Һаҡмар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
2 Декабрь 2020, 12:10

Үҙебеҙҙең ветеринария дарыуханаһы бар

#Айыҡауыл2020#Трезвоесело2020#ИҫкеСибайБаймаҡрайоны#СтарыйСибайБаймакскийрайонИҫке Сибай ауылында ветеринария дарыуханаһы асылыуын урындағы халыҡ хуплап ҡаршы алды.

Иҫке Сибай ауылында ветеринария дарыуханаһы асылыуын урындағы халыҡ хуплап ҡаршы алды. Сөнки көткән ҡош-ҡортоноң, мал-тыуарының, яратҡан эт һәм бесәйенең сәләмәтлеге өсөн һәр кем борсолалыр, моғайын. Йыш ҡына, кәрәкле препараттар, дарыуҙар эҙләп, Сибай, Баймаҡ , хатта Магнитогорск ҡалаларының ветеринария клиникаларын ҡыҙырырға тура килгеләне күптәргә.Ветеринария аптекаһын асыу теләге үҙебеҙҙең ауыл егете – байтаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләп тәжрибә туплаған белгес Рәсүл Айбулат улы Ишбирҙинда тыуа. 1975 йылдың майында донъяға килгән егет, урындағы мәктәпте уңышлы тамамлап, бер аҙ тыуған ауылында эшләп ала. Артабан ул юғары белемгә эйә булыу теләге менән баш ҡалабыҙ Өфөгә юллана һәм 1998 йылда, Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария медицинаһы бүлеген тамамлап, ҡулына диплом ала. Белгес булараҡ, хеҙмәт юлын районыбыҙҙың Ҡолсора ауылында Октябрҙең 50-йыллығы исемендәге колхоздың ветеринария табибы булып эш башлай. Баш ветеринария табибы вазифаһына үрләгән Рәсүл Айбулат улы артабан “Йылайыр” игенселек совхозында өлкән ветеринария табибы булып эшләй. 2005 йылда тормош иптәше Нурзилә менән сәсен-сәскә бәйләй һәм Сибай ҡалаһында төпләнә. 2012 йылда ул үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм тыуған ауылында ветеринария дарыуханаһы асып ебәрә.–Беҙҙең дарыухана дарыуҙар һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары һатыу менән бер рәттән халыҡҡа көнкүрештә кәрәкле башҡа төр әйберҙәр ҙә тәҡдим итә, – ти Рәсүл Айбулат улы. – Мәҫәлән, йорт хайуандарына һәм ҡош-ҡортҡа кәрәкле һәр төрлө микроэлементтар һәм витаминдар һатабыҙ. Малсылыҡ өлкәһендәге фермерҙарҙы, хужалыҡтарҙы кәрәкле препараттар менән тәьмин итәбеҙ. Бының өсөн беҙ төрлө ҡалаларҙа эшләүсе тәьминәтселәр менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Беҙгә ауыл халҡы ғына түгел, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан да мөрәжәғәт итәләр.Учреждениеның халыҡты яҙлы-көҙлө орлоҡтар һәм үҫентеләр менән тәьмин итеүе лә күптәр өсөн ҡулайлы.Киләсәктә ветеринария дарыуханаһының хеҙмәтен киңәйтеү, халыҡ өсөн тағы ла күберәк уңайлыҡтар тыуҙырыу теләге менән яна уның етәксеһе. Уға уңыштар юлдаш булыуын теләйек!Мотал Рәмов.
Читайте нас в