Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
25 Ғинуар , 11:20

Аяҡтары өшөмәһен!

#Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022#Сәләмәтауыл2022#Здоровоесело2022#БаймакскийрайонСтарыйСибай #БаймаҡрайоныИҫкеСибай#ВсемирныйКурултайБашкир#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайыТулыраҡ беҙҙең сайтта.

Иҫке Сибай ауылынан Зифа Ғәфүр ҡыҙы Латыпова үҙенең туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаусы ҡәйнәһе Ғилминур Нуретдин ҡыҙы Янбаева менән бергә махсус хәрби операцияла йөрөүсе яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеү акцияһына ихлас ҡушылған. Уңған килен һәм ҡәйнә ауыл хакимиәтенә күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән туғыҙ пар йөн ойоҡ тапшырған!
–Һау булһаҡ, тағы ла бәйләрбеҙ, – ти Зифа Ғәфүр ҡыҙы. – Егеттәребеҙ өшөмәһен, һалҡын алдырмаһындар инде...

Барыһының да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын насип итһен!

Аяҡтары өшөмәһен!
Аяҡтары өшөмәһен!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в