Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
30 Август , 09:00

Август

Август – йәйҙең һуңғы айы,Ҡаймағы түгел, майы.Муллыҡ айын данлар өсөнКилһен тик мәле, яйы.Август айы – эшлекле ай,Июль кеүек наҙламай,Арыш бешә. ОфоҡтарҙаБалҡып һүнә һаҙағай...

Август – йәйҙең һуңғы айы,
Ҡаймағы түгел, майы.
Муллыҡ айын данлар өсөн
Килһен тик мәле, яйы.

Август айы – эшлекле ай,
Июль кеүек наҙламай,
Арыш бешә. Офоҡтарҙа
Балҡып һүнә һаҙағай...

Муллыҡты тәбиғәт үҙенсә
Ҡәҙерләй, хөрмәт итә.
Ысыҡ төшһә, бар донъяға
Бал еҫе аңҡып китә.

Аҡландарҙа үләндәрҙе
Ҡаплап үҫкән бөрлөгән, –
Бындай хәл бит һиндә генә,
Тыуып-үҫкән ергенәм!

Риф Әхмәҙиев.

Фото интернеттан.

Август
Автор:Лилия Такаева