Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
6 Июнь 2019, 16:31

2019 йылдың 8 сентябренә билдәләнгән һайлауҙарҙы үткәреү һәм уға әҙерлек осорона эш режимы тураһында

Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36, 411-се кабинет) 2019 йылдың 5 июненән 23 июленә тиклем эш көндәрендә сәғәт 10-дан 5-кә тиклем, тәнәфес сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә сәғәт 10-дан 2-гә тиклем эшләй. Кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса документтар 12 июлдә сәғәт 10-дан төнгө 12-гә тиклем ҡабул ителә, тәнәфес юҡ. Теркәү өсөн кандидаттарҙың документтары 22 июлдә сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә, тәнәфес юҡ.

Территориаль һайлау комиссияһы 24 июлдән 6 сентябргә тиклем эш көндәрендә сәғәт 2-нән киске 8-гә тиклем (тәнәфес юҡ), ял һәм байрам көндәрендә сәғәт 10-дан 2-гә тиклем тәнәфесһеҙ эшләй. 7 сентябрҙә эш ваҡыты сәғәт 9-ҙан 3-кә тиклем, тәнәфес юҡ. Участка һайлау комиссиялары түбәндәгесә эшләй: 28 августан 6 сентябргә тиклем эш көндәрендә сәғәт 4-тән киске 8-гә тиклем (тәнәфесһеҙ), ял һәм байрам көндәрендә сәғәт 10-дан 2-гә тиклем (тәнәфесһеҙ). 7 сентябрҙә эш ваҡыты сәғәт 9-ҙан 1-гә тиклем, тәнәфес юҡ. Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы.
Читайте нас в