Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
2 Сентябрь , 12:35

Көҙ ҙә етте...

* Уңышһыҙ сентябрь – ҡыштың ҡарһыҙ килгәне. * Сентябҙә сәтләүек күп булһа, ҡыш уҫал була * Әбейҙәр сыуағында үрмәкес ауы күп булһа, көҙ аяҙ һәм йылы булыр, әммә ҡыш һыуыҡ килер. (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)  

* Сентябрь — йылдың киске эңере.

* Сентябрҙә һыуыҡ булһа ла, тамаҡ туҡ була.

* Уңышһыҙ сентябрь – ҡыштың ҡарһыҙ килгәне.

* Әбейҙәр сыуағында көндәр эҫе торһа, көҙ дымлы була. Әгәр Әбейҙәр сыуағы ямғырлы булһа, көҙ ҡоро килер.

* Әбейҙәр сыуағында үрмәкес ауы күп булһа, көҙ аяҙ һәм йылы булыр, әммә ҡыш һыуыҡ килер.

* Сентябрҙә йәшен йәшнәһә, көҙ оҙайлы һәм йылы булыр.

* Сентябрҙәге иртәнге томандар — бәшмәк миҙгеле башланыуға ишара.

* Әлморондың бешеүе — көҙҙөң етеүе.

* Күктәге болоттарҙың ҡанат кеүек булып йөҙөүе — ҡоштарҙың йылы яҡҡа осоуына мәл етеүгә ишара.

* Сентябрҙә ҡарабаш турғай сырҡылдаһа, көҙгө ҡунаҡҡа саҡыра.

* Сентябҙә бешкән еләк — ул да булһа, миләш.

* Сентябҙә сәтләүек күп булһа, ҡыш уҫал була.

* Сентябрҙә ағаста япраҡтар ҙа тормай.

* Сентябрҙә япраҡ та һирәгәйә, ҡоштар ҙа аҙыраҡ һайрай.

Фото интернеттан.

Көҙ ҙә етте...
Автор:Лилия Такаева