Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
30 Октябрь 2020, 00:15

Алло! Күсейме?

Күсейҙәрҙең шатлығы ҙур!

Күсейҙәр ҙә шатлыҡ кисерә
Бөгөн керәҙле бәйләнешһеҙ йәшәйеште күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Барлыҡ йәшәйешебеҙ, эшмәкәрлегебеҙ телефон менән тығыҙ бәйле. Ләкин шул уңайлыҡ менән файҙаланыуҙан районыбыҙҙың төпкөлдә урынлашҡан бер нисә ауылы мәхрүм ҡала килде. Был тәңгәлдә эҙмә-эҙлекле маҡсатлы эш алып барыу үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Күптән түгел Ишбирҙе ауыл биләмәһендә МТС бәйләнеше булдырылғайны. Ошондай уҡ бәхетте Күсей ауылы халҡы ла кисерә. Тап бөгөн ауылда керәҙле бәйләнеш тота башланы. Телефон бәйләнешенең теге осонан һеҙгә бары тик шатлыҡлы, ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килеп торһон.