Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Белдереү
15 Ноябрь 2016, 15:18

Малҡайҙарың йәл түгелме?

Йылға буйына ике һыйырын һуғарырға төшкән ҡатын нисек кенә тырышмаһын, был көндө уларҙы кире бороп алып ҡайта алмай.

Йылға буйына ике һыйырын һуғарырға төшкән ҡатын нисек кенә тырышмаһын, был көндө уларҙы кире бороп алып ҡайта алмай. Шунда йөрөгән малға ҡушылып, һәүкәштәре ары китә. Ул көндө малҡайҙар ҡайтмай. Иртәгеһенә береһе генә ҡайта, икенсеһе юҡ була. Хужалар аптырауға ҡала һәм эҙләй башлай. Өс көндән һуң ғына улар һыйырын таба. Дөрөҫөрәге, салып алынғандан һуң ҡалған баш-тояҡтарына юлығалар. Шулай итеп, выжданһыҙ әҙәм аҡтыҡтары тағы ла бер күп балалы ғаиләнең күҙ терәп торған малын тартып ала.



Был хәл Темәс ауылында була. Мал ҡараҡтарына табыш итеп, һыйырын иреккә сығарып ебәргәне өсөн уның хужаһына административ комиссия алдына баҫырға тура килде. Һөҙөмтәлә, был ғаиләгә 1000 мең һум күләмендә штраф һалынды. Закон талаптары ҡаты.


Муниципаль район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән административ комиссия был көндө малын ҡарауһыҙ сығарып ебәргән 7 хужаға ҡарата төҙөлгән эште ҡараны. Һыйырҙар ҡураларға инһә лә, йылҡылар тибендә йөрөй. Күп осраҡта улар ҙа ҡарауһыҙ ҡала. Тап ошо осор мал ҡараҡтары өсөн уңай ҙа инде. Үрҙә әйтеп үтелгән миҫал башҡаларға ла һабаҡ булһын ине, тигән өмөттә ҡалабыҙ.


Административ комиссия алдына был көндө эскән килеш ғаиләһендә тауыш күтәргән ир-егеттәргә лә яуап тоторға тура килде. Уларға ҡарата ла ҡануниәт талаптары ҡаты: балалары алдында боларғандары өсөн һәр береһенә штраф һалынды.
Читайте нас в