Ҡатын менән талаштыҡ. Ныҡ итеп. Ул үҙе бер ғауға ул. Буштан-бушҡа бәйләнә, ҡыҙа һәм ҡыҙғана торған холҡо бар.
Был юлы ла мин ишекте шарт ябып сығып киттем. Машинаға ултырып, төнгө юл буйлап остом. Шулай ғына тынысланам мин. Шул арала телефон шылтырай башланы. Талашҡандан һуң ҡатын шылтыратмай торғайны. Ә был юлы телефонды өҙөп алып бара. Алдым йән көйөп. <Ременеңды эләктерҙеңме?!> тип аҡыра был.
Уның тауышына аптырап, эләктереп алдым. Бушҡа булмаған. Бер нисә саҡрымдан аварияға тарыным. Ремень эләкмәгән булһа, машинаның тәҙрәһенән осоп сығып, йә инвалид, йә үлгән булыр инем. Ә машина, ярай, тимер бит ул. Үҙең тере булғас булды ти ҡатын.
Мин сығып киткәс уның башына шул ременен эләктерһә ярар ине тигән уй оялаған. Ниңә икәнен үҙе лә белмәй.
Хәҙер талашһаҡ та өй эсендә ҡалырға һөйләштек. Машина ла юҡ әлегә ултырып сығып китергә.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.