Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
24 Октябрь 2020, 15:17

Ауылыбыҙҙың уңған аҡһаҡалы

Ул - йөҙөнсө тиҫтәһен ваҡлаусы ауылдашыбыҙ Хәтмулла Хәбибулла улы Һунаршин. #Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай #Айыҡауыл2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай
Иҫке Сибай ауылында сәләмәт тормош менән йәшәүсе оло йәштәге кешеләр бик күп. Мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, ҡыҫҡаһы, хәлдәренән килгән шөғөлдәр менән көн үткәрәләр улар. Йөҙөнсө тиҫтәһен ваҡлаусы ауылдашыбыҙ Хәтмулла Хәбибулла улы Һунаршин шундайҙарҙың иң ололарының береһе. Күҙ теймәһен, 91 йәшлек олатайыбыҙ әле лә йәштәрсә етеҙлеген, зирәклеген, талымһыҙлығын юғалтмай! Ғүмерен комбайнсы, совхозда механик булып үткәргән аҡһаҡал бөгөн дә тик ултырмай: ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, мәҙәниәт усағында үткән бер генә сараны ла ҡалдырмаҫҡа тырыша. Ә яҙ сығыу менән ул үҙенең баҡсаһында соҡонорға ярата: төрлө йәшелсәләр үҫтерә, түтәлдәренә сүп үләндәре үҫтермәй тәрбиәләй, ҙур баҡсаһының түтәл ултыртылмаған өлөшөн сабып, таҙалап тора.
- Хәрәкәттә - бәрәкәт, - ти аҡһаҡал, - шулай ҙа эшләмәгәс, тәнде нисек яҙаһың?!
Афарин, олатай, 100 йәшеңдә лә елдереп йөрөргә яҙһын!
Мотал Рәмов.