Һаҡмар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Октябрь 2020, 00:51

83 йәшлек инәйҙәр ҙә сыҡты. . .

. . . экологик өмәгә. #ҮргеЯйыҡбайБаймаҡрайоны #Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020 #Айыҡауыл2020ҮргеЯйыҡбайБаймаҡрайоны #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Сделаем2020 #Баймак #ЗОЖ

#ҮргеЯйыҡбайБаймаҡрайоны #Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020 #Айыҡауыл2020ҮргеЯйыҡбайБаймаҡрайоны #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Сделаем2020 #Баймак #ЗОЖ
Тәбиғәтте һаҡлауҙы аңлаған ауылдаштар тиҙерәк Әмәндәк йылғаһы буйына ашыҡты! Йәше-ҡарты, уҡыусылары ла бар ине. Ауылдың үрге осонан башлап йылғаның эсен, тирә-яғын таҙартырға тотондолар. Йыйылған сүп-сарҙы Рауил Ғәли улы Ғәрифуллиндың трактор арбаһына тейәй ҙә башланылар. Бында һәр кем үҙ өлөшөн индерергә ашыҡты. Бигерәк тә ауылдың өлкән инәйҙәре-Ҡолһарина Һөйәрбикә (83йәш), Йәмлихина Һөйәрбикә (83йәш), Йәмлихина Мәрйәм (73йәш) йәштәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышыуҙары күренеп тора ине! Ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем йыйылған ҡыйҙы арбаға тултырып, күңелебеҙ булып ҡайтып киттек.
Йылғаларыбыҙҙың таҙалығы үҙебеҙҙән тора шул! Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ.
Ғәфүр Рахманғолов.