Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
26 Октябрь 2020, 12:26

Баймаҡ уҡсылары һынатманы

Силәбенән еңеү менән ҡайттылар.

Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында уҡ атыу ярышына барыу форсаты тейҙе. Баймаҡ районынан бөтәһе 4 уҡсы барҙыҡ һәм бик уңышлы сығыш яһаныҡ. Квалификациянан һуң иң яҡшыһөҙөмтә күрһәткән 8 уҡсы артабан көрәште дауам итте. Беҙҙең команданан мин, Йәрмөхәмәтов Айнур һәм Бүләҡбаев Динар киләһе этапҡа үтә алдыҡ. Артабанғы этаптарҙың һөҙөмтәләре буйынса мин 2-се урынға лайыҡ булдым. Ә Йәрмөхәмәтов Айнур 3-сө урын алды.
Ярышты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙе матур ҡаршы алыусы, ихлас һәм киң күңелле Таһир Абдрафиковҡа айырым рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ғәфүр Рахманғолов.