Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Октябрь 2020, 09:15

Беҙҙә ҡаҙ өмәһе гөрләне

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай #Айыҡауыл#2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай Ҡаҙ өмәһе - башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып йолҡоу өсөн үткәрелгән ҙур өмә ул.

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай #Трезвоесело2020СтарыйСибай
#Айыҡауыл#2020йыл#Беҙсәләмәттормошяҡлы#ИҫкеСибай
Ҡаҙ өмәһе- башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып йолҡоу өсөн үткәрелгән өмә. Ҡаҙ өмәһе – ул матур итеп аралашыу, күңел асыу, үзеңде күрһәтеү ҙә булып тора. Ҡаҙ мамығынан мендәр, түшәк, яҫтыҡтар яһайҙар, итенән аш-һыу өсөн бик һәйбәтләп файҙаланалар.
*Бөгөн беҙҙә ҡаҙ өмәһе,
Yт, рәхим ит, әйҙә ҡунаҡҡа,
Һөҙөктәре сыҡҡан ҡаҙ аштарын
Табалмаҫһың башҡа эҙләп тә*-тип һамаҡлап Миңзәлә Абуталип ҡыҙы Кусябаева *Атайсал* фольклор ансамбленең ҡатын-ҡыҙҙарын ҡаҙ өмәһенә йыйҙы. Ҡаҙ тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр, йырҙар йырлап, уйын-ҡатыш барҙы өмә, хужабикә юҡта -тип,ҡанат урлау йолаһы ла башҡарылды. Көйәнтәләп йылға буйына алып барып йыуып, тоҙлап элеп,эштәрен тамалап ҡуйҙылар. Ҡаҙ һәм бройлер тауыҡтарындың аштары тәмле булһын, бала-сағалары,туғандары, дуҫтары менән имен-һау ашарға яҙһын.
Ауылдарҙа бөгөн ҡаҙ өмәһе
Аҡ мамыҡҡа донья күмелгән,
Һәм әбейҙәр һүҙһеҙ генә йырлай,
Үҙ йәшлеге йырын һағынған.
Фотолар:
Миңнур Һунаршина,
мәҙәниәт йорто директоры.