Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
31 Август , 20:00

Бала яҙмышы

Эх, был яҙмыш тигәнең. Кемгәлер Хоҙай бала бирмәй, кемгәлер был бала бөтөнләй кәрәкмәй. Кәрәк булһа ла, ул балаға киләсәктә нимә биререн, нимә ашатырын белмәй, йәки бөтөнләй ул турала уйламаусылар ҙа бар бит был донъяла. Бына бит Зәлиәнең дә илауы бушҡа булмаған. Йөрәге өҙгөләнеп илай икән шул. Иларһың да, йөрәк аҫтында бала йөрөтөп тә, уға матур ғүмер бүләк итә алмағаныңды асыҡ аңлаһаң. Илау ғына ла түгел, йөрәгеңде һурып алып утҡа ырғытыу теләге лә уяныр. "Донъяға тыуам тип яралған баланың муйынына үҙ ҡулдарым менән бысаҡ һалам бит", - тип ярһыны Зәлиә. Табыр ине лә ул бәпесен, тик...

ҠАТЫН-ҠЫҘҺЫҘ ЙӘШӘҮЕ АУЫР ШУЛ
Эх, ҡыш! Ниндәй сафлыҡ! Ниндәй паклыҡ! Йомшаҡлыҡ, нәзәкәтлек! Яҙ айҙары етеүгә ҡарамаҫтан, ҡыштың бирешкеһе килмәй. Берсә һепертмә бурандар уйнаһа, берсә күктә шаян ҡояш йылмая. Ә бөгөн ниндәйҙер сихри көн. Ҡыш һуңғы матурлығын күрһәтергә теләгәндәй, бөтә ҡаланы ап-аҡ йомшаҡ ҡарға сорнаны ла уға тағы ла матурлыҡ өҫтәп, көндөң-көнө буйы ябалаҡлап ҡарҙар яуҙы. Эх, был ҡыш! Һыуыҡтары ҡаты булһа ла, шундай сафлыҡ бөркә. Тик был сафлыҡ та бер-ике аҙнанан һуң иреп юҡҡа сығыр. Ҡоштар килер, ағастар бөрөләнеп, япраҡ ярыр ҙа тағы ла ҡаланы йәшеллеккә күмер. Тағы ла яңынан тормош башланыр. Ә Нәфис тағы ла бер йылға ҡартайыр. Эйе, ваҡыт тигәнең аҡҡан һыуҙай үтеп тик тора шул. Ғәҙәттәгесә алты йөҙ алтмыш алтынсы һанлы маршрутында Нәфис ошондай уйҙарға бирелеп, тәҙрә аша ҡала урамдарын күҙәтеп эштән ҡайтып бара ине. Ғәҙәттәгесә тип, ғәҙәттәгесә лә түгел инде. Нәфис үҙ машинаһына ултырмаған саҡта ғына ошо маршрутка менән эшенә йөрөй. Бына бөгөн дә, туҡтамаҫтан ҡар яуыу сәбәпле, ул машинаһы менән бармаҫҡа булды. Күңеле лә нимәлер һиҙенгәндәй болоҡһой ине. Ул төрлө-төрлө уйҙарға бирелеп, ҡаланың ығы-зығыһын күҙәтте. Бына маршрутка туҡталышҡа туҡтап, ишек асылды. Ҡабаланмай ғына бер йәш ҡыҙ инеп, уға ҡапма-ҡаршы урындан урын алды. Бар кеше ингән ҡыҙҙы баштан аяҡ күҙәтеп сыҡҡандан һуң, ҡыҙыҡһыныуҙары бөткәс, ҡараштарын алды. Бары бер Нәфис кенә ни өсөндөр унан күҙен ала алманы. Башҡалар кеүек әллә ҡайҙан күренерлек итеп буянмаған, ябай ғына кейенгән ҡыҙға оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы. Бөтәһе лә яҡшы кеүек тә, тик бына ҡыҙҙың йөҙө генә ни өсөндөр бик моңһоу күренә ине. Ул инеп урынына ултырыу менән бер кемгә лә иғтибар итмәй, тәҙрә яғына боролоробораҡ ултырҙы ла бер нөктәгә төбәлде. Күрәһең, ҡаты уйға батты, хатта уның иғтибарын юлда аварияға осраған машиналар ҙа, тиҙ ярҙам машинаһы ла йәлеп итмәне. Нәфис шул машиналарға ҡарап бер аҙ иғтибарын ҡыҙҙан айырҙы. Бер мәл водитель яғынан моңһоу бер көй ағылды. Был йыр әсә кешегә бағышлана ине. Нәфис тышты күҙәтеп ултырғандан һуң, ҡыҙҙың телефоны шылтыраны.
Телефонын ҡулына алғандан һуң моңһоу, шул уҡ ваҡытта тыныс ҡына тауыш менән яуап бирҙе. Уның һөйләшеүенән Нәфис был ҡыҙҙың башҡорт икәнен аңланы. Ни өсөндөр ирҙең күңеленә йылы йүгерҙе, шул уҡ ваҡытта үҙе лә аңламаҫтан ҡаушаған кеүек тә булды. Улар барған маршрутка тағы бер туҡталышҡа яҡынлашты. Һәм моңһоу ҡыҙ ҡабалана-ҡабалана сумкаһын аҡтарып аҡса алғандан һуң, унан аша ынтылып водителгә аҡсаһын тотторҙо. Әллә Нәфис унан күҙ алмай ултырғанды һиҙепме, ҡыҙ һирпелеп кенә ир яғына ҡараш ташланы. Бына мөлдөрәмә йәшле күҙҙәр менән борсолоулы, шул уҡ ваҡытта һағышлы, уйсан күҙҙәр осрашты. Күҙҙәре йәшле булһа ла, уларҙың иҫ киткес матур икәнен Нәфис шунда уҡ шәйләне. Ә бит алмаларында һөртөлөп бөтмәгән күҙ йәштәрен күргәс, ирҙең йөрәге тағы семетеп алды. Кем сибәр ҡыҙҙы илатты икән? Ниндәй ҡайғы уның башында? Нәфис ошондайыраҡ һорауҙар менән янды. Бына автобус туҡтаны ла ҡыҙ сығып та китте. Нәфис ҡапыл аңына килде. Ул бит башҡаса ҡыҙҙы күрә алмаясаҡ. Ир инде ҡуҙғала башлаған автобусты туҡтатып, аҡсаһын бирҙе лә тышҡа ынтылды. Үҙенең йөрәге дарҫлап тибә, күҙҙәре ят ҡыҙҙы эҙләй ине. Йорттар араһына инеп барған һылыуҡайҙы күргәс, йөрәгенә йылылыҡ йүгерҙе, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙ артынан атланы.
 
ИКЕ ЯҢҒЫҘ ЙӘНДӘР ОСРАШТЫ
Эй Нәфис! Һин нимә эшләйһең? Нимә тип һүҙ ҡушырһың? Әллә кире боролорғамы тигән уйҙар уны икеләндерҙе. Ә аяҡтары үҙенән-үҙе алға атланы. Ул ҡыҙҙы йәһәт кенә ҡыуып етте. Уңайһыҙланып ҡына булһа ла, "һылыу" тип өндәште. Ҡыҙ ҡабаланмай ғына атлап барған еренән боролоп, йәшле күҙҙәре менән уға ҡараны. Үҙе автобустағы ирҙе күргәнгәме, әллә ҡаушап ҡалыпмы, әллә оялыпмы, ҡарашын аҫҡа төшөрҙө. Тик яурындары ғына һелкенеүенән Нәфис ҡыҙҙың һаман илауын аңланы. Нәфис яҡындағы кафеға инеп ултырырға тәҡдим итте. Ҡыҙ баш тартманы. Улар яҡындағы кафеға инде. Нәфис ҡыҙҙы тынысландырырға теләп, йылы сәйгә лә заказ бирҙе. Оҙаҡламай сәй ҙә алып килделәр. Ҡыҙ ҡалтыранған ҡулдары менән сынаяғына үрелеп, сәйен уртланы. Ә Нәфис бер һүҙ ҙә өндәшмәй уны күҙәтте, тынысланғанын көттө. Шул арала ҡыҙҙың йөҙөн байҡаны: ҡара ҡыйғас ҡаштар, ҙур түңәрәк күҙҙәр, тулы ирендәр. "Ниндәй сибәр ҡыҙ" тип уйланы ул. Йылы сәйҙән һуң бөтә тәнгә лә, йәнгә лә йылылыҡ йүгергәндәй булды. Ә тышта ҙур-ҙур ҡар бөртөктәре менән һепертмә буран. Ҡар бөртөктәре ергә төшәләр ҙә, ел ыңғайына әллә ҡайҙарға тағы ла осоп китәләр. Ҡайһылары кафе тәҙрәһенә килеп һырыла ла, йылылыҡтан иреп, күҙ йәштәре кеүек түбән тәгәрәй. Эх! Был ҡыш, был кис ниндәй сихри! Нәфис ҡыҙҙың тынысланғанын күреп, өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡып, яйлап ҡына һүҙ ҡушты. Ҡыҙ ҙа, ниһайәт, тыныслана биреп, йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп, Нәфискә тура ҡараны. Үҙен "Зәлиә" тип таныштырҙы. Шулай һүҙ артынан һүҙ китте. Ир ҡыҙҙың хәлен һорағанға, ҡыҙ тәүҙә уңайһыҙланып һөйләмәй ултырһа ла, аҙаҡ инде асылып китеп, үҙ уйҙарынан ҡотолорға теләгәндәй, бер туҡтауһыҙ һөйләне лә һөйләне...
Эх, был яҙмыш тигәнең. Кемгәлер Хоҙай бала бирмәй, кемгәлер был бала бөтөнләй кәрәкмәй. Кәрәк булһа ла, ул балаға киләсәктә нимә биререн, нимә ашатырын белмәй, йәки бөтөнләй ул турала уйламаусылар ҙа бар бит был донъяла. Бына бит Зәлиәнең дә илауы бушҡа булмаған. Йөрәге өҙгөләнеп илай икән шул. Иларһың да, йөрәк аҫтында бала йөрөтөп тә, уға матур ғүмер бүләк итә алмағаныңды асыҡ аңлаһаң. Илау ғына ла түгел, йөрәгеңде һурып алып утҡа ырғытыу теләге лә уяныр. "Донъяға тыуам тип яралған баланың муйынына үҙ ҡулдарым менән бысаҡ һалам бит", - тип ярһыны Зәлиә. Табыр ине лә ул бәпесен, тик ҡайҙа йәшәтәсәк һуң? Фатирҙа торған хужабикәләме, әллә ауылда торған яңғыҙ әсәһендәме? Әллә йүнләп эшләй алмаған, бөгөнгөһө менән йәшәгән иренә алып ҡайтһынмы ул бәләкәсен? Атай кешелә бит баланың киләсәге иҫендә лә юҡ. Уға бала кәрәкмәй, шунлыҡтан ул "кәләш ауырға ҡалған" һылтау менән ике аҙна буйы айнымаҫтан хәмер һемерә. Эй, бала, бала! Әсәнән башҡа кемгә кәрәгең бар, аҡылына килә алмаған иргәме, әллә кеше балаһы тип ҡараған, айына берҙе лә шылтыратып хәлде белмәгән ҡайны-ҡәйнәгәме? Бүлмәләренә лә өҙөп-йолҡоп, тинен-тингә ялғап түләп йәшәйҙәр. Ә бала тыуһа, уға нимә кейҙерерҙәр ҙә, нимә ашатырҙар? Зәлиә бала менән ялға китә ҡалһа, уларҙы кем туйындырыр һуң? Эх! Кемгә ышанып тапшырҙы ул үҙ тормошон? Ә ул бит тормошон бөтөнләй икенселәй күҙ алдына килтерә ине. Туйҙарынан һуң матур тормош башланырына ышана ине. Ә бөгөн ниндәй хәлдә һуң Зәлиә? Ире ҡыуып сығарһа ла, уның алдында баш эйергә, уға буйһонорға риза булып кире ҡайтып бара. "Бала кәрәкмәй, абортҡа бар. Үҙебеҙ өсөн йәшәргә кәрәк башта", - тип аҡырҙы ире. Башта ире менән ризалашмаһа ла, башҡа сара юҡ. Бик табыр ине лә балаҡайын, тик уның бәхетле булмаясағын аңлай, шуға күрә яҙмышына күнеп, баш эйергә мәжбүр. Баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә ине, тик ҡайҙа? Ошо ҡар бөртөктәре кеүек алыҫ-алыҫтарға осоп китеп булһа ине...
Зәлиәнең күңелендә уйнаған буран менән тиңләшеп тышта ла буран ҡоторҙо. Йәш ҡатындың ҡарынындағы ҡан төйөнө һулҡылдай-һулҡылдай йәшәргә ынтылды. Ҡышҡы буран да, яҙға бирешергә теләмәй, борғоланды. Яҙҙың йылыһына ҡар бөртөктәре иреп аҡты, ә, ҡыш, үс иткәндәй, ябалаҡлап ҡарҙар яуҙырҙы. Гүйә, тәбиғәт тә ике кешенең күңел яраһын һүрәтләй ине. Иреп аҡҡан тамсылар Нәфистең һыҡраған йөрәгенең ҡанлы йәше булһа, ҡыштың бураны Зәлиәнең күңелен һүрәтләне. Ә тәбиғәттең алышы, әйтерһең, әле йән дә инеп өлгөрмәгән бала яҙмышы. Эх, был тормош! Ниндәй һағышлы ла, ҡойонло ла, буранлы ла. Ҡайһы саҡтар ҡояшлы ла. Зәлиә был ҡышҡы буранда аҙашып ҡалған болан балаһылай ине. Тик аҙашҡандар ҙа бит берәй ҡасан асыҡлыҡҡа сыға, ҡайтырына юлын таба. Шуның кеүек Хоҙай Зәлиәнең балаһы хаҡына юлына Нәфисте сығарҙы, уның ҡайғыһына, яҙмышына битараф ҡалманы.
Ҡыҙҙың буҫлыға-буҫлыға илап яҙмышын һөйләгәнен Нәфис һүҙһеҙ, бүлдермәйенсә тыңлап ултырҙы. Эстән генә "ике яңғыҙ йәндәр осрашты" тип уйланы. Шул арала үҙенең дә күптән инде бала һөйгөһө килеүен, ошоға тиклем яңғыҙ интеккәнен иҫләп әсенде. Тап шул саҡ аяҙ көндө йәшен атҡандай йөрәге түрендә күптән һүрелгән осҡон ҡабат ҡабынды, атай булыу теләге дөрләп тоҡанды, күптәнге хыялы алға этәрҙе. "Атай" һүҙе ирҙең йөрәген шәберәк тибергә мәжбүр итте... Ҡыҙ үҙ тормошон һөйләп бөтөүгә Нәфис тә үҙ яуабын әҙерләгән ине. Уның яуабы ысын ирҙәрсә ҡыҫҡа һәм төплө булды: "Балаңды үҙ баламдай үҫтерәм, һине лә йәберләмәм. Сыҡ миңә кейәүгә!"...
Эйе, был тормош ниндәй һағышлы ла, ҡойонло ла, буранлы ла. Ҡайһы саҡтар ҡояшлы ла...
 
 
Гөлбикә Һөйәрғолова.
Фото интернеттан.
Бала яҙмышы
Автор:Лилия Такаева