Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
7 Июль , 12:30

Баш тартҡам балам күршебеҙҙә йәшәй...

-

Мин беренче кызымны 17 йәшемдә генә таптым. Беҙҙең тарафтарға эшкә килгән бер ир менән дуҫлашып киткән инек. Өс йылдан һуң икенсегә балаға уҙҙым. Ләкин алдан уҡ унан баш тартасағымды белдем. Тапҡас, шулай иттем дә. Дауаханала уҡ ҡалдырып киттем. Бер нисә йылдан кейәүгә сыҡтым. Тағы бер ҡыҙым булды.
Әллә яҙмыш шаярыуы булды, әллә осраҡлы килеп сыҡты - ташлап киткән сабыйымды балалары булмаған бер йәш ғаилә алған. Хәҙер улар беҙгә күрше булып йәшәй. Балаларыбыҙ бер майҙансыҡта уйнай. Ул минең теге ҡыҙҙарыма шул ҡәҙәр оҡшаған. Ләкин... уға ҡарата бер ниндәй хис-тойғом юҡ. Матур ғына булһа ла сит ул миңә, ят. Үҙемде ғәйепле һанамайым, балалары булмаған бер ғаиләгә сабый бүләк иттем. Матур, бай ғаилә, етеш йәшәйҙәр. Йыл һайын ял итергә диңгеҙгә баралар. Мине әрләргә тырышмағыҙ. Бер ғаиләгә бәхет бүләк иттем, тип уйлайым.
Зәлифә.
Фото интернеттан.
Автор:Лилия Такаева