Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
12 Ноябрь 2020, 17:35

Әҙәм инмәҫ

Унда барып ингән кеше сыға алмай...

Беҙҙең ауылда бер сәйер һаҙлыҡ бар инде. Исеме уның - Әҙәм үтмәҫ. Ауылдан бер 1 км алыҫлыҡта. Һыйырҙар ғәҙәттә йылға һаҙында йөрөйҙәр, ләкин Әҙәм үтмәҫкә яҡын да бармайҙар. Яҙасаҡ хәл, ысын булған.
Көҙ көнө бәшмәк күп була бит инде. Беҙҙең якта опяталар ике ерҙә була: тәүҙә август аҙағында урманда, шунан сентябрь аҙағында йылға һаҙында сыға. Бер заман минең инәйҙәр һаҙға шул опята йыйырға барған. Йөрөй-йөрөй һаҙ буйлап биҙрәләрен тултыргандар былар. Әҙерәк тора биреп, ҡайтырға сыҡҡандар. Әммә кире бая торған ерҙәренә бара ла сығалар икән. Икенсе ерҙән киткәндәр, тағы шул уҡ ергә килеп сыҡҡандар. Өрөлөп тик йөрөйҙәр икән былар. Шунан ғына Әҙәм үтмәҫкә барып ингәндәрен аңлағандар. Унда барып ингән кеше сыға алмай, тигәндәрен белгәнлектән ҡурҡыуға төшкәндәр. Һаҙ эргәһенән юл үтә, шуға машина тауышы килгән яҡҡа атларға булғандар. Юҡ, тағы ла шул уҡ ергә барып сыҡҡандар. Уларҙы ҡурҡыу тойғоһо баҫып алған, шылтыратырға бәйләнеш юҡ, телефон тотмай. Араларында ирҙәр ҙә булған. Берәүһе ағасҡа менеп ҡараған, ауыл ҡайһы яҡта икән, тип. Баҡтиһәң, ауыл бына ғына тора икән. Төшөп ағастан, ауыл яғына атлағандар. Әммә тағы ла әлеге торған ерҙәренә килеп сыҡҡандар. Шулайтып өрөлөп-өрөлөп, илай-һыктай сәғәт таңғы 10-да өйҙән сыҡҡан кешеләр, саҡ киске 9-ға ҡайтып инәләр. Нимә уларҙы шулайтып йөрөткәндәр, белмәйбеҙ.
Беҙҙең менән дә ундай хәл булды, шулай уҡ 3 сәғәт тирәһендәй һаҙ эсендә уралып тик йөрөнөк. Шуға ла хәҙер унда бәшмәк йыйырға бармайбыҙ.
“Сәйер донъя” төркөмөнән.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас в