Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
18 Октябрь 2020, 00:40

Бөтәбеҙ ҙә ҡатнаштыҡ!

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында экологик өмә үтте. #Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020 #ИҫкҽСибайБаймаҡрайоны #СтарыйСибайБаймакскийрайон #Чистыеберега

Бөгөн Иҫке Сибай ауылында быйылғы көҙҙөң һуңғы экологик өмәһе үтте. Үҙ еренең ысын патриоты булғандар унда ихлас ҡатнашты. Тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Ҡыҫҡаһы, ике йөк машина ҡый-һай сығарҙыҡ.
Ошондай экологик сараларҙа ихлас ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Бер команда булып, ғәйәт ҙур эштәр атҡарып сыҡтыҡ. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, иҫәнлек һәм именлек теләйем! Артабан да бәләкәй Ватаныбыҙ мәнфәғәтенә бергә йәшәйек һәм эшләйек!
Зөһрә Ғәйнуллина.
#Айыҡауыл2020 #Трезвоесело2020 #ИҫкҽСибайБаймаҡрайоны #СтарыйСибайБаймакскийрайон
#Чистыеберега