Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
14 Февраль 2022, 14:25

Бушлай интернет кәрәкме?

Хатта телефонда аҡса булмағанда ла!

Бушлай интернет кәрәкме?
Бушлай интернет кәрәкме?

Телефон балансы 0-гә еткәндә лә интернетҡа тоташып була. Бындай мөмкинлек хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәргә лә бирелде. 

Бушлай интернет "Бәйләнештә" сайтына һәм "Дәүләт хеҙмәте" ("Госуслуги") порталына ҡағыла. Мәҫәлән, ПАО МТС  2022 йылдың 1 февраленән үҙ обоненттарына Дәүләт хеҙмәте порталына һәм kremlin.ru порталына бирә. 23 февралдән бушлай бирелә торған интернет-ресурстар исемлеген Бәйләнештә селтәре лә тулыландырасаҡ. 

Хәтерләүегеҙсә, Дәүләт хеҙмәте һәм Бәйләнештә селтәре 2022 йылдың ғинуары аҙағында социаль әһәмиәтле сайттар исемлегенә индерелде. 

Сайттарҙы компьютер йә смартфон браузерында һәм махсус ҡушымтала асырға була.

Бушлай интернетҡа ҡушылыу схемаһы махсус карточкала күрһәтелгән. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в