Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Сентябрь , 10:59

"Улаҡ " шишмәһе

Бер ваҡыт Йәнйегетте хеҙмәткә алғандар. Зәйтүнәһе уны көтөп ҡалған. Күп тә үтмәгән, Зәйтүнәне кәләшлеккә һоратҡандар. Ҡыҙ ризалыҡ бирмәгән. Ул атаһының атына атланып, Кәрешкә ауылы эргәһендәге Ҡыңғырташ тауына ҡарай сапҡан.

Элек ауылда Зәйтүнә исемле матур, аҡыллы ҡыҙ йәшәгән. Уға Йәнйегет ғашиҡ булған. Һәр ваҡыт улар шишмә янында осрашҡан. Шишмә янында аҡ ҡайындар үҫкән. Ҡайындар араһынан былар икәүләшеп йөрөгән ерҙә һуҡмаҡ һалынған. Бөгөн ул һуҡмаҡты "Мөхәббәт һуҡмағы" тип йөрөтәләр. Бер ваҡыт Йәнйегетте хеҙмәткә алғандар. Зәйтүнәһе уны көтөп ҡалған. Күп тә үтмәгән, Зәйтүнәне кәләшлеккә һоратҡандар. Ҡыҙ ризалыҡ бирмәгән. Ул атаһының атына атланып, Кәрешкә ауылы эргәһендәге Ҡыңғырташ тауына ҡарай сапҡан. Тауҙың иң бейек ҡаяһына менеп, аты менән аҫҡа ырғыған. Атын да, Зәйтүнәне лә шунда ер ҡуйынына бирәләр. Йәнйегет, әрменән ҡайтҡас, Улаҡ шишмәһен тәртипкә килтереп, ике йөрәк формаһындағы ташты ҡапма-ҡаршы сығарып ҡуя.

Йәнйегет, Кәрешкә ауылдары янында шундай легенда йәшәй. Бөгөн ауыл халҡы "Улаҡ" шишмәһен тәрбиәләп, ҡарап торалар. Ошо көндәрҙә Гөлсинә Мусина 8-се һәм 9-сы синыф уҡыусылары өсөн, экскурсия ойошторҙо. Уҡыусылар таҙа, саф һәм тәмле һыулы ҡойоноң тарихын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Ә.З. Сәйғәфәровтың " Ер - һыу атамалары. Баймаҡ районы " китабы менән таныштылар.

"Улаҡ " шишмәһе
Автор:Лилия Такаева