Бөтә яңылыҡтар

Сығарылыш класы уҡыусыларына

Һуңғыһымы, әллә тәүгеһеме?Сың-сың ҡыңғырау һеҙҙе саҡыра.Һуңғыһылыр, шатлыҡ менән бергәҺағыш та бар унда саҡ-саҡ ҡына.Хыялмы ул?Ғәмһеҙ һәм эскерһеҙТылсым иле менән хушлашыумы?..

Сығарылыш класы уҡыусыларына

Һуңғыһымы, әллә тәүгеһеме?
Сың-сың ҡыңғырау һеҙҙе саҡыра.
Һуңғыһылыр, шатлыҡ менән бергә
Һағыш та бар унда саҡ-саҡ ҡына.

Хыялмы ул?
Ғәмһеҙ һәм эскерһеҙ
Тылсым иле менән хушлашыумы?
Өмөтмө ул?
Сая һәм дыуамал
Йәшлек таңы менән осрашыумы?

Тып-тын ғына ҡалып тыңлай торған
Сер һөйләй бит был сың һәммәгеҙгә.
Иң изге йыр – йөрәк һүҙе булып,
Һеңһен ине был йыр йәнегеҙгә.

Һуңғыһымы, әллә тәүгеһеме?
Тормош ҡуйған һорау ябай түгел.
Тәүгеһелер, еңеү менән бергә
Тейәгән ул тауҙай донъя йөгөн.

Һорай кеүек был сың:
- Әҙерме һеҙ
Ҡырау-дауылдарға, һынауҙарға?
Аҡыл-зиһендәргә ҡеүәт өҫтәй:
- Алға! Бирешмәҫкә һәм сыҙарға!

Ғәмһеҙ балалыҡтың һуңғы йыры –
Ҙур тормошҡа тәүге аҙымығыҙ.
Ҡыңғырауҙар йыры – киләсәккә
Әйҙәп торор хыял- сың-йырығыҙ.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: