ғына ҡалған көсөн йыйып, һуңғы һүҙен әйтте: «Төпсөк улыбыҙ нигеҙебеҙҙе етемһерәтмәһен, ташламаһын, һәр саҡ төҙөк тотһон, бәхет юрамай ул ҡаралмаған нигеҙ...»

Сараһыҙлыҡтан, иңрәмәй саҡ-саҡ түҙеп торам, ярай әле, күҙҙә йәш кипкән. Быуындарым ҡалтырай, йөрәгем туҡтар төҫлө. Диҡҡәт менән тыңлайым, тыңлаған һайын ғәжәпләнәм. Бәхилләшкәндәге һәр һүҙе зиһенемә яҡты нур булып урала. Һөйөшөп, яратышып ҡауышҡайныҡ. Нығыраҡ мин яраттым, ахрыһы. Икебеҙҙең уртаҡ бер йәнебеҙ бына-бына беҙҙе әллә ҡайҙарға, йыһан киңлегенә алып осор һәм беҙ ҡушарлашып ер йөҙөнән юғалырбыҙ һымаҡ. Заманында хәләлем күптәргә буй етмәҫлек хыял ине. Бына бит, ел-дауылдарға ҡаршы тора алмай бирешкән ҡая кеүек, аҙ ғына ваҡыт арауығында гөрһөлдәмәй ҙә, селпәрәмә килеп, тауыш-тынһыҙ күҙ алдында яйлап ыуалды ла ҡуйҙы. Ҡасандыр айбарланып, ғәйрәтләнеп төҙөгән яландай донъяһында, сәселгән юнысҡылай, күҙгә күренер-күренмәҫ булып ята. Ябынған юрғанының аҫты буп-буш. Ғүмеркәйҙәр нисек матур уҙмаһын, әжәл үткер ҡылысын ялтанлата башлаһа, үкендерә икән...

Шул һуңғы һүҙҙәренән һуң бер кемде лә эргәһенә саҡырманы, һис берәүгә өндәшергә теләмәне лә. Иге-сиге булмаған уйҙарын үҙе менән бергә алып китте мәңгеллеккә. Уны ерләгән мәлдә, түшәк тартып ятып ҡуймайым, тип ҡурҡтым. Кәңгерләй-тәнтерәкләй кеше ыңғайына йөрөнөм, иҫәпкә бар-һанға юҡ хәлендә. Һуңғы юлға оҙатыу сараларын уҙғарыу – үҙе бер афәт. Хатта аҙаҡ, ҡартымдың баҡыйлыҡҡа күсеүен белмәйерәк ҡалған туған-тыумаса, тиң-тош, таныш-белештәрҙең хәлемде белешергә теләп килеүе ауыр һынау булды. Бабайым тураһындағы һөйләшеүҙәр былай ҙа ауыр хәсрәтемде арттыра төштө.

Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың инде. Көндәр бер-бер артлы үтеп, килеп-китеп торған кеше таралып, яңғыҙ ҡалғас, бөтөнләй кәрһеҙ ҡалдым, мөҙөрәнем. Шулай бер көн бабай барҙағы кеүек аш-һыу әҙерләмәксе булдым балаларҙың эштән ҡайтыуына. Аҡылымды кәүҙәм тыңламай: һауыт-һаба ҡулымдан оса, онтала. Тегенеһен тапмайым, быныһын онотам, яндырам, көйҙөрәм. Тышҡа сыҡһам, тигеҙ ерҙә абынып йығылам. Ғәжәп хәл: мин – мин түгел, ә шәүләм. Ҡулға эш бармағас, бабай бүлмәһенә инеп яттым. Серем иткәнмен әҙмелер-күпмелер. Балалар ҙа ҡайтҡан эштән. Ғүмер буйы йүгерә-атлай йөрөп эшләгән эштәремде нисәнсе көн инде башҡара алмай аҙапланам. Әйтерһең дә, миңә ҡушылған көндәлек планды үтәмәйем, ғәйеплемен. Йәнә бөгөн шәмбе – мунса яға торған көн. Әй, әттәгенәһе, былай аяҡ-ҡулымды күтәрә алмай ятһам, тағы ниндәй хәлдәргә төшөрмөн, билдәһеҙ...

Килен менән тәүге көндәрҙән үк ярашып, татыу йәшәнек. Әсәле-ҡыҙлы кеүек. Алсаҡ, эсендәге – тышында. Ваҡ мәсьәләме, оло ваҡиғамы, осраҡлы хәлме – бер фекерҙәбеҙ. Тик һуңғы ваҡыттарҙа, бабайҙың вафатынан һуң, ҡартайған да тыртайған тигәндәй, үҙем эшкә ярамаҫ булып киткәс, өйҙәгеләрҙең тын алышы икенсерәк, айырыуса киленем рыяраҡ. Ошоғаса ауырлығымды һалғаным юҡ балаларға. Һауығып китеүемә өмөтөм ҙур.

Бер көн төнөн тәҡәтһеҙ ауырып киттем, бәхетемә күрә, киленем уянды, тиҙ генә «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыртты. Укол һалып, дарыу эсереп киттеләр. Бер нәмә белмәй йоҡлағанмын. Уянып китһәм, башым тыныс, элекке һау хәлемә ҡайтҡан һымаҡмын. Торҙом. Тамаҡ кипкән. Сәй әҙерләп эсәм, йәнәһе.

Йоҡо бүлмәһенән таңғы асыҡ тауыш ҡолаҡҡа салынды:

– Ҡәйнәмдең балаһы бер һин генә түгел, башҡалар ҙа ҡараһын...

– Ни һөйләйһең. Ошоға тиклем кем тотоп торҙо донъяны?

– Йылдан-йыл йәшәрмәй инде. Ярай әле, ҡайнымды ҡарарға эшкинде.

Килен менән улымдың һөйләшеүе өҙөлдө. Карауатынан да тормаған ейәнем тауыш бирҙе.

– Өләсәй, тәүге пар лекцияға һуңлайым. Ашарға өҫтәлгә теҙә тор...

Эй, бәпесем, һуңғы арала сырхаулап торам шул. Үҙем яман өйрәттем барыһын да. Кисен иртәнге ашты әҙерләп ята торғайным. Бына хәҙер үҙем йөрөйөм төртәндәп. Килен эштә эсә иртәнге сәйен. Ҡалғандары ҡапҡыланылармы берәй нәмә, юҡмы – сығып та йүгерҙеләр. Ниһайәт, саф һауаға сыҡтым. Ҡала ситендә шәхси хужалығың менән йәшәгәс, һәр нәмәгә үҙ ҡулың тейелмәгәнлеге күренеп тора. Ҡайҙа тотонһаң – шунда эш. Аҙбар-ҡура ишектәре шар асыҡ. Һөт-ҡатығы ла нисек бар шулай ултыра.

«Бөртөкләп йыйылған донъяң йәндәй йәл. Кеменә булһа ла шулайҙыр ул», тип үҙемә үҙем һөйләйем. Тыңлаусы булһасы. Ҡапҡа келәһе келтерәне.

– Хаят инәйем һуңғы ваҡытта күренгеләмәй ҙә... Ни хәл, иҫәнлекме, шәплекме?

– Хоҙай ҡушҡанса, Әлхәм. Әйҙә, түрҙән үт, Сафура.

– Әстәғәфирулла, солан күтәрмәләре үҙеңдекенә оҡшамағансы, ҡаҡашып бөткән. Ҡаҙ өмәһе үткәрҙегеҙме әллә?

– Юҡсы. Ана бит ҡаңғылдашып тора ҡошҡайҙарым. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы. Бына ошо емде һирп тә, алдарына һыу ҡуй.

– Киленеңә ни булған?

– Унан алда улым, ейәнем бар бит әле.

– Киленеңә һүҙ тейҙермәйһең инде...

– Ир-ат күрмәй ул бар нәмәне. Өс бөртөк өйлө, бөтөп барған ауылдан килдем, тимәй ул хәҙер.

– Алдында өлтөрәп торған ире бар. Балалары ҡараулы. Сығып китһә лә, килеп инһә лә – донъяһы саф-ялт. Нишләп ул һәйбәт килен булмаһын, һәр хәлдә, мин түгел инде...

– Ниңә улай тиһең. Һинең дә донъяң гөл кеүек.

– Азат менән ҡауышырға йөрөгәндә һеҙ бит ҡамасау булдығыҙ. Йәнәһе, ауылдан килгән ҡыҙ егәрлерәк, яҡшыраҡ, матурыраҡ, һыйыр һауа, имеш. Яманмы-яҡшымы, яҙғаны менән көн итәм.

– Сафура, егерменсе быуатта булған хәлде оноторға күптән ваҡыт.

– Мин түгел, әсәйем онотмай әле тәүге һөйөүен. Егете менән икеһе ҡалала тимер юлын һуҙыуҙа ҡатнашҡан. Тәүге поезд килеү менән өйләнешергә вәғәҙәләшкәндәр. Йәнәһе, ике байрам бер юлы. Тарихи поезд ГПТУ-ға вагон-вагон ҡыҙҙар тейәп килгән. Араларында кемдәр генә булмаған, әлбиттә, негрҙан башҡаһы: сыуашмы, марыймы, сирмешме – тағы әллә кемдәр. Әсәйемдең мөхәббәт ҡошо осҡан шулар яғына. Юҡҡа һөйләмәнем күптәнге ваҡиғаны. Әсәйемдең яҙмышын ҡабатланым мин. Бында һеҙҙең ғәйеп юҡ. Тик былай ғына, һүҙ ыңғайында.

– Ни булһа ла булды инде, былтыр ҡыҫҡанға быйыл илашмайыҡ. Атта ла, тәртәлә лә булғандыр.

– Инәй, мунсамды томалап килдем. Әсәйем килгән, ваннаны өнәмәй бит ул. Ҡайын миндеге менән икегеҙҙе сабындырырмын. Бал, май менән һылармын. Ҡыҙҙар һымаҡ осорта баҫып ҡайтып инерһең өйөңә.

– Рәхмәт, мине ҡайғыртҡаның өсөн.

– Һауыҡҡас әйтерһең рәхмәтеңде. Өс өй аша ергә ни. Мине эҙләп улым килеп еткән, үҙе рүлдә. Йәтеш булды. Әйҙә-әйҙә, өҫөбөҙ бер кешеләй булмаһаҡ, оят.

Ай-вайыма ҡуймай алып ҡайтып китте мине Сафура үҙҙәренә. Кеше таяныр, ышыҡланыр кешеһе булғанда көслө. Мунса төшөп, үлән сәйҙәре менән һыйланыу быуындарыма һығылмалыҡ, күҙемә яҡтылыҡ, башыма асыҡлыҡ индергәндәй итте. Мине өйөмә тиклем оҙата килгән Сафура: «Элекке матур хәлеңә ҡайттың, Хаят инәй. Күҙ теймәһен», – тине.

– Ғүмер буйы йүгерә-атлай йәшәнем. Бабайҙан ҡалғас, аяҡтарға әллә ни булды. Ҡул көсө лә самалы. Аяғыма баҫтырҙың, ҡулыңдан һөйөн, рәхмәт.

– Һеҙҙең ҡапҡа төбөнә әсәйемдең йәшлектәге «Сирмеш»енең Джип машинаһы туҡталған...

Беҙ өйгә килеп ингәс, ҡара һөрөм баҫты киленемдең йөҙөн. Ул:

– Больницаға-маҙар һалып ҡуйҙылармы тип хәүефләнһәк, ҡәйнәмдең үҙ врачы бар икән дә баһа... – Үҙе артынса уҡ хәйләкәр йылмайып, йомшара төштө. Эсендәге ҡыуанысын йәшерә алмай киленем:

– Малды һатып алыусы табылды. Алыусыһы барында һатып ҡалайыҡ. Бөтә урамға яр һалдырып баҡырттырып торҙорғансы.

– Кем һата? Мал һатыу тураһында уйлаған юҡ...

– Икебеҙ ҙә һыйыр һауа алмайбыҙ. Эш итергә кәрәк бит малдың ағын...

Мин һүҙһеҙ ҡалдым, улай ғына ла түгел, хатта ебеп төштөм. Көс-хәлемде йыйып һорай ҡуйҙым:

– Азат нәмә тиер...

– Ул ҡаршы тороп ҡайҙа барһын? Ейәнеңдең уҡыуына ла түләрлек аҡса кәрәк. Аҡса түләмәйенсә, имтиханға индермәй ыҙалаталар ҙаһа.

Шул саҡ һүҙһеҙ ултырған «Сирмеш»: – Йә, һатаһығыҙмы, юҡмы? Сауҙалашайыҡ та аҡсаны ташлайым өҫтәлгә.

– Бабайым бесәнен дә тейешенсә әҙерләп киткән. Ҡайһылай булһа ла һауырмын үҙем. Сафураға әйләнеп: «Зинһар, ярҙам ит. Мал ҡараған мәлдә килерһең: иртәле-кисле. Азатым Себер һынлы ерҙән ҡасан ҡайта әле ул. Уртаҡ булыр ағы», – тип ярҙам һораным.

Ялтан-йолтан ҡараған киленемдең күҙҙәре ҡырыҫ, һалҡын ине. Элегерәк күҙем бәйле булғандыр, ахырыһы. Шулай булмаһа, маҡтаулы киленемде бөгөн танымай торор инемме? Шул саҡ ейәнем уҡыуҙан ҡайтып инде. Хәлемде һораны.

– Юҡ әле, улым, хәлем мөшкәлерәк. Һин дә имтихандарыңды бирә алмай йөрөйһөң икән...

– Нисек, аңламайым? – тип аптыраны ейәнем.

– Атайың уҡыуыңа аҡса түләмәгән түгелме?

– Беҙҙең тоҡомдағы ирҙәр типһә – тимер, баҫһа – баҡыр иретерлек. Ундайҙар үтескә, кредитҡа йәшәмәй, ти атайым. Ул алдан уҡ өс йылдыҡын бергә түләп ҡуйған. Минең атай донъя йөҙөндә берәү. Өләсәй, ниңә улай тиһең?

– Ниңәлер уйҙарым буталды... Киленем өнһөҙ ҡалды, әммә уйланып торғандан һуң, өҫтәп ҡуйҙы:

– Түләһә, яңы түләгәндер...

Азатым эшсән булып үҫте. Атаһын да, мине лә берҙәй үк тыңланы, һүҙебеҙҙе йыҡҡанын һис хәтерләмәйем. Ошоғаса киленемә тел-теш тейгәне юҡ. Бабайым: «Бер тапҡыр Азатты күндерҙең, тыңлаттың, шул еткән. Артабан ҡыҫылма, йәшәһендәр үҙҙәренсә. Тормош үҙе өйрәтер, донъя аҡылы киңерәк һәм тәрәнерәк», – тиер ине яйы сыҡҡан һайын. Етмеш ете йыл оҙонлоғондағы ғүмер ептәрен тағатып уйланһам, йәшәгәнмен икән ҡартым өсөн аҫыл биҙәк миҫалында. Хатта кисә генә, түребеҙ йән рәхәте – тәхет, нигеҙебеҙ бәхет ине...

Уйҙарым менән мауығып ултырған мәлдә, Азатымдың үҙ бүлмәһенә инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ҡатыны менән ҡайһылай күтәренке кәйеф менән берсә өй яңғыратып көлөшәләр, берсә тып-тыныс ҡалалар. Шул һиҙелә: киленем тырышып-тырышып нимәлер аңлата. Азаттың тауышы һанда-һаяҡ сығып ҡала. Һағынышҡандарҙыр...

Эңер төшөр алдынан ихатаға сыҡһам, «Сирмеш» һыйырымдың мөгөҙөн арҡанлап бәйләп маташа. Мин иҫәр кеше һымаҡ уның арҡанына йәбештем. Азат:

– Әсәй, был ни эшләүең, һиңә еңеллек булһын өсөн тырышам бит мин...

– Малдан бик ҡотолғоң килгәс, әйҙә, һинеңсә булһын, тик уларҙы Сафураға һатайыҡ. Ул мал йәнле.

– Ҡәйнәм ҡыҙыҡ ҡына инде, кем алһа ла ярамағанмы? Аҡса булһа – булды. Сафуралар ҡайҙан алһын аҡсаны? – ти киленем.

– Ире Әҡсән дә Себерҙә мул аҡса эшләй, Сафура ла икене өс итергә әҙер... Мал һатыу тураһындағы тәүге етди һөйләшеү ошолайыраҡ тамамланды.

Беленер-беленмәҫ йәйге таң һыҙыла. Тәҙрә төбөндә үҫкән муйылдарға бер-бер артлы сыр-сыу булып ҡунған ҡоштар тыуаһы көндөң ҡояшлы, йәмле булыуына ишаралай.

Күңелемде әрнеткәне шул: бер туҡтауһыҙ һыйырым баҡыра. Ҡулымда көсөм бyлha, шыуышып барып һауыр инем дә бит. Йәш саҡта йоҡонан туйған мәлдәр була микән? Бигерәк тә таңғы йоҡо тәмле. Киленем дә йәш түгел. Ҡырҡты уҙған. Йоҡлап ята микән ни? Һуҡырҙың теләгәне ике күҙ тигәндәй, «Инәй, биҙрәләрең ҡайҙа?» – тигән тауыш ишетелде. Мин ятҡан килеш: «Син-дектә, синдектә», – тип ҡысҡырам, тик тауышым сыҡмаған һымаҡ. Тора алмай аҙапланам үҙем. Мин иллә-аллаға тороп баҫҡанда, һыйырҙы гөбөрҙәтеп һауып ултыра ине инде Сафура.

Йәшкә тулды күңелем. Сафура: «Инәй, ирем Әҡсән Себерҙә вахтала, уның менән кәңәшләшмәйенсә, һатып ала алмайым малыңды. Теүәл бер айҙан һуң ҡайта, ә былай малдарыңды ҡарашырмын», – тип йыуата.

Шул саҡ киленем ҡатаһын ҡарп-ҡорп һөйрәп, туҙған сәсен төҙәтә-төҙәтә, ихатанан сығып барған Сафураны ҡыуып етеп әрләргә кереште.

– Йәшлегеңдә ярай алмағаныңды, хәҙер килештерә алмаҫһың... – Уның ҡулын болғай-болғай тағы ниҙәр һөйләгәнен ишетмәнем. Ә шулай ҙа: «Һыйырҙы һиңә һатмайбыҙҙыр инде?» – тип һуҡранғаны ҡолағыма ап-асыҡ салынды. Был ни ғәжәп, тормош арбаһын бер төптән тарта инек тә баһа. Донъябыҙҙың ҡотон ҡартым үҙе менән алып китте микән әллә?

Киске сәй мәлендә, киленем башын түбән эйеп, шымтайып сәй яһаны. Айырыуса миңә йүнәлтте иғтибарын. Әле тегенеһен, әле быныһын эргәмә өйөп: «Ауыҙ ит, ҡәйнәм, Себер күстәнәсен», – тине.

– Әсәй, Сирмештәргә һатайыҡ малды бесән-уты менән. Хаҡын да арттырып түләмәкселәр, – тине улым Азат.

– Әсе булһаң – төкөрөрҙәр, тәмле булһаң – йоторҙар, тигәндәй, өҙөп кенә әйтә алмайым. Ҡайтһын әле Сафураның ире Себерҙән...

Килен ҡулындағы сынаяғын сайпылдыра-сайпылдыра, саҡ-саҡ түкмәй ултыртты батмусҡа. Әйтерһең, кәүҙәһен ташлап осто йәне. Түңәрәк матур йөҙө аҡлы-ҡыҙыл тимгелдәр менән ҡапланды.

– Әҡсәнде вахтала мин алмаштырам бит. Ул ҡайтыуҙы көтһәк, бик оҙаҡ булыр. Сафураның донъяһы ҙур. Бүлгеләнә алмаҫ ике яҡҡа, – ти улым.

– Кем-кем, Сафура өлгөрә ул. Малымдың тоҡомон илле йыл үрсетәм, шуға ла йәнем кеүек күрәм. Тик ире Әҡсән аҡса эшләп ҡайтһын. Минең өсөн көнөнә ике тапҡыр Сафура менән аралашыу күңелемә дауа. Һөйләһә – һүҙе килешле, эшләһә – эше ырамлы...

Малдарым бөтөнләйгә Сафураға эйәләште: ҡойроҡ-мойроғон да һелтәмәй, хатта аяҡтарын да алмашлап баҫмай, нисек торған – шулай һауҙыра. Мал да аңлайҙыр үҙ хәлен.

Ниһайәт, Сафураның ире Әҡсән Себерҙән аҡса эшләп, имен-аман әйләнеп ҡайтты, ә Азатым уның урынына вахтаға юлланды. Балалар итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә – көйҙөрә тигәндәре бермә-бер раҫтыр. Бына хәҙер һәр береһенең үҙ юлы, үҙ маҡсаты, үҙ ғәме.

Ейәнем Хамматтың донъяға килеүенең тәүге минуттарынан алып һыу индерҙем, доғалар уҡып, аҡ биләүгә һалып үҙем биләнем. Элек-электән кемде һөйләһәм, йәки уйлаһам, шул күренә торған. Хаммат ҡайтып инде.

– Тәмле, яңы бешкән икмәк еҫтәре таралған өйгә. Өләсәй, һин булмаһаң, ни эшләр инем был донъяла?

– Ҡуй, улай тимә. Мин инде оло, бөгөн бармын – иртәгә юҡ. Һинең иң яҡын кешеләрең – әсәйең һәм атайың. Әйткәндәй, фатиха әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, тигәнде һис бер ҡасан да онотма, улым.

– Минең әсәй, атай өйҙә булмаһа, көтөп алған ҡунаҡ...

Ейәнем үҙен ныҡ яратҡанымды һүҙһеҙ ҙә тоя, ахырыһы. Шуға ла күргән белгәнен, оҡшаған-оҡшамағанын түкмәй-сәсмәй һөйләп ала торған ғәҙәте бар. Һәр ваҡыт түгел, әлбиттә. Бер көндө һис уйламағанда шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр ыскындырмаһынмы:

– Әсәйем эшкә китһә лә, ҡайтһа ла, һәр ваҡыт таксиҙа елдерә.

– Ҡала ситендә йәшәгәс. Уның ни ғәйебе?

– Атайым Себергә юлланыуы була, әсәйем Әҡсән ағайҙың иномаркаһында үҙенекендәй күреп ултырып йөрөй.

– Улар элек-электән яҡшы таныштар ҙа...

– Эй, өләсәй, бер ҡатлы бала һымаҡ, кем нимә әйтә – шуға ышанаһың. Быны аңлауы еңел һәм ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс...

Элегерәк Сафураның әсәһенән ишеткәнем бар ине. «Киленең йәш сағында башта Әҡсәндең, һуңынан Азаттың башын әйләндерҙе», тигәнен ҡолағыма элмәгәйнем. Үҙемдең дә Азат менән Сафураның бергә булмауына ҡыҫылышым булғас, иғтибар бирмәнем уның һүҙҙәренә. Уйлаһаң, уй ысынға әйләнә икән. Сәғәте, минуты менән Әҡсәндең өр-яңы еңел машинаһы беҙҙең ҡапҡа төбөнә туҡтамаһынмы. Киленем йәһәт-йәһәт йүгерә-атлай өйгә килеп инде лә:

– Төшкө ашҡа бер сәғәт ваҡыт бирелә, һис бер нәмәгә өлгөрөп булмай, – тип һөйләнә-һөйләнә залдағы көҙгө алдына баҫты. Ҡояш яҡтыһында күҙҙең яуын алырҙай нур балҡытҡан зиннәтле ташлы алтын алҡа, шундай уҡ балдаҡ кейеп, ҡәнәғәтлек тойғоһонан көҙгө алдында бер-ике зыр өйөрөлөп алды. – Такси яллап бер аҙ ҡапҡылап китергә ҡайттым, – тип өҫтәп ҡуйҙы ла. – Бөгөн етәксебеҙҙең юбилейын билдәләйбеҙ.

Һуңғы һөйләме, мин һуңлабыраҡ ҡайтырмын, тигәнде аңлатҡандыр, моғайын. Осрашыуға йөрәкһеп ашҡынған еткән ҡыҙ кеүек сығып йүгерҙе. Ауыҙын асып ябырға онотҡан кеше һымаҡ, ни уйларға белмәй тороп ҡалдым. Төҫ тиһәң – төҫ, һын тиһәң – һын, аҡыл тиһәң – аҡыл, типһә тимер өҙөрҙәй үҙекәйенә өлтөрәп торған Азатты һанға һуҡмай йөрөүе микән ни был? Әгәр мин уйлағанса булһа, ояты ни тора. Тоҡом-әҡрәбәлә булмаған хәл. Юҡтыр, юҡтыр, ҡайһылай ҙа йүнһеҙ уйҙар ағыла ҡарт башымдан.

Иртә менән Сафура һыйыр һауырға тағы килде. Йоҡоһо туймаған, күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл. Күҙгә ҡарап һөйләшмәй, һәр ваҡыттағыса, кәйефте күтәрерлек хәбәрҙәр һөйләмәй. Алдымда бөтөнләй башҡа зат. Күренеп тора: күңеле ғауғалы. Шулай булһа ла әкрен генә һүҙ ҡаттым: Сафура, бер аҙ көтөп тор. Һөттө айыртып, иртәнге ҡаймаҡты биреп ҡайтарам. Ирең ҡайтҡан икән, төрләндерерһең өҫтәлеңде.

– Юҡ, бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй, һеҙгә ярҙам булһын өсөн ваҡытлыса ғына йөрөйөм бит мин. Уны үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ ҙә инде.

Эшен ашыҡ-бошоҡ бөтөрҙө лә, ҡайҙалыр һуңлағандай сығып йүгерҙе. Әй әттәгенәһе, малды ҡасан алаһығыҙ, тип әйтергә өлгөрмәй ҡалдым. Борсолам, икеләнәм, әлеге лә баяғы теге уйҙарым бирмәй тынғылыҡ. Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә тигәндәй, ейәнемә лә көйҙө йәнем.

Ана, Хамматым бүлмәһенән атлығып килеп сыҡты. Трюмола ятҡан хаҡтар күрһәтелгән кескәй ҡағыҙ киҫәктәрен тотҡан:

– Бындай аҡсаны эшләр өсөн бер тонна тир түгеү аҙ. Бриллиантлы алтын алҡа – алтмыш мең, бриллиантлы алтын балдаҡ – илле өс мең һум. ... Ҡабаланып йөрөгәнендә алтындарының хаҡтары тырым-тырағай көҙгө эргәһендә сәселеп ятып ҡалған. Бындай әйберҙе һатып алырлыҡ аҡсаны ҡайҙан алған икән беҙҙең әсәй?

– Улым, яңылышаһыңдыр, ундай хаҡ булмай. Атайың алып биргәндер.

– Юҡ, атайым әсәйемә бик ҡиммәтле шәшке туны алып биреп китте. Ул да йөҙ мең һум тирәһе.

Килендең бүлмәһенә яңылыш та ингәнем юҡ. Ике ҡатлы йортта кемдең ҡайҙа йөрөгәне беленмәй шул. Тормошомдағы һәр миҙгелде, һәр хәл-ваҡиғаны күңел иләгенән үткәреп, уландарымды күҙ алдына баҫтырам: Алмасым – Мәскәүҙә, Булатым – Өфөлә. Уларға бәләкәй ҡала төҫ түгел хәҙер. Ҙур уҡыуҙы тамамланылар. Инде хәҙер үҙҙәренең ейәндәре бар. Бер ҡыйыш хәбәрҙәрен ишетмәнем. Бәлки, алыҫта йәшәүҙәре яҡшыраҡтыр. Барыһы өсөн нисек түҙәлер бер йөрәк?

Көн кискә һарыҡты, тау артына тәгәрәгән ҡояш һуңғы нурҙарын сәсә. Тағы ниҙәр килтерер икән уҙып барған көн – билгеһеҙ. Күңел шулай ҙа нимәлер һиҙә. Бөгөнгө йәшем юғарылығынан фекер йөрөткәндә, яҙмышыма үпкәләргә хаҡым юҡ. Тик кеше ишетмәҫлек хәбәр йөрәгемде әрнетте, күпте күргән күҙем күрәғарауға әйләнде, йәғни күҙҙәрем, ҡараһа ла, күрмәй. Күпте кисергән күңелем, әйтерһең дә, минеке түгел. Бер уйлаһаң, ғәжәп. Әле лә моң тулышҡан мөлдөрәмә һағышлы күҙҙәрҙең миңә төбәлгәнен шәйләмәйем дә. Дөрөҫөрәге, күрмәйем, танымайым. Мин уны тәүге тапҡыр күрәм кеүек...

Атаҡ-атаҡ, Сафура, ниңә өндәшмәйһең? – тием. Сараһыҙлыҡтан, меҫкен хәленә төшкән Сафурам:

– Ниндәй гонаһтарым өсөн донъя миңә һырты менән тора икән? Йәнем минең мәңге яралы...

Үкһеп-үкһеп илай. Күпме илаһа ла тыныслана алманы. Тышҡа сығып, битен һалҡын һыу менән йыуып килде лә:

– Ирем менән киленең юл фажиғәһенә эләккәндәр. Әле улар дауаханала. Ирле-ҡатынлы икәндәр, тип икеһен бер бүлмәгә һалып ҡуйғандар. Инде хәҙер белмәмеш тә күрмәмеш булып йөрөй алмаҫһың, Хаят инәй...

Йөрәгем алҡымыма килеп төйөлһә лә, һорай ҡуйҙым:

– Имендәрме, иҫәндәрме?

– Хәлдәре бик ауыр. Эргәләренә бер кемде лә индермәйҙәр.

– Әй әттәгенәһе, һау ғына булһындар. Үҙ балаларын үҙҙәре көтһөндәр...

Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй икәнен бик яҡшы беләм мин. Тик үлемдән оят көслө. Кемдеке – шуныҡы. Бәләкәй ҡалала хәбәр тиҙ тарала. Етмәһә, ул ҙур түрәнең секретары. Киленем шул етәксенең белеше аша Себергә эшкә урынлаштырғайны йылдар буйы эшһеҙлектән йонсоған Азат менәт Әҡсәнде. Хеҙмәт хаҡы алып, кешесә йәшәй генә башлағайнылар ҙа бит. Уңдың да тиҫкәреһе була тигәндәй, тарттылар бит кирегә. Бер ус ҡылғандан кәбән өйөргә әҙер булған әрһеҙҙәрҙең береһе Себергә, Азатыма хәбәр итеп өлгөргән инде.

Төн уртаһы. Күңелдәге ут ғәрәсәте бөтә булмышымды ялмап алған. Нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк бындай хәлдә. Тәҙрәләрҙән таң һарыһы ағыла. Нисек ойоп киткәнмен, белмәйем. Ул хәтлем оҙаҡ та серем итмәнем, ә шулай ҙа асыҡ һәм аныҡ төш күреп, һиҫкәнеп уянып киттем. Имеш, ҡартым иҫән... Кескәй генә Азатын, алтыным, нигеҙ ташым минең, тип яратып һөйә.

– Ҡасан кәләш алаһың? – тип шаяртҡан була үҙен. Уныһы:

– Бөгөн, хәҙер...

– Кемде?

– Сафураны.

Ул өндәшмәй, әммә мин уның ни әйткәнен күңелем менән тоям. Ҡартым:

– Сафураның сәсен аҡ таҫмалап, икенән үр, иң матуры булып йөрөһөн баҡса балалары араһында, ти. Ап-аҡ кейемен баштан-аяҡ ҡулдары менән һыпырып төшөрҙө. Кәфендең кеҫәһе юҡ, мин дә алып китмәнем донъя малын, ҡыҙғанма, тип аңғартыуы булғандыр, бәлки. Артабан ҡылмаһын ҡылып йөрөгән әлеге киленемдең тәүге тапҡыр йортобоҙға килеп ингән мәле пәйҙә булды.

Ҡурсаҡтай матур, елбәҙәк ҡыҙҙың әлегә торор ерем дә, һөнәрем дә, эшем дә юҡ, тигәс, йәлләпмелер, әллә ылыҡтырғыс төҫ-башы, буй-һыны әсир итте инде беҙҙе. Уны сит-ят күҙҙәрҙән ҡурсалап, күрше әбейгә фатирға индергәйнек. Төш тиһәң, төш тә хәтәр икән. Киленем беҙҙеке түгел, ә күршеләрҙеке, имеш. Уянып киттем дә, тәрән уйға ҡалдым: төш түгелдер, өндөр, өндөр был...

Таңһылыу Ғәйнуллина.

Ҡартымды юғалтҡас (хикәйә)
Автор:Лилия Такаева