Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
5 Ғинуар 2021, 22:03

Ҡышҡа бәйле һынамыштар

Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.Төндә бәҫ булһа... (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Ҡышҡа бәйле һынамыштар:
Ҡыш көнөндә урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр.

Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр.

Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр.

Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көндәр яйҙы әйтер.

Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр.

Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.

Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.

Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.

Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.

Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.
Дуҫтар, ә һеҙ ниндәй һынамыштар беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, был исемлекте дауам итәйек. Беҙгә хәбәр итегеҙ.
Читайте нас в