Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
7 Октябрь 2019, 18:01

Абау! Телевизор... ҡарайған!

Ошондай аптыраулы хәлгә ҡалмаҫ өсөн тиҙ арала телевизорығыҙҙың төрөн, каналдар сигналы һеҙгә нисек килеп етеүен билдәләгеҙ. Сөнки 14 октябрҙән тулыһынса һанлы телевидениеға күсәбеҙ. Өлкәндәргә балалары, туғандары, күрше-күләне ярҙамға килер, тип ышанабыҙ. Әйткәндәй, ололарҙың күпселеге иҫке телевизор аша аналог каналдарын ҡарай. Әйтеп китеүемсә, 14 октябрҙән был каналдар һүндереләсәк. (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Шулай итеп, әгәр ҙә һеҙҙә DVB-Т2 стандарты һәм MPEG4 форматы тотҡан заманса һанлы телевизор икән, һанлы телевидениеға күсеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Каналдарҙы көйләп алырға ғына кәрәк буласаҡ.
Әгәр ҙә телевизорығыҙҙы 2013 йылға тиклем һатып алғанһығыҙ икән, ул ваҡытта көнкүреш техникаһы магазинында махсус приставка алырға тура киләсәк. Хаҡы 1 мең һум тирәһе. Мөһим кәңәште тотоғоҙ: һатыусылар приставкаларҙың иҫке моделдәрен дә һатып ебәреүҙәре ихтимал. Ул да күрһәтәсәк, әлбиттә. Әммә технологиялар бер урында тормаған осорҙа, киләсәгегеҙҙе алдан хәстәрләп, яңы моделдәрен алырға тырышығыҙ.
Башҡортостанда теле һәм радиотапшырыуҙар һанлы форматҡа күсеү көнө – 14 октябргә билдәләнгән. Һанлы телевидениеның сигналы асыҡ буласаҡ, бер ниндәй һауа торошо ҡамасауламаясаҡ, видеолар Full HD һәм 4К форматында тапшырыласаҡ, шулай уҡ өҫтәмә хеҙмәтләндереү ҙә ҡаралған. Реформаның төп асылы – бушлай 20 канал ҡарау һәм 3 радиостанцияны тыңлау.
Әгәр ҙә һеҙҙә кабель ТВ, IP-ТВ йәки “Юлдаш” тәрилкә икән, бының өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ тик дөйөм йорт, бүлмә антенналары менән файҙаланғандарға ғына ҡағыла.
Хөрмәтле яҡташтар! Һанлы телевидениеға күсергә һанаулы ваҡыт ҡалды. Шуға күрә тормошон телевизорһыҙ күҙ алдына килтермәгән өлкәндәрҙе хәстәрләйек, уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаһын. Һанлы телевидениеға күсеү буйынса ауырлыҡтар, һорауҙар килеп тыуһа, һеҙгә район хакимиәтенең йәштәр комитеты янында эшләгән ирекмәндәр ярҙамға киләсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 937 334 34 74.
Гүзәл Салихова.