Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
24 Октябрь 2020, 16:30

"Таҙа яр" акцияһына сыҡтыҡ

#Чистыеберега#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020#ИҫкҽСибайБаймаҡрайоны #СтарыйСибайБаймакскийрайон

Бөгөн тәүгә ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, Иҫке Сибай ауылы халҡы “Таҙа яр” экологик акцияһына сыҡты. Ҡарағайлы йылғаһының тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартты.
Һыу – йәшәү сығанағы. Ә тәбиғәт – беҙҙең йортобоҙ. Шунлыҡтан тирә-яҡты таҙа тоторға бурыслыбыҙ. Икенсенән, экологик өмәләрҙең тәбиәүи сараһы ла ҙур: тәбиғәтте ҡәҙерләргә, яратырға өйрәтә.
Бөгөн экологик өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм.
Зөһрә Ғәйнуллина,
Ауыл старостаһы.