Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Ноябрь 2020, 21:20

"Алтынсәс" - Мәҙинә

#Трезвоесело2020#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020СтарыйСибай #Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #ИҫкеСибайБаймаҡрайоны #СтарыйСибайБаймакскийрайон Бөгөн һеҙҙе Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе тағы ла бер барыбыҙға ла кәрәкле һөнәр эйәһе менән таныштырырға теләйбеҙ. Ул – Урал аръяғы МТС-ы бинаһында урынлашҡан “Алтынсәс” бөҙрәханаһы парикмахеры Мәҙинә Яҡшыбаева булыр.

#Трезвоесело2020#Айыҡауыл2020
#Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #ИҫкеСибайБаймаҡрайоны
#СтарыйСибайБаймакскийрайон
Бөгөн һеҙҙе Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе тағы ла бер барыбыҙға ла кәрәкле һөнәр эйәһе менән таныштырырға теләйбеҙ. Ул – Урал аръяғы МТС-ы бинаһында урынлашҡан “Алтынсәс” бөҙрәханаһы парикмахеры Мәҙинә Яҡшыбаева булыр. Райондың Татлыбай ауылында буй еткереп, шунда урта белем ала. Бик йәшләй бер бала менән тол ҡалған ҡатын 2004 йылда Иҫке Сибай ауылы егете Юлай менән яҙмышын бәйләй. Урындағы мәктәптә вахтёр булып эшләгән сағында үҙ эшен асырға ҡарар итә Мәҙинә һәм Магнитогорск ҡалаһында “Бизнес һәм сәләмәтлек” курсын тамамлай.
2013 йылда Мәҙинә Яҡшыбаева эшҡыуарлыҡ эшенә йөръәт итә һәм бөҙрәхана асып ебәрә. Яҡшы парикмахер өсөн төплө зауыҡҡа эйә булырға, бар нескәлектәрҙе лә тоя, кешенең характерын, ҡылығын күрә белергә һәм һәр кемгә килешле причёска һайларға кәрәклеген аңлап, үҙенә ныҡлы ышанып тотона эшенә. Икенсенән, парикмахер үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ә психолог та булырға тейеш. Сөнки уның янына төрлө кешеләр инә – һәр кемдең үҙ проблемаһы, үҙ ҡайғыһы һәм шатлығы бар. Был йәһәттән дә Мәҙинә кешеләр менән уртаҡ тел таба белә.
Бөтә парикмахерҙар кеүек үк, Мәҙинә Яҡшыбаева ла клиенттарының ҡәнәғәт ҡалыуынан күңеленә кинәнес таба, шатлыҡ кисерә. Уның өсөн иң мөһиме – кешеләргә матурлыҡ һәм кәйеф күтәренкелеге бүләк итеү!
Бөгөн Мәҙинә Яҡшыбаева парикмахер-универсал ғына түгел, ул шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡолаҡтарын тишеү менән дә шөғөлләнә. Бар теләге: киләсәктә һөнәрен төплөрәк өйрәнеү, оҫталығын арттырыу һәм киңәйтеү. Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Мәҙинә!
Мотал Рәмов.
Читайте нас в