Элекке тормош иптәше Мәскәүҙең Никулинский судында ғәҙеллек юллай...
...әммә Грудининдың бүлешергә иҫәбе юҡлығы
Ирина Грудининаның элекке ире,
КПРФ-тан презипрезидентлыҡҡа экс-кандидат
Павел Грудинин менән уртаҡ тормошта
бүлешеүгә ҡағылышлы дәғүәһен тикшереү
сираттағы тапҡыр күсерелде –
суд “еләк батшаһы” активтарының
тулы исемлеген асыҡлай алмай,
Элекке хәләл ефете Мәскәүҙең Никулинский суды аша ғәҙеллек юллай. Әммә Грудининдың бүлешергә иҫәбе юҡлығы һәм суд эшен төрлөсә һуҙыуы күренеп тора, суд олигарх юристарына был хаҡта бер нисә тапҡыр киҫәтеү яһаған инде. Экс-кандидаттың элекке ҡатынының барлыҡ мөлкәттең яртыһына дәғүә итергә хоҡуғы бар. Ул студентҡа кейәүгә сыҡҡан, уның менән бергә кеше фатирҙарында йәшәгән, аслыҡ йылдарында һүңғы икмәк телемен бүлешкән, өҫтәүенә, балаларын да аяҡҡа баҫтырырға кәрәк булған. Ире бөтә иғтибарын кәсепкә йүнәлтһен өсөн, уға ышаныслы тыл тәьмин иткән. Шуға күрә бөгөн Ирина Грудинина “Ленин исемендәге совхоз” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 22 процентына иҫәп тота – совхоз директоры Павел Грудинин ҡарамағындағы 44 проценттың тап яртыһы был. Совхоздың “Универсаль Финанс Компанияһы” йәмғиәте ҡарамағындағы 10% акцияларына ла дәғүә итә. Үҙ сиратында, был тармаҡ Белиз офшоры BONTRO LTD тарафынан күҙҙә тотолған, уның бенефициар-хужаһы Павел Грудинин. Элекке иренең был активтарҙы башҡа кешеләр исеменә күсерәсәген һиҙгәндәй, Ирина әлеге акцияларға арест һалыуҙы үтенгән.
Президентлыҡҡа дәғүә иткән был ир-уҙамандың сит ил офшорҙарына (айырым ташламалы иҡтисади шарттар хакимлек итеүсе сикләнгән биләмәләр) эйә булыуы тураһында президент һайлауҙары барышындағы ғауғаға бәйле рәүештә киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителгән ине. Ул сағында КПРФ-тан тәҡдим ителеүсенең Мәскәү янындағы боронғо “Ленин исемендәге совхоз” хужалығы директоры ғына булмауы, күптән совхозды шәхси милкенә әүерелдереүе асыҡланды. Байтаҡ йылдар дауамында ул МКАД төбәгендәге ҡиммәтле ер биләмәләрен арендаға тапшырған йә һатҡан, алған керемде иһә сит ил иҫәптәренә күсергән.
Ул заманда Грудинин халыҡҡа еткерелгән мәғлүмәтте ахмаҡлыҡ тип атаны, әммә президент һайлауҙарынан һүң уҡ (КПРФ өсөн иң аяныслыларының береһенә әүерелгән) мәғлүмәт раҫлана башланы. Өҫтәүенә, “Ленин исемендәге совхоз” йәмғиәтенең ябай пайсылары тарафынан судтарҙа ҡуҙғатылған осраҡтар буйынса, был кешеләр һүҙенә ҡарағанда, Грудинин уларҙан алдап алған ерҙәргә хужа булған.
Президент һайлауҙарына барғанда Павел Николаевичҡа кандидатты уның эшләгән эштәре һәм яҡындары менән мөнәсәбәттәре буйынса тикшерәсәктәре тураһында бер кем дә әйтмәгән, күрәһең. Һәм был тикшереүҙе ул үтә алмаған. Һайлау алды эшсәнлеге дауамында ул бер әйбер һөйләп, бөтөнләй тиҫкәреһен эшләне. Олигархтар “үҙ иҡтисады үҫешенә һалаһы урынға, намыҫһыҙ юл менән алған табыштарын ҡомһоҙланып офшорҙарға һөйрәне”, тип фекер йөрөттө, үҙе иһә, шул уҡ олихарг һәм офшорға эйә булып сыҡты. “Минең сит илдә иҫәптәрем юҡ”, – тип раҫланы, Европаның UBS Switzerland AG һәм Liechtensteinische Landesbank AG банктарында иҫәптәре асыҡланды. Ирина Грудинина Андрей Малаховның “Тура эфир” программаһында ошо хаҡта һәм сәйәсәтсе менән айырылышыуы хаҡында һөйләгәс, Грудинин, ҡатынын нахаҡ бәлә яғыуҙа ғәйепләп, ВГТРК өҫтөнән судҡа дәғүә белдерергә тырышты. Әммә суд киң мәғлүмәт сараларында яңғыраған сит ил банктарында 7,4 млрд һумлыҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙар тураһындағы мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн раҫланы.
Бөгөн Грудинин йәнә матбуғат вәкилдәре – журналист Олег Лурье һәм НТВ каналы менән судлаша – үҙ абруйын яҡларға иҫәбе. Үткән судта отолдо инде ул. Эксперттарҙың күбеһенең иманы камил – Павел Грудинин баштан уҡ һайлаусыларҙан дөрөҫлөктө йәшергән.
“Йәмәғәтселек менән намыҫһыҙ уйын булды был, сөнки һайлауға кандидат-коммунист булып ябай олигарх барған. Әммә беҙҙең халыҡ ахмаҡ түгел, был ялғанды шунда уҡ фаш итте. Грудининдың сәйәсәтсе уйыны тамам. Рәсәйлеләрҙең унан күңеле ҡайтты, хакимиәттең уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы кәмене, алда уны тағын да насар һөҙөмтә көтә – олигарх байлығының байтаҡ өлөшөнән ҡолаҡ ҡағырға мөмкин”, – ти сәйәсәт белгесе, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Николай Петров.
Грудининдың Белиз офшорына һәм, “Ленин исемендәге совхоз” акцияларының рәсми 44 процентынан ҡала, тағын 20 процентҡа эйә булыуы никах тарҡатыу һәм алданған пайсылар менән судлашыу эшмәкәрлеге барышында раҫланды. Был экс-кандидат үҙе лә, КПРФ етәкселәре лә күрәләтә инҡар иткән дәлилдәр.
Тик был 20 процентты хәҙер ҡайҙан эҙләргә – билдәһеҙ. Судта Ирина Грудинина мәнфәғәттәрен яҡлаусы адвокат Елена Бойцова зарланыуына ҡарағанда, хәҙер “ҡыҙғанысҡа, Грудининдар ғаиләһе ҡарамағындағы активтарҙы йәшереү эше бара”. Баҡһаң, айырылыша башлағас та офшорға эйә фирма ғәмәлдән сығарыла. Киң мәғлүмәт сараларында президентлыҡҡа экс-кандидат активтарын йәшерергә тырышасаҡ тигән мәғлүмәт пәйҙә була. Грудинин үҙе һәм уның дуҫы Сергей Выблыйҙың “уның акцияларҙағы өлөшөн” тикшергән видео урынлаштырыла. “Алыш-биреш башҡарылған, тағын нимә кәрәк?” – совхоз директорының был һүҙҙәрен “уға бер нимә лә тәтемәйәсәк” тип аңларға була. Грудининдың Выблыйға офшорға идара итеүҙе, тимәк, теләһә ниндәй алыш-биреш башҡарыуҙы ышанып тапшырыуы турындағы документ та баҫтырыла.
Илебеҙҙең төп дәүләт вазифаһына элекке дәғүәсенең бер юлы сит илдә милке булыуы ла асыҡлана. Уның элекке ҡатынының адвокаттары һүҙҙәренә ҡарағанда, “Павел Николаевичтың сит илдә йорто бар”. Киң мәғлүмәт саралары экс-кандидаттың башҡа офшорҙары тураһында ла яҙып сыға. “Хәләл көс түгеп йыйылған” был милек табыласаҡмы? Ирина Грудинина юҡҡа борсолмай, күрәһең, сөнки экс-иренең етеҙлеге һөҙөмтәһендә, барлыҡ суд ҡарарҙары буйынса уның ярыҡ ялғаш алдында ҡалыуы ла ихтимал.
“Комсомольская правда” гәзитенән күсереп баҫылды (14-21 февраль, 2019 йыл).
“Уның килеме, декларацияла күрһәтелгәнгә ҡарағанда, байтаҡҡа күберәк. Мин был килемдең сығанаҡтарын да беләм”, – тип бәйән итә Ирина Грудинина Малаховтың “Тура эфир”ында. Был ҡатындың күңел түрендәгеһен бөтөн илгә фаш итеүе сараһыҙлыҡтан, күрәһең. Әле үткән йыл башында ғына ул беренсе леди дәрәжәһенә дәғүә итһә, бер нисә айҙан һуң уны ташланған ҡатын тип атанылар. Дөрөҫ, Ирина Игоревнаның был исемде беренсе генә күтәреүе түгел инде – уның һүҙҙәренә ҡарағанда, сәйәсәтсе уға даими хыянат иткән.
Һайлау ваҡытында олигархтың үҙен әҙәпле ғаилә башлығы итеп танытыуы, бының өсөн ҡатыны менән файҙаланыуы ла меҫкен ҡатын өсөн ҙур кәмһетеү булған. Юғиһә, ир күптән ике ғаиләгә йәшәгән, отолғас, ҡатынын туғыҙ йыл айырылышырға ризалыҡ бирмәүҙә ғәйепләгән. Ирина ханым һүҙҙәре буйынса, былар барыһы ла ялған. Унан һуң милек бүлешеү эшен бөтөнләй судҡа еткергән.
“Тыныс ҡына айырылышып булмай тиерһең, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә телевидение алып барыусыһы Эвелина Блёданс. – Ысын ир-егет мылтығын һәм ойоҡбашын ғына алып сығып китергә, етмәһә, элекке ғаиләһен аҫрарға тейеш. Үҙе менән бергә утты-һыуҙы кискән, ике ул табып үҫтергән, никахлашҡан ҡатынға ихтирам һәм рәхмәт йөҙөнән булһа ла”.
Әммә рәхмәт әйтәһе урынға экс-кандидат “ваҡ үсләшеүгә” ҡайтып ҡалды. Ирина Игоревна етәкселек иткән һәм “Ленин исемендәге совхоз” биләмәһендә урынлашҡан гүзәллек салонында утты, һыуҙы өҙә башлағандар. Совхозда директор Грудининдың туранан-тура күрһәтмәһе буйынса, тиҙәр. Иҫәп ябай – милек бүлешеү ниәтенән кире ҡайтһын өсөн элекке ҡатынына баҫым яһау.