Һаҡмар
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Ноябрь 2020, 18:52

"Саф ҡоҙоҡ" акцияһы үтте

#Айыҡауыл2020#АйыкАуыл#АйыҡАуыл#БаймаҡрайоныИшей#Ҡоролтай#Курултай

Ишей менән күрше Бетерә ауылы араһында бөгөнгө берҙәмлек көнөндә дуҫлыҡты нығытыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм иң мөһиме "Саф ҡоҙоҡ" акцияһын эстафета итеп тапшырыу тантанаһы ике ауыл араһындағы тәбиғәт ҡосағында уҙҙы. Күршеләребеҙ бик йылы ҡаршы алып, беҙҙең башҡарған эштәребеҙҙе ихлас тыңлап, "Саф ҡоҙоҡ " эстафетаһын ҡабул итеп алдылар. Зифа еңгәйҙең буҙаһын, ҡоҙоҡтарыбыҙҙың саф һыуын тәмләп, Ҡарасурина Әлфирә еңгәй килене менән бешереп күстәнәс итеп ебәргән сәк-сәкте тәмләп, йырлап, бейеп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, рух байлығы алып, кәйеф күтәреп йөрөп ҡайттыҡ был осрашыуҙан. Бетерәләргә уңыштар теләйбеҙ, эстафета район буйлап таралыр, тип ышанабыҙ.
Венера Ҡасҡинова.
Читайте нас в