Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
20 Декабрь 2020, 01:27

Көйәнтәләр - талмаҫ ҡанаттар

Йыл аҙағы яҡынлашҡан һайын үткән йылды барлап йомғаҡлап ҡуйғы килә. Быйылғы йылда Бөрйәнйылға ауылы клубында ла бик күп саралар үткәрелде. Шуларҙың иң сағыу, күңелдә иҫтә ҡалғандарын тағы берҙе иҫләп алғы килә.

Йыл аҙағы яҡынлашҡан һайын үткән йылды барлап йомғаҡлап ҡуйғы килә. Быйылғы йылда Бөрйәнйылға ауылы клубында ла бик күп саралар үткәрелде. Шуларҙың иң сағыу, күңелдә иҫтә ҡалғандарын тағы берҙе иҫләп ҡәҙерле төркөмдәштәребеҙ һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

КӨЙӘНТӘЛӘР ТАЛМАҪ ҠАНАТТАР.
Көйәнтәләп һыуҙар ташыу
Тарихта бара ҡалып.
Их, биҙрәгә ҡайта инек
Ҡояштың үҙен һалып.
Аллы-гөллө көйәнтә юҡ
Йәш ҡыҙҙарҙың иңендә.
Һыу юлҡайы, сер бүлешер
Серле урын инеңдә...
Шишмәлә бар, йылғаһы ла,
Көйәнтәләр дефицит.
Һыу юлдарын үлән баҫҡан,
Сер бүлешеү унда сит...
Аға һыуҙар өйҙә генә:
Һыуығы, йылыһы ла.
Тик ҡояшы күренмәйҙә,
Шуға юҡ уның йылыһы ла...
Һәр замандың үҙ заңы шул-
Килешмәү мөмкин түгел.
Бары серле һыу юлында
Аҙашып ҡына ҡалған күңел.
Элек-электән тормошобоҙҙа ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә булған. Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтендә уларҙың роле баһалап бөткөһеҙ;өләсәйҙәр кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Йәштәр ил инәләре һәм аҡһаҡалдары шелтәһен алыуҙан оялған.
Бөгөн пионер, комсомол,партия кеүек ойошмалар юҡ саҡта, киләсәк быуын тап уларҙың аҡыллы һүҙенә, кәңәшенә мохтаж. Өлкән йәштәгеләрҙең өлгөһө һәм тәрбиәһе аша йәштәребеҙ күңеленә иманлылыҡ, мәрхәмәтлелек,изгелек. Яҡшылыҡ кеүек сифаттарҙы һалыу,халҡыбыҙҙың йолаларына,ғөрөф ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү,онотолоп барған шөғөл,кәсептәребеҙҙе тергеҙеү маҡсатында бөгөнгө осрашыу кисәбеҙҙе яңыса заман һыу алғыстарына алыштырып онотолоп барған КӨЙӘНТӘ тураһында булыр
Эйе халыҡ телендә лә әйтәләр бит балта ир-егеттең ҡоралы булһа,ә ҡатын-ҡыҙҙыҡы көйәнтә булыр тип.Ә бына беҙҙең Бөрйәнйылға ауылында көйәнтәләр хәҙерге көндә лә һаҡлана һәм ауылыбыҙҙың еңгәйҙәренең,килендәренең алыштырғыһыҙ эш ҡоралы булып һанала.Шуны иҫбат итеп бөгөнгө байрамға ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең көйәнтәләрен маҡтап, данлап, тағы ла бәҫен күтәрерү иаҡсатында бейеүҙәр, йырҙар һәм йолалар аша еткергеләре килде.
Альбина Зарипова.
Читайте нас в