Һаҡмар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
15 Октябрь 2020, 00:55

Беҙ футбол да уйнайбыҙ!

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай#Трезвоесело2020СтарыйСибай

#Айыҡауыл2020ИҫкеСибай
#Трезвоесело2020СтарыйСибай
10.10.2020 Иҫке Сибайҙа Республика көнөнә арналған футбол буйынса ярыш үтте. Ауылдың спорт һөйөүсе ир- егеттәре ике йыйылма команда төҙөп үҙ- ара көс һынаштылар. Йәштәр өлкәндәрҙән ҡалмай , өлкәндәр йәштәргә бирешмәй тигәндәй , уйын бик ҡыҙыу килеп сыҡты. Иң өлкән ҡатнашыусы Нәил Хөсәйенов булһа , иң йәше - Айнур Хәмитов. Шулай уҡ матчтың иң яҡшы уйынсылары билдәләнде. Өлфәт Ғәлиәхмәтов( ҡапҡасы ) ,Салауат Мөхәмәтғәлин һәм Алик Сәйфетдинов ( икеһе лә һөжүм итеүселәр ).
Еңелеүселәр булманы бөгөн. Бөгөн ДУҪЛЫҠ еңде ! Егеттәргә уйын өсөн ҙур рәхмәт !
Сибай Утарбаев,
Сибай ауыл биләмәһе башлығы.
Читайте нас в