Яҙмыш миңә әҙерләгән юлдан
Дөрөҫ кенә китеп барам микән?
Өлөшөмә төшкән көмөштәрҙе
Ҡалдырмайса йыйып барам микән?
Юлда булған бөтә билдәләрҙе
Барыһын да күреп барам микән?
Ҡағиҙәне бер ҙә боҙмайынса
Теүәл генә үтәп барам микән?
Һикәлтәле тормош юлдарында
Йәнтәслим дә алға барғанда,
Көмөштәрем юғалманы микән
Һикереп тә киткән саҡтарҙа?
Яҙмыш ҡанундары ҡатмарлы шул -
Мөмкин түгел кире боролорға.
Хаталарым әгәр булған булһа,
Раббым, ҡушма кире ҡабатларға!
28 июль 2020 йыл. Арсен Байымов.
Ауылымдың Изге урамдары
Баласаҡтан алып әлегәсә,
Минең аяҡ тауыштарын таный,
Минең һалған эҙҙәрҙе һаҡлай.
Сит яҡтарға сығып әйләнһәм дә,
Аяҡ эҙҙәремде ҡалдырып.
Ауылҡайым барыбер һиңә ҡайтам,
Йөрөһәмдә аяҡ талдырып.
Күпме ваҡыт ситтә йөрөһәм дә,
Аяҡ тауыштарын онотмай.
Ҡайтырымды белеп Изге урам,
Минең һалған эҙҙәрҙе һаҡлай.
Ауылымдың Изге урамында,
Изге генә эҙҙәрем ҡалһын.
Ситкә сығып йөрөп ҡайтҡанда ла,
Ауылым мине теләп ҡаршы алһын.
Хәҙер инде ауылым урамдарында
Балаларым эҙҙәрен ҡалдыра...
8 декабрь 2019 йыл. Арсен Байымов.
Беҙҙең ғүмер ҡыл өҫтөндә
Шуны аңлаһа кеше,
Матурыраҡ йәшәр ине
Күпме булһа ла йәше.
Нисә йылдар йәшәһәң дә,
Ғүмер бит бер мәл генә.
Шул бер мәлдә йәшәүҙең
Ҡәҙерҙәрен бел генә.
Бары изгелектәр эшләп
Йәшәһә ине һәр кем.
Гүзәллерәк булыр ине
Беҙ йәшәгән һәр бер көн.
Йөҙйәшәр аҡһаҡалдан
Һора:"Ғүмер оҙонмы"- тип.
Ул һиңә яуап бирер:
"Күҙҙең бер елпеүе"- тип.
Беҙҙең ғүмер нескә бер ҡыл,
Уны һаҡларға кәрәк.
Яҙмыш яҙған тормош юлын
Тулы үтергә кәрәк.
28 сентябрь 2020 йыл. Арсен Байымов.
Бер кешенең хата бер аҙымы,
Күпме яҙмыштарҙы юлдан бора.
Ғүмер юлынан тыныс барғанда,
Зәһәр мәшәҡәтле ауҙар ҡора.
Нисек кенә тырышмай әҙәм,
Шул сырмалсыҡ ауҙан ҡотолорға.
Булған мөмкинлекте ҡулланып,
Намыҫлы ла булып ҡалырға.
Хәкиҡәтте юллап йылдар үтә,
Һиҙелмәй ҙә шулай ғүмер үтә.
Тура юлдан барырға тырышһаң да,
Яҙмыш боролорға мәжбүр итә.
Мәшәҡәтле ауға эләкмәҫ өсөн,
Һәр аҙымды үлсәп атлау кәрәк.
Кеше һүҙенә ышанырҙан алда,
Мең-мең тапҡыр уйларға кәрәк.
Бер кешенең хата аҙымында,
Һәр бер аҙашҡан яҙмыш.
Тура юлды таба алмай ыҙалап,
Йәшәй бирә һаман яңылыш.