Һаҡмар
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
21 Октябрь 2020, 20:54

Билалда – “Ҡоролтай аллеяһы”

Билдәле булыуынса, быйыл Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Рәсәй Президенты грантын отҡайны. “Экологик һабантуй” тип аталған был проектҡа ярашлы бөгөн райондың 10 ауыл биләмәһендә Һаҡмар йылғаһы буйында 200-әр төп ҡайын һәм ҡарағай үҫентеләре ултыртыу буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша.

Билдәле булыуынса, быйыл Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Рәсәй Президенты грантын отҡайны. “Экологик һабантуй” тип аталған был проектҡа ярашлы бөгөн райондың 10 ауыл биләмәһендә Һаҡмар йылғаһы буйында 200-әр төп ҡайын һәм ҡарағай үҫентеләре ултыртыу буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша.
Эштәрҙе тиҙ һәм сифатлы башҡарып сығыу маҡсатында район ҡоролтайы иң матур аллеяға конкурс та иғлан иткәйне. Шуныһы һөйөнөслө, ауыл биләмәләре был экологик һабантуйға бик әүҙем ҡушылды һәм бер-береһенән уҙҙырып “Ҡоролтай аллеялары” булдырҙы. Үткән аҙна аҙағында Билал ауылы янында Һаҡмар буйында күркәм сквер барлыҡҡа килде.
Әйтергә кәрәк, Илдар Саптаров етәкләгән Билал ауыл биләмәһе ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса маҡсатлы эш алып бара, улар “Мул һыулы Һаҡмар” конкурсында йыл да әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, йылға-шишмә буйҙарын ҡыйҙан таҙартыу буйынса өмәләр бында даими ойошторола, унда халыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары һәр саҡ ҙур теләк менән ҡатнаша.
Яңы проектты – “Ҡоролтай аллеяһын” булдырырыуға ла Билал ауыл биләмәһе бик яуаплы ҡараны һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул әҙер ҙә булды. Аллеяны төҙөүгә Юлай Боҫҡонов, Суфиян Мөхәмәтйәнов, Рәсих Әбйәлилев, Вәхәт Әминев, Венер Ғәбдрәшитов, Илсат Әминев, Венер Ғайсин, Тимур Әминев, Фәнир Ғайсин, Даян Сәғитов, Рәмил, Айнур, Айгиз Амановтар, Рәдиф Шаһибалов, Хәйҙәр Һибәтуллин, Хәдит Ямалов, депутаттар Иштуған Әминев һәм Данис Иҫәнъюлов һ.б. күп көс һалды. Сабир Мәхмүтов таҡта материалдары менән тәьмин итте. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡойманы буяп сыҡты.
Тантанала сығыш яһап, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин Билал ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү һәм экологик мәсьәләләргә етди иғтибар бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, “Ҡоролтай аллеяһы” проекты тураһында һөйләне. Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров һәм урындағы ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илдүсә Әминева тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса башҡарылған эштәрҙе бәйән итте, тәбиғәтте һаҡларға саҡырҙы.
Шулай итеп, Билалға ингән урында, йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында, матур аллея барлыҡҡа килде. Өмәлә йәше лә, ҡарты ла әүҙем ҡатнашты, барлығы 240 төп ҡарағай һәм ҡайын үҫентеләре ултыртылды. Өмәселәр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар көсө менән сәй табыны ла ойошторолдо.
А.Мөхәмәтшин.
Автор фотолары.
Читайте нас в