Һаҡмар
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
26 Октябрь 2020, 22:25

Ҡәйнәләр һәм килендәр

Бар шундай ғаиләләр Иҫке Сибайҙа!#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай#Айыҡауыл2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

ҠӘЙНӘЛӘР
Ҡәйнәләр ҙә ҡатын-ҡыҙ затынан
Уға ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ,
Күңелдәре һәр саҡ бөтөн булһын,
Ҡәйнә күңелдәрен китмәгеҙ.
Улар һеҙгә ғүмер кисерергә
Улдар, ҡыҙҙар бағып үҫтергән,
Бәпләп һөйгән ғәзиз балаһына
Әйбәт кейәү, килен теләгән.
Балаҡайы белем алған саҡта
Икенсе ҡат мәктәп уҡыған,
Ауырыһа уның яндарында
Йоҡламайса төнөн ултырған.
Ҡәйнәләрҙе үҙ әсәгеҙ кеүек
Яҡын кеше итеп күрегеҙ,
Иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен белеп
Яндарына ҡайтып йөрөгөҙ.
Ҡәйнә - хәләл йәреңдең әсәһе,
Әсәйҙәрҙе һәр кем ярата,
Ҡәйнәләр ҙә ғаилә күгендә
Яҡты, йылы нурын тарата.
Һеҙҙең балаларға Оло әсәй
Тормош тотҡалары ҡәйнәләр,
Бик бәхетле йәшәй был донъяла
Ҡәйнәләре булған ғаиләләр.
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ

Һау кешегә көндә байрам тигәндәй, бына бит ҡәйнәләр көнө! Ҡотлайым һеҙҙе, ҡәҙерле ҡәйнәләр! Үҙемдә аллағашөкөр өс кейәүгә ҡәйнәмен. Ҡәйнә булыу, балаларыңдың ишле яҙмышын күреү, ул үҙе ҙур бәхет!
Ә инде тик ҡәйнә менән бергә йәшәү, сабырҙарға ғына биреләлер. Йәш килендәр аңлап етмәһә лә ҡәйнә көтөп,бергә йәшәү ҙур бәхет бит ул!. Эшкә лә, тормош көтөү серҙәренә лә өйрәнәһең. Ҡәйнә килене менән әхирәт , дуҫ, хатта серҙәштә булып китәләр.
Иҫке Сибай ауылында ла оҙаҡ йылдар килен менән йәшәгән ҡәйнәләр бар. Айһылыу апай Мансурова килене Резида, Ғәмбәр апай Дәүләтбаева килене Фәниә, Маһинур апай Ғәбитова килене Рәзилә, Бибинур апай Янбаева килене Гөлүсә, Зәкиә апай Йосопова килене Әдилә, Гөлсөм апай Ҡәйепҡолова килене Сәлимә, Нәғимә апай Шәрипова килене Тәнзилә, Рабиға апай Рустанова килене Әлфиә. Әсмә апай Мәһәҙиева килене Әлсинә, Йомабикә апай Әлмөхәмәтова килене Әйгөл
Әҡлимә Утарбаева (ҡәйнәһе Разия апай) менән бергә йәшәп, ауырып ятҡанда ла, һуңғы һулышына тиклем тәрбиәләне.
Һанай китһән бихисап инде, әммә өлгө булырлыҡ, кәнәш бирерлек ғаиләлр улар. Киленеле генә түгел, ә кейәүе менән дә бик матур татыу йәшәгән ҡәйнәләр ҙә байтаҡ.
Барлыҡ ҡәйнәләрҙе ҡотлап иң яҡшы теләктәр һеҙгә,балаларығыҙға һөйөнөп, улар өсөн ғорурланып, ихтирамдарына төрөнөп йәшәргә яҙһын! Ә йәш ҡатын-ҡыҙҙарға теләйем: бәхетле ҡәйнә булырға насип итһен!
Миңнур Һунаршина.
Читайте нас в