Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тормошто нурлы иткән ғүмер

Ваҡыт аты йылғыр ҙа һуң, боролоп ҡарарға өлгөрмәйһең, ул инде күҙҙән юғала. Хәтерҙә был көндәрҙең ҡайһы бер миҙгелдәре генә уйылып ҡала. Күпме балаға белем һәм тәрбиә бирелгән... Күпме борсолоуҙар, күпме тырышыуҙар. Улар береһе лә эҙһеҙ үтмәй...

Тормошто нурлы иткән ғүмер
Тормошто нурлы иткән ғүмер

Үҙ эшенə мөкиббəн китеп, бар булмышын, оҫталығын һалып, күңелен биреп эшлəгəн кешелəр менəн һоҡланмай мөмкин түгел.
Тәрбиәсе ул балаларҙың иң
бәләкәй генә шатлыктарын да ҙур итеп күрә белеүсе, үҙе ғалим, үҙе кеселекле, үҙе кешелекле бер һөнәр эйәһе. Тап бына шул сифаттарҙың барыһын да үҙенә туплаған тәрбиәсе тураһында әлеге яҙмабыҙ.

Һүҙем – “Толпар” балалар баҡсаһы тəрбиəсеһе Альбина Әбүдәр ҡыҙы Байморатова тураһында булыр. Балалар баҡсаһы асылған көндəн алып, кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бар оҫталығын биреп, ижади ҡомар менән, тырышып хеҙмәт итә ул.

Баҡалы районының Туҡтағол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ 1992 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Мәктәптә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара, балаларҙа туған телгә һөйөү, иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләү йүнәлешендә күп көс һала. Альбина Әбүдәр ҡыҙы, дәрестән тыш, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бирә. Уның уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика бәйгеләрендә һәр саҡ алдынғы урындар яулай, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша.

2008 йылда яҙмыш елдәре Албина Әбүдәр ҡыҙын Баймаҡ ҡалаһына алып килә. Ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә. Ул - үҙ эшенең оҫтаһы, бай педагогик стажлы, намыҫлы, итәғәтле, ярҙамсыл тәрбиәсе. Тəжрибəле тəрбиəсе тəрбиəүи эш алымдары менəн уртаҡлаша, кəңəш ҡора, докладтар менəн сығыш яһай, аңлайышлы, көнүҙəк темаларҙы асып һөйлəй, асыҡ дəрестəр үткəрə. Ə иң мөһиме, балаларҙың һəлəттəрен асыуға, үҫтереүгə өлгəшə ул. Альбина Әбүдәр ҡыҙы оло йәнле педагог булараҡ, балаларҙы әҙәпле, Тыуған илгә тоғролоҡло, ярҙамсыл, изгелекле, эш һөйөүсән итеп тәрбиәләүгә күп көс һала, туған телдең нескәлектәренә өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирә. Балалар баҡсаһында эшләү дәүерендә район, республика, федераль кимәлендә үткән бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып бик күп тапҡыр еңеү яуланы. “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа сәләмәт тормош рәүеше тәрбиәләүҙә башҡорт халыҡ уйындарының әһәмиәте” темаһына республика эксперименталь майҙансыҡтың ижади төркөмөндә эшләп, ғилми-методик эҙләнеүҙәргә үҙенең тос өлөшөн индерҙе. Альбина Әбүдәр ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре лә төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай.

Матур гөлдәр үҫтереү, тәмле аш-һыу әҙерләү, телде йоторлоҡ ҡамыр аштары бешереү – Альбина Әбүдәр ҡыҙының иң яратҡан шөгөлдәре. Йыр-моңға ла маһир, ижади шәхес ул.

Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн, сабыр холоҡло, асыҡ йөҙлө, тәмле телле тәрбиәсене кескәйҙәр ҙә, ата-әсәләр, хеҙмәттәштәре лә ярата, хөрмәт итә. Альбина Әбүдәр ҡыҙы хезмәттә күрһәткән уңыштары өсөн "Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы" исеменә лайыҡ булды һәм Рәсәй Федерацияһының фән министрлығының, район мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ләкин уның эшләгән изгелектәре, күрһәткән яҡшылыҡтары, маҡтаулы ғәмәлдәре ул наградалар менән генә сикләнмәй. Иң ҙур ҡаҙаныштары тәрбиәләгән балаларҙың күңелендә, йөрәгендә йәшәй.

Ваҡыт аты йылғыр ҙа һуң, боролоп ҡарарға өлгөрмәйһең, ул инде күҙҙән юғала. Хәтерҙә был көндәрҙең ҡайһы бер миҙгелдәре генә уйылып ҡала. Күпме балаға белем һәм тәрбиә бирелгән... Күпме борсолоуҙар, күпме тырышыуҙар. Улар береһе лә эҙһеҙ үтмәй.
Альбина Әбүдәр ҡыҙы ата-әсә хаҡын һаҡлаусыларҙан. Яйы сыҡҡан һайын, араларҙың алыҫ булыуына ҡарамай, Баҡалы районыны
ң Туҡтағол ауылында йәшәүсе әнейе янына ашыға, һәр ваҡыт хәлен белеп тора. Янында ныҡлы таянысы Рәис ағай, балалары, өҙөлөп яратыусы ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, яратҡан эше, хөрмәт иткән хеҙмәттәштәре, кескәйҙәрҙең ата-әсәләре булғанға һөйөнөп йәшәй.

Альбина Әбүдәр ҡыҙы! Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ уңайынан ҡотлап, ҡыуаныслы оҙон ғүмер, һаулыҡ-сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Якындарығыҙҙың йылыһын, балаларығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәргә насип итһен. Киләсәгегеҙ йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Балалар баҡсаһының данын күтәреп, ҡотон ишәйтеп дәрт-дарман менән артабан да оҙон-оҙаҡ эшләргә яҙһын!

Зөбәржәт Шафиҡова, “Толпар” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: