Өфө районының Балалар Ижады Йорто (ДДТ Уфимского района) Башҡортостан яҙыусылар союзы (Союз писателей РБ), Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды (Фонд содействия гражданскому обществу РБ) менән берлектә ойошторолған проект “Клуб юных писателей и поэтов” тип атала. Проекттың махсус сайты бар
2020-21 уҡыу йылында балалар өсөн әҙәби ижад конкурсы иғлан ителде. “Лукоморье 2021” тип атала. Балалар ижады йорто инде туғыҙ йыл рәттән рус, өсөнсө йыл башҡорт телендә ойоштора бындай конкурстарҙы. Әкиәт яҙыу конкурсы Мәктәп йәшендәге балалар өсөн. Шарттары – сайтта. Әкиәттәрҙе 28 февралгә тиклем ебәрергә кәрәк. Интернет аша. Апрель, май айҙарында йомғаҡлау саралары үтәсәк, еңеүселәр бүләкләнә. Иң ҙур бүләк – конкурста ҡатнашҡан яҡшы әкиәттәрҙе туплап КИТАП нәшер ителәсәк. Тимәк, уҡыусылар үҙҙәренең тәүге китабын ҡулға аласаҡ!
Ошо Проектта Яҙыусылар оҫталығы курсы (Курсы писательского мастерства) асылған. Был курстарҙа яҙыусылар балаларға он-лайн дәрестәр бирә, үҙҙәренең ижади оҫталыҡтары менән бүлешә. Ҡатнашығыҙ! Матур, серле һәм фәһемле әкиәттәр көтәбеҙ!
Ошо конкурсҡа әҙерлек маҡсатынан “Яҙыусы оҫталығы” дәрестәре лә ойошторолған. Рус телендәге он-лайн күнекмәләрҙе яҙыусы Светлана Гафурова, ә башҡорт телендәге күнекмәләрҙе шағирә, драматург, яҙыусы Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова) алып бара.
“Был күнекмә-дәрестәрҙә балалар ҙа, ололар ҙа ҡатнаша, йәғни тыңлай, ҡарай ала. Конкурс, әлбиттә, балалар өсөн, ә он-лайн дәрестәр әҙәби ижад менән ҡыҙыҡҡан, һәр бер теләгән кешегә тәғәйен.
Мин был оҫталыҡ серҙәре күнекмәләрен “ӘКИӘТ ЯҘЫРҒА ӨЙРӘНӘМ” тип атаным. Һәр береһе алты дәрес-күнекмәнән торған дүрт бүлеккә бүлдем. Ноябрь аҙағына беренсе бүлек тамамланды. Декабрҙә – икенсе бүлек. Ғинуар-февралдә – өсөнсөһө, мартта – дүртенсеһе буласаҡ. Һәр бүлектең атамалары бар. Мәҫәлән, “Нимә ул әкиәт?”, “Геройҙар һәм йөкмәтке”, “Сюжет ҡороу”, “Хыял һәм характерҙар” .
Ололарға теләгем: әгәр үҙегеҙ ҡарай алмайһығыҙ икән, был турала балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә әйтегеҙ һәм саҡырығыҙ! Ә бәлки янығыҙҙа ғына буласаҡ һәләтле яҙыусы барҙыр?!
Бына, мәҫәлән, ошо көнгә тиклем һәр дәрескә Башҡортостандың төрлө райондарынан инеп ҡаранылар: Өфө ҡалаһы һәм районы, Хәйбулла, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалылар әүҙем булды. Хатта һәр дәресте тиерлек Ханты-Мансы автономия округы Нефтеюганск ҡалаһынан да бер тыңлаусы бар. (Үҙҙәре ризалыҡ бирмәйенсә, ҡағиҙә булараҡ, әлегә уларҙың исем-аттарын атамайым). Ә бер көндө Баймаҡ ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбендә минең дәрес-күнекмәне бөтә класс менән ултырып ҡаранылар! Мин һәр берегеҙгә оло рәхмәтемде еткерәм!
Күреүегеҙсә, бындай күнекмәләр балаларға ла, ололарға ла файҙалы һәм кәрәк. Дәрестәрҙе компьютер (билгесаяр) ярҙамында ғына түгел, хатта ЗУМ ҡуйылған хәлдә, смартфон аша ла ҡарарға мөмкин!
Был күнекмәләр Zoom ҡушылмаһында яҙыла бара һәм уларҙы аҙаҡ та (күпмелер ваҡыт үткәс) Youtube сайты аша ҡарарға мөмкин. Әммә бының өсөн “Клуб юных писателей” сайтында регистрация үтергә кәрәк. Күнекмәләргә һылтанмалар шунда ҡуйылған.
Шәхсән үҙемдән шуны әйтергә уйлайым:
беренсенән, ижади фекерләүсе балалар өсөн шундай матур һәм файҙалы эш башлаусыларҙың, ойоштороусыларҙың барыһына ла ОЛО РӘХМӘТ. Икенсенән, шәхсән минең өсөн был – яңы һөнәр, яңы эш. Яҙыусылар өсөн ошондай эшмәкәрлек алып барыу ике яҡ өсөн дә файҙаға: балаларға ла, яҙыусыға ла. Сөнки бөгөнгө “өйҙә ҡалыу” заманында интернет селтәрҙәре аша яҙыусы, ғалим йә артистар менән осрашыуҙар халыҡҡа һыу-һауа кеүек ҡәҙерле. Оҫталыҡ дәресе түгел, мәҫәлән, яҙыусылар бары тик үҙенең ижады менән генә, яңы эштәре менән генә таныштырһалар ҙа күпме файҙа тыңлаусы, ҡараусыларға! Әлбиттә, был эш еңел түгел. Әйтергә кәрәк, хатта ауыр ҙа. Тәүҙә техник йәһәттән өйрәнергә кәрәк. Йәнә лә, мәҫәлән, мин алып барған “Әкиәт яҙырға өйрәнәм” курсына әҙерләнеү – бары тик үҙемдең хеҙмәтем генә. Автор дәрестәре. Интернет селтәрендә башҡорт телендә был турала материалдар аҙ, дөрөҫөрәге, бөтөнләй юҡ. Әкиәттәрҙең яҙма һәм аудио варианттары ғына бар, ә инде уларҙың үҙенсәлектәре һәм яҙыу нескәлектәре тураһында, мин, мәҫәлән, бер материал да таба алманым. Күргәҙмә материалдарҙы ла үҙемә эшләргә ҡала. Бына шундай ауыр ҙа, әммә кәрәкле эшкә тотонғанмын. Балалар ижады йортонан техниканы үҙләштереүҙә ярҙамсылар бар. Уларға оло рәхмәтемде еткерәм. Улар өсөн дә был эш – яңы шөғөл, яңы йүнәлеш икән. Тимәк, мин генә түгел, улар ҙа өйрәнә, оҫталыҡты шымарта.
Шулай булғас, дуҫтарым, беҙгә ярҙам итегеҙ:
минең сығыштарымды (он-лайн күнекмәләрҙе) ҡарағыҙ һәм файҙалы кәңәштәрегеҙҙе бирегеҙ! Тәүге башлаусыларҙың хаталаныуы – ғәҙәти күренеш, шуға теге йә был килешмәгән урындарын тапһағыҙ, әйтегеҙ, яҙығыҙ һәм өйрәтегеҙ! Рәхмәт кенә әйтермен! Кеше ғүмер буйы үҙ белемен камиллаштырыу өҫтөндә бит.”