Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Ноябрь 2020, 18:42

Йылым ауылында Еңеү һалдаттарына бағышланған Хәтер һәм Дан урыны асылды

Республика Башлығы тапшырған сертификат изге эшкә тотонолдо#регпроекты

Республика Башлығы тапшырған сертификат изге эшкә тотонолдо
Йылым ауылында Еңеү һалдаттарына бағышланған Хәтер һәм Дан урыны асылды
Һуңғы йылдарҙа “төпкөл”, “бәләкәй” һ.б. мөһөр һуғылған ауылдар үҙҙәрен тик шәп яҡтан күрһәтә башланы түгелме? Был йәһәттән районыбыҙҙың нәҡ шундай ауылдары үҙҙәрен бар республикаға яңғырата бит. Былтыр “Айыҡ ауыл-2019” конкурсының финалына Йылым ауылының сығыуы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды бит. Бәләкәй генә төпкөл ауыл, әммә ундағы халыҡтың көс-энергияһы! Тыуған ауылын онотмай, ситтә көн итһәләр ҙә, ауылдаштарының тормошо менән ҡайнаған йылымдарға хайран ҡалырлыҡ. Улар “Айыҡ ауыл-2019” конкурсын ойоштороуға күп көс һалды. Йылымдар ауылды төҙөкләндерҙе, тәрбиәүи фәһемле кисәләр, осрашыуҙар үткәрҙе, йыйылды, һөйләште, кәңәшләште. Ауылда спиртлы эсемлек менән һатыу иткән магазиндар ҙа, кешеләр ҙә ҡалманы. Конкурс үтеп китһә лә, йылымдар был йәһәттән эште әле лә дәррәү алып бара.
Финалға сыҡҡан 15 ауыл араһында икенсе урынды яуланы ул Йылым! Бына һиңә – төпкөл ауыл! Республика Башлығы Радий Хәбиров тантаналы шарттарҙа уларға 250 мең һумлыҡ сертификат, Рәхмәт хаты һәм махсус диплом тапшырҙы. Дәррәү халыҡ был аҡсаны изге эшкә тотонорға ҡарар итте һәм һөҙөмтәлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаған яугирҙәр иҫтәлегенә мемориаль комплекс төҙөлдө. Проекттың авторы – райондағы күренекле эшҡыуар Фаяз Ғәбиҙуллин (Уның һүрәттәре ҡалалағы күп фатирлы йорттарҙы биҙәй).
Был эшкә КФХ етәксеһе Руслан Абдуллин, эшҡыуарҙар Йәмил Әхмәров, Тәнзилә Кәйекбирҙина, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, йәштәр һ.б. үҙ өлөшөн индерҙе. Зауыҡлы итеп эшләнгән Хәтер һәм Дан урыны йылымдарҙың яратҡан еренә әүерелде. Улар быйыл көҙ унда ағастар ҙа ултыртып өлгөрҙө, ә киләһе йыл йылымдар был ерҙе гөл-сәскәгә күмергә уйлай.
Стеланы, бар ауылдаштарҙы, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыйып, асыу ниәте булһа ла, пандемия шарттары быға ҡамасау итте. Шулай ҙа бөгөн мемориаль комплекс тантаналы рәүештә асылды. Күп кеше йыйып булмаһа ла, сара ялҡынлы, күтәренке кәйефтәрҙә, матур итеп ойошторолдо. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова, ауыл активы ҡатнашты.
Йылым ауылының республика кимәлендә еңеү яулап, ошондай сертификатҡа лайыҡ булыуына ғорурланабыҙ. Был йәһәттән Башҡортостан етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Ҡоролтайға, Йылымдың уңған халҡына, ошо ауылдан сыҡҡан һәм тыуған ауылын ярҙамынан ҡалдырмаған кешеләргә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә. Илебеҙгә Еңеү алып килгән яугирҙәребеҙҙең даны кешелек тарихында мәңге ҡәҙерләп һаҡланыр”,-тине тантанала ҡатнашыусылар
Мемориалға 52 яугирҙең исем-шәрифе яҙылды. Был исемлекте төҙөүгә Йылым мәктәбенең элекке директоры Ғәле Фәхретдинов бар көсөн һалды һәм ... утыҙ йылдан ашыу ваҡытын сарыф итте.
Йылымдарҙың тырышлығы, уңғанлығы, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре башҡа ауылдарға ла оло үрнәк ул. Әйткәндәй, йылымдар район хакимиәте бүлгән 200 мең һумға мәктәп өсөн проектор, ултырғыстар, спорт һәм уйын майҙансыҡтары алды. Ә “Аныҡ эштәр” проекты буйынса килгән 50 мең һум аҡсаға “Раш” ҡоҙоғо төҙөкләндерелде.
Бына шулай гөрләп һәм янып йәшәй ул – йылымдар! Афарин!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас в