Бөтә донъя бала көнө 20 ноябрҙә 1989 йылдан башлап уҙғарыла, тап был көндө "Балалар хоҡуҡтары тураһында конвенция - Конвенция о правах ребенка" ҡабул ителә. Конвенцияға ярашлы, бала төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашһын өсөн, ул ғаиләлә, бәхет, мөхәббәт, бер-береңде аңлап, ихтирам итеп йәшәгән мөхиттә үҫергә тейеш.
⠀Балаларыбыҙ бәхетле булһын!
Балам.
Бар ғаләмгә аҡ нур өргән,
Бәхеттәрҙән гөлдәр үргән,
Донъя күрке бала икән.
Йөрәктәрҙе тетрәндергән,
Үҙәктәрҙе өҙөлдөргән,
Бәғер телгән бала икән.
Һыуҙарымдың тәме - балам,
Көндәремдең йәме - балам,
Йәшәүемдең ғәме - балам,
Намыҫымдың сәме - балам.
Күңелемде күккә сөйгән
Иң ҙур шатлыҡ һинән, балам.
Баш күтәрә алмаҫ ҡайғым,
Әрнеүҙәрем һинән, балам.
Эй, Хоҙайым, бер үк һаҡла баламды…
Фирүзә Абдуллина.
Фото интернеттан.